Сибай ҡалаһынан 10 километр көньяҡтараҡ, Баймаҡ районында Күлтабан йылғаһы бар. Ул Урал бассейнына ҡарай. Был күлдең халыҡта төрлө атамалары бар — Күлтабан (аяҡ табанына оҡшауына бәйле), Ҡылтабан («Ете ҡыҙ» легендаһына бәйле) һәм Яугүл («Сыңрау торна» легендаһына бәйле).
Иң таралған легендаһы ете ҡыҙға бәйле. Барымта-ҡарымталар мәлендә ете башҡорт ҡыҙын ҡаҙаҡтар урлай, улар ҡасмаһын өсөн табандарын ҡырҡып, ат ҡылы һалалар. Нисек кенә ауыртмаһын, ҡыҙҙар ҡаса. Арттарынан һыбайлылар ҡыуа төшкәс, ошо күлгә батып үлеүҙе хуп күреп, һыу ятҡылығына төшәләр, имеш...
Икенселәр әйтеүенсә, күлдең исеме - Яугүл. Ошо күлгә табан урынлашҡан ауылды "Күлтабан" тип атағандар ҙа, аҙаҡ был исем күлгә лә "йоҡҡан"...
Ниндәй генә тарих һөйләмәһен, бөгөн был күл яҡлауға, ҡурсалауға мохтаж. Уның ярында ял итергә, ҡолас ташлап йөҙөргә яраталар, тик бына үҙҙәре артынан таҙалап китергә бер ҙә теләмәйҙәр беҙҙең замандаштар. Бик аяныслы хәл...
Йыл да мәрхәмәтле, изгелекле кешеләр осрап тора. Улар килеп таҙаламаһа, һыу ятҡылығы яры күптән сүп-сарға күмелгән булыр ине, моғайын. Бер йылы "Атайсал", "Сибайский рабочий" редакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә барып таҙалағайны...
Күптән түгел Сибай ҡалаһының аҫыл ҡатын-ҡыҙҙары күл буйын ҡый-һайҙан таҙаланы. Юлиә Уразбахтина үҙ сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, тәбиғәткә, матурлыҡҡа ғашиҡ, таҙалыҡ һөйөүсе гүзәл заттар 25 тоҡ сүп-сар йыйған. Һөҙөмтәлә, күл ярының 500 метр ере таҙарып ҡалған. Өмә һуңында хозур тәбиғәт ҡосағында фото төшөп, ҡылған изгелектәренән күңелдәре нурланған. Афарин! Һеҙҙең кеүектәр күберәк булһа ине.