Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Октябрь 2020, 11:10

ИЛМИР МОРАТОВ: “ТАҘА ЕРҘӘ ЙӘШӘГЕМ КИЛӘ!”

Илмир Моратов – Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 13 йәшлек үҫмер. Тәү ҡарашҡа үҙ тиҫтерҙәренән бер нәмә менән дә айырылмаған кеүек. Әммә уның менән яҡындан таныш булыусылар белә: ул фекерләүе, донъяға ҡарашы буйынса йәштәштәренән күпкә алдан бара. “ Эй, замана балалары бөтәһе лә шул, гаджеттарҙы шәп белә”,--тиергә ашыҡмағыҙ. Илмир замана технологияһы менән булышмай ҙа, көндәр буйы телефон-компьютерға текләп тә ултырмай. Ул ял һайын бер ниндәй күрһәтмәһеҙ, өндәүһеҙ, йәғни үҙ белдеге менән Ирәндек тауы итәген таҙаларға сыға...

Илмир Моратов – Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 13 йәшлек үҫмер. Тәү ҡарашҡа үҙ тиҫтерҙәренән бер нәмә менән дә айырылмаған кеүек. Әммә уның менән яҡындан таныш булыусылар белә: ул фекерләүе, донъяға ҡарашы буйынса йәштәштәренән күпкә алдан бара. “ Эй, замана балалары бөтәһе лә шул, гаджеттарҙы шәп белә”,--тиергә ашыҡмағыҙ. Илмир замана технологияһы менән булышмай ҙа, көндәр буйы телефон-компьютерға текләп тә ултырмай.
Аҙ һүҙле, уйсан, йомоғораҡ малай ул. Донъяны танып белергә, мәғәнәһенә, асылына төшөнөргә тырыша. Ата-әсәһе, өләсәй-ҡартатаһы ҡушҡанды бер ниндәй “ыҡ-мыҡ”һыҙ тиҙ генә эшләп ҡуя, әйтеүҙе лә көтмәй ярҙамға ашыға. Үҙенән бәләкәстәрҙе ярата, улар менән балаларса, бер ҡатлы булып уйнап та ала. Шул уҡ ваҡытта тормошҡа етди ҡарай. Хатта ата-әсәһен, яҡындарын магазинда һатылған ярымфабрикаттарҙы, составында ят матдәләр булған ризыҡтарҙы ашауҙан тыя. Илмир үҙе һарымһаҡҡа, һуғанға, баҡсала үҫкән емеш-еләккә, йәшелсәләргә өҫтөнлөк бирә. Кибеттән һатып алынған тәмлекәстәрҙе, колбасаларҙы, һәр төрлө чипсыларҙы бөтөнләй ашамай.
Илмирҙың тағы бер һоҡланғыс, тиҫтерҙәренә генә түгел, ололарға ла өлгө булырлыҡ һыҙаты бар. Ул—тәбиғәткә, тирә-яҡҡа һөйөү. Малай бәләкәй саҡтан Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе өләсәй-ҡаратаһына (Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтар) эйәреп экологик өмәләргә сыҡҡан. Үҫә килә Илмир үҙе йәшәгән Баймаҡ ҡалаһында бер ниндәй күрһәтмәһеҙ, өндәүһеҙ үҙ алдына ғына сүп-сар йыя башлаған. Тәүге йылдарҙа үҙҙәре йәшәгән М.Гәрәев урамын, йорт тирәһен таҙалай. Ә быйыл көҙ, йәғни күптән түгел Илмир этен эйәртеп, Баймаҡ ҡалаһынан Талҡаҫ яғына үткән юл аша сығып, Ирәндек итәгенә юллана. Шул саҡ бында сүп-сарҙың күплеген күрә. Оҙаҡ уйлап тормай, тиҙ генә ҡайтып тоҡ алып килә. Тик бындағы ҡыйҙы бер генә көндә йыйып бөтөп булмаҫын аңлай һәм уҡыуҙан буш мәлендә көн дә тиерлек тау итәгенә килә башлай.
Улының изге ниәтен белгәс, ата-әсәһе уға 30 килограмлыҡ тоҡтар алып биргән. Мәҫәлән, һуңғы өс шәмбелә генә ул 36-40 тоҡ ҡый йыйып, уны махсус сүп-сар контейнерына алып килеп һалған. Ә 11 октябрь--Республика көнө Илмир төшкә ҡәҙәр 11 тоҡ сүп-сар йыйған.
--Илмир тирә-яҡтың бысраҡ булыуына, кешеләрҙең үҙ ҡыйҙарын ҡырға ташлап китеүенә шул тиклем бошона. Хатта уйында мөмкин тиклем күберәк тәбиғәтте таҙартыу, тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Иртәнсәк тороп ашап ала ла тоҡтарын тотоп тағы китә. Киләһе яҙ шул урынды кәртәләп, ағас ултыртырға теләй. Уға нисек ярҙам итергә тип баш ватабыҙ,--ти Илмирҙың әсәһе Рәмилә Фәйзрахман ҡыҙы.
13 йәшлек кенә үҫмерҙең тәбиғәткә булған һөйөүе, тормошҡа булған ҡарашы шул тиклем һоҡландыра! Һәр беребеҙ Илмирҙан үрнәк алһаҡ ине! Тормош бит аҡсаға, байлыҡ-муллыҡҡа ҡоролмаған. Был донъяға килгәнбеҙ икән, мөмкин тиклем изгелек ҡылып, Аллаһы Тәғәлә биргән ҡиммәттәрҙе һаҡлап, тәбиғәтте яратып, таҙа ерҙең, һауаның, һыуҙың ҡәҙерен белеп йәшәһәк ине! Уны беҙ саф килеш киләһе быуынға—балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә ҡалдырырға тейешбеҙ! Шулаймы? Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ булып та, тәбиғәт таҙалығы хаҡында берҙе лә уйланғанығыҙ, берҙе лә экологик өмәгә сыҡҡанығыҙ юҡ икән, бала ғына көйө ошо изге эште башҡарған Илмир һеҙгә үрнәк булһын!
Илмир, кескәй генә кәүҙәңдә оло йөрәк йөрөтәһең. Рәхмәт һиңә! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Афарин!