Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Август 2020, 13:10

Тәбиғәт ҡурсалауға мохтаж

Кеше ғүмер буйына тирә-яҡ мөхит менән тығыҙ бәйләнештә булған. Тәбиғәт уны туйындырған, кейендергән, һауыҡтырған, йылытҡан. Ваҡыт үтеү менән заманса технологиялар, фән-техника үҫешеп тәбиғәтте ҡыҫрыҡланы, уны икенсе планға күсерҙе. Әле ул зарарлы матдәләрҙән, химикаттарҙан яҡлауыбыҙҙы талап итә. Кешелек тәбиғәтте тәләфләгәнгә, ҡәҙерен белмәгәнгә күрә, төрлө ауырыуҙар һәм ҡурҡыныс катаклизмдар барлыҡҡа килә. Егерме беренсе быуатта кешелек донъяһы алдында ерҙәге бөтә тереклек юҡ ителеү ҡурҡынысы килеп баҫты.Ни өсөн киләсәк быуынға юғары көс тарафынан бирелгән ҡиммәттәрҙе, тәбиғәт күркен—саф һауаны, таҙа йылғаларҙы, зәңгәр күк йөҙөн, ҡояшлы көндәрҙе, йондоҙло төндәрҙе бүләк итмәҫкә һуң? Тәбиғәтте һаҡлау—бөтәбеҙҙең дә бурысы. Урмандарҙы иҫәпһеҙ киҫеү, йылғаларҙы, күлдәрҙе бысратыу, урманда кейектәргә бер туҡтауһыҙ һунар итеү тирә-яҡ мөхиттең ярлыланыуына, бөтөүенә килтереүен аңларға ваҡыттыр! Тыуған илебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе беҙҙән башҡа кем яҡлар, кем һаҡлар, кем ҡурсалар?!

Кеше ғүмер буйына тирә-яҡ мөхит менән тығыҙ бәйләнештә булған. Тәбиғәт уны туйындырған, кейендергән, һауыҡтырған, йылытҡан. Ваҡыт үтеү менән заманса технологиялар, фән-техника үҫешеп тәбиғәтте ҡыҫрыҡланы, уны икенсе планға күсерҙе. Әле ул зарарлы матдәләрҙән, химикаттарҙан яҡлауыбыҙҙы талап итә. Кешелек тәбиғәтте тәләфләгәнгә, ҡәҙерен белмәгәнгә күрә, төрлө ауырыуҙар һәм ҡурҡыныс катаклизмдар барлыҡҡа килә. Егерме беренсе быуатта кешелек донъяһы алдында ерҙәге бөтә тереклек юҡ ителеү ҡурҡынысы килеп баҫты.
Ни өсөн киләсәк быуынға юғары көс тарафынан бирелгән ҡиммәттәрҙе, тәбиғәт күркен—саф һауаны, таҙа йылғаларҙы, зәңгәр күк йөҙөн, ҡояшлы көндәрҙе, йондоҙло төндәрҙе бүләк итмәҫкә һуң? Тәбиғәтте һаҡлау—бөтәбеҙҙең дә бурысы. Урмандарҙы иҫәпһеҙ киҫеү, йылғаларҙы, күлдәрҙе бысратыу, урманда кейектәргә бер туҡтауһыҙ һунар итеү тирә-яҡ мөхиттең ярлыланыуына, бөтөүенә килтереүен аңларға ваҡыттыр! Тыуған илебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе беҙҙән башҡа кем яҡлар, кем һаҡлар, кем ҡурсалар?!
Күптәрҙең күңелен ошондай һорауҙар телгеләгәнгә күрә, уларға яуап эҙләп Сибай ҡалаһында урынлашҡан Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондары һәм Сибай, Баймаҡ ҡалалары территорияһында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһендәге дәүләт контролен башҡарыусы территориаль комитет рәйесе Гөлнар Фазылйән ҡыҙы Ноғмановаға мөрәжәғәт иттек.
—Экологик комитеттың төп эш йүнәлеше ниндәй? Башҡа контроль-күҙәтеү органдары менән хеҙмәттәшлек яйға һалынғандыр, моғайын?
—Сибай территориаль комитеты 30 йыл хеҙмәт итеү осоронда ниндәй генә үҙгәрештәр кисерһә лә, тирә-яҡ мөхит һәм тәбиғәт һағында тороуын дауам итә. Эш ике йүнәлештә алып барыла: беҙгә ҡараған майҙандарҙа контроль-инспекция эшен башҡарыу һәм ойоштороу сараларын үткәреү. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһендә план буйынса тикшереүҙәр уҙғарыла. “Дәүләт контролен тормошҡа ашырғанда юридик берәмектәрҙең һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау” тураһындағы федераль законға ярашлы прокуратура, министрлыҡтың талаптарын үтәү өсөн дә, халыҡ мөрәжәғәте буйынса ла рейдтарға сығабыҙ.
—Бөгөн күптәрҙе Сибайҙағы экологик хәл борсой.
—Әлеге ваҡытта ҡаланы шаулатҡан Сибай карьерының хәле яйға һалынды. Һуңғы тапҡыр һауала зарарлы матдәләр артыуы 2019 йылдың июнендә күҙәтелгәйне, шуға күрә хәҙер һауа сифаты кварталға бер тапҡыр тикшерелә. Халыҡты тынысландырырға ашығам: әлегә карьерҙан һауаға зарарлы матдәләр сығарылмай. Тик шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: статистика буйынса йыл һайын предприятиелар һәм ойошмаларҙан һауаға 4 мең тонна, автотранспорттан 15 мең тонна зарарлы матдәләр бүленеп сыға. Бындай объекттар менән етди эш алып барабыҙ, күп осраҡта уларҙың эшмәкәрлеген туҡтатырға тура килә. Тормош-көнкүреш һәм сәнәғәт ихтыяждары өсөн 10,5 млн. кубометр һыу алына, уларҙың 40%-ы ҡулланылғандан һуң таҙартып кире һыу объекттарына бушатыла, 60%-ы кире ҡулланылыуға ебәрелә. Һыуға түгелгән бысраҡ матдәләрҙең массаһы 6 тоннанан ашыу тәшкил итә. Ҡалала һыу таҙартҡыс ҡоролмалары һөҙөмтәле эшләй, һыу 90-96%-ҡа тиклем таҙартыла.
—Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙарҙы булдырмау өсөн ниндәй эштәр алып бараһығыҙ?
—2019 йылда комитет хеҙмәткәрҙәре бөтәһе 400 контроль-тикшереү уҙғарҙы. Һөҙөмтәлә 320 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлде. 470 иҫкәрмә бирелде, уларҙың 60%-ы үтәлде. 325 хоҡуҡ боҙоусы административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, дөйөм сумма 5,6 млн һумдан ашыу. 336,685 мең һумлыҡ зыянды ҡаплау өсөн 26 дәғүә яҙылды. 104 мең һумлыҡ зыянды түләтеүгә судҡа 6 эш әҙерләнде, тәбиғи мөхиткә кире йоғонто яһаған өсөн 2 объекттың эше туҡтатылды.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектәге рейдтарҙа эшкәртелгән ҡая-тау тоҡомдары ятҡылыҡтарының ҡалдыҡтарын законһыҙ ҡулланыу осраҡтары ла теркәлә. Мәҫәлән, сит кешеләргә ҡала гражданы ҡая-тау тоҡомдарын инерт материал булараҡ ҡулланыуға биреү маҡсатында ҡаҙып сығарыу ойошторған. Әлбиттә, был эш шунда уҡ туҡтатылды, әлегә тикшереү эштәре алып барыла.
—Тәбиғәт ҡануны талаптарын үтәү буйынса муниципаль власть менән берлектә граждандарға, эшҡыуарҙарға аңлатыу эштәре нисек уҙғарыла?
—Комитетта тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаусы предприятиелар һәм ойошмаларҙың күбеһе атмосфера һауаһын һәм һыуҙы бысратҡан сығанаҡтар булараҡ иҫәптә тора. Сибай территориаль комитеты һәм Белорет аналитик контроль бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре бер туҡтауһыҙ дәүләт экологик күҙәтеүҙәр уҙғара. Шуныһы ҡыҙғаныс: йылдан-йыл иҫәптәге предприятиелар һаны арта. Шуға күрә аңлатыу эштәре, тематик кәңәшмәләр, төрлө саралар йыш үткәрелә. Һыу объекттарын һаҡлау һәм был зонала хоҡуҡ боҙоуҙы тикшереү барышында һыу һаҡлағыс майҙанынан 259 машина ситкә сығарылған.
—Ведомство ҡарамағындағы майҙандарҙа тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусылар йыш осраймы? Комитет хеҙмәткәрҙәре тарафынан рейдтар нисегерәк ойошторола?
—Тәбиғәт ресурстарын рөхсәт документтары булмайынса файҙаланыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өсөн производство контроле булмауы, һыу объекттары янында хужалыҡ эшмәкәрлеге булған осраҡта һыу һаҡлауҙың махсус режимын боҙоу, етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын эшкәрткәндә экология талаптарын үтәмәүселәр осрап тора. Комитет составындағы инспекторҙар йәмәғәт инспекторҙары менән берлектә йыш ҡына рейдтарға сыға. Ҡануниәтте боҙоу асыҡланған осраҡта ҡулланыусыларға аңлатыу эштәре алып барыла, мәҫәлән, йыл башынан 51 иҫкәрмә бирелде, бөгөнгә уларҙың 55%-ы үтәлгән.
—Комитет хеҙмәткәрҙәре халыҡты, мәктәп йәшендәге балаларҙы экологик акцияларға, өмәләргә йәлеп итәме?
—Комитетта халыҡҡа һәм үҫеп килгән быуынға экологик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән саралар ойоштороуға ҙур иғтибар бирә. Йәштәр, мәктәп уҡыусыла-ры һәм студенттар ҡатнашлығында шишмәләрҙе, һыу объекттарын, урман, парк зоналарын таҙартыу өсөн экологик акциялар уҙғарылды. Шулай уҡ улар ҡатнашлығында Сибай ҡалаһындағы «Ышаныс» балалар приютында, Баймаҡ районындағы ҡарттар йортонда хәйриә акцияһы уҙғарып, майҙансыҡтарына ылыҫлы ағастар ултырттыҡ. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре буйынса ҡала һәм район советы сессияларында, конференцияларҙа, конкурстарҙа, ауыл халҡы йыйылыштарында, йәш экологтар слеттарында әүҙем ҡатнашабыҙ, һәр кемгә тәбиғәттең һаҡлауға һәм яҡлауға мохтажлығын иҫкәртәбеҙ. Экологик йүгереү ярышы ойоштороу йолаға инде тиһәк тә була: бында комитет ағзалары район һәм ҡала спортсылары менән берлектә шишмәләрҙе таҙартырға сыға, аҙаҡтан марафонда ҡатнаша. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: субъект-ара “Таҙа Һаҡмар” акцияһы иң ҙур сараларҙың береһе булды. Бында 8 меңгә яҡын кеше, 21 ауыл биләмәһе, 100 тораҡ пункттары ҡатнашып, йылға ярынан 350 тонна сүп-сар йыйып алды. Баймаҡ районында урынлашҡан Талҡаҫ күле ярында контейнерҙар етмәү сәбәпле, сүп-сарҙың туҙып ятыуын күреүселәр шау-шыу күтәргәйне. Был проблеманы ла ыңғай хәл иттек: унда етерлек контейнерҙар урынлаштырылды, төбәк операторҙары ҡалдыҡтарҙы ваҡытында сығара.
—Законһыҙ сүплектәр мәсьәләһе нисек хәл ителә?
—Рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе булдырмау—мөһим көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Тик халыҡ шуны аңлаһын ине: һәр кемдең донъяға ҡарашы, киләсәккә ышанысы, мәҙәниәт тәрбиәһе булмаһа—донъя үҙгәрмәй, сүп-сар өйөмдәре беҙҙең киләсәкте бысраҡҡа күмәсәк. Сүплектәр булдырылған хужалыҡтарға иҫкәрмә бирәбеҙ, был урындар таҙартылғансы контролдә тотола. Ял итеү урындарының бысраныуы бигерәк тә үкенесле. Июль айында ғына комитет хеҙмәткәрҙәре Хәйбулла районы хакимиәте менән берлектә Таналыҡ йылғаһы ярын таҙартырға сыҡты. Бөтәһе 3 кубометр сүп-сар йыйып алынды.
—Тәбиғәт ресурстары менән ҡулланыусыларға ниндәй теләктәр еткерерһегеҙ?
—Һәр граждан тирә-яҡ мөхиткә аңлы рәүештә күҙ һалһын ине. Үҙ ҡулдарыбыҙ менән тәбиғәтте үлемесле хәлгә ҡалдырмайыҡ. Ысынлап та, ҡасандыр тәбиғәт кешелекте үҙ ҡосағына алып һаҡлаһа, бөгөн ул беҙҙең иғтибарға мохтаж. Берҙәм булайыҡ, тирә-яҡ мөхитте һаҡлайыҡ!
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Әлфирә Үҙәнбаева
әңгәмәләште.