Ер шарында кеше һаны күбәйгән һайын аҙыҡҡа ла, эсәр һыуға ла һорау арта бара. Көндән-көн эсәр һыу кәмей. Бының сәбәптәре бер нисәү.
Ауыл хужалығы өсөн һыу күпләп ҡулланыла, был йылғаларҙың ҡороуына килтерә. Икенсенән, баҫыуҙарҙағы төрлө химикаттар, минираль ашламалар һыуҙы бысрата.
Һыу кәмеүенең икенсе сәбәбе – урмандарҙың ҡырҡылыуы. Кеше йылдан-йыл ағасты күберәк тотона: мебель, ҡағыҙ һәм башҡаһын эшләй. Һуңғы йылдарҙа ғына Себер йылғалары күпләп һайыҡты, һыуһыҙ ҡалды.
Өсөнсө сәбәп – ГЭС-тарҙың, йәғни гидроэлектростанцияларының күпләп төҙөлөүе. Һамар өлкәһендә генә һуңғы йылдарҙа 50 йылға юҡҡа сыҡҡан, Воронеж өлкәһендә – 30 йылға.
Бөгөн донъялағы 7,5 миллиард халыҡтың ике миллиарды таҙа эсәр һыу запасы булмауҙан интегә. Эксперттар әйтеүенсә, 2050 йылға планетабыҙҙың ярты халҡына таҙа, хәүефһеҙ эсәр һыу ҡалмаясаҡ. Дефицит буласаҡ.
Һыу менән бөгөн күп илдәр проблема кисерә. Тәүге урында – Һиндостан, Эфиопия – икенсе, Нигерия – өсөнсө, Ҡытай –дүртенсе, Конго – бишенсе. Эсәр һыуға Африка ҡытлыҡ кисерә. Был тәңгәлдә киҫкен хәлгә тарыусы халыҡтың 40 проценты нәҡ Африкала. Экологтар билдәләүенсә, 21 быуат уртаһына күптәр Африка хәленә ҡаласаҡ.
Күп һыу ятҡылыҡтары ҡороп, улар урынына сүллектәр хасил була бара. Был бик ҡурҡыныс.
Әлеге көндә Ҡырымда эсәр һыу менән проблема сыҡҡан. Был һәммәбеҙҙе лә уйландырырға, тирә-яҡҡа һаҡсыл ҡарарға өйрәтергә тейеш.
Беҙ, ябай халыҡ, нимә эшләй алабыҙ? Һыуҙы юҡ-барға тәләфләүҙе туҡтата алабыҙ! Йылғаларыбыҙҙы таҙа тотайыҡ!
Фото интернеттан. Лена йылғаһы, 2019 йыл.