Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Июль 2020, 18:45

БИТАРАФ БУЛМА, КЕШЕ!

Әй, беҙҙә түгел бит, миңә нимәгә ул, тип ҡул һелтәргә ашыҡма...

Пластик ҡый-һайҙың 80 проценты океанға барып юлыға. Һөҙөмтәлә, уны табыш һанап йотҡан һыуҙағы йән эйәләре--ҡоштар, балыҡтар, ташбаҡалар үлә. Тамаҡтарына тыҡлыҡҡан целлофан пакет, ашҡаҙанында эшкәртелмәй ятҡан пластиктан улар ғазаплы үлем кисерә. Хатта гигант киттар ҙа шундай үлемдән йән бирә. Сөнки уларҙың ашҡаҙанына тиҫтәләгән килограмм пластик инеп урынлаша. Шулай итеп, миллионлаған йылдар буйы йәшәүсе хайуан төрө ер йөҙөндә кәмеүгә бара. 10,20, 40 килограмм ҡалдыҡ сүп-сар йотҡан киттарҙың үле кәүҙәһе ярға килеп ята. Был хәл йылдан-йыл күбәйә бара. Бынан тыш, судноларға төкөүҙән, ҙур караптарҙың тауышына координацияһын юғалтыуҙан киттар үлә...
Ғалимдар билдәләүенсә, 2050 йылдарға океанда балыҡтарға ҡарағанда ҡый-һай күберәк буласаҡ. Ә океанологтар әйтеүенсә, йыл һайын 300 тирәһе эре диңгеҙ хайуаны йән бирә.
Әллә ҡайҙағы хәл миңә нимәгә тип иғтибарһыҙ үтмә! Әй, беҙҙә түгел бит, миңә нимәгә ул, тип ҡул һелтәргә ашыҡма!Тәбиғәттең таҙалығы, бөтөнлөгө һәр беребеҙгә бәйле! Тирә-яҡҡа иғтибарлы бул! Бөгөндән балаңа тирә-яҡҡа сүп ташламаҫҡа өйрәт, хатта ауыҙығыҙҙы һағыҙҙы ла төкөрөп китмәгеҙ, уға турғай ҡарлығыуы бик ихтимал...
Тәбиғәт бөтһә, йәшәйеш бөтәсәк.... Үҙеңде уйламаһаң, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең киләсәген уйла!

Фото интернеттағы ирекле сығанаҡтан.