Иҫегеҙҙә булһа, 2017 йылда Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе пенсионер Фәйзрахман Усманов инициативаһы менән "Атайсал" гәзите редакцияһы Һаҡмар йылғаһын Әбйәлилдән Ырымбурғаса таҙалау буйынса эстафета ойошторғайны. Акцияның инициаторы Фәйзрахман Егетбай улы әйтеүенсә, ул ҡатыны һәм ейәнсәрҙәре менән йылға буйҙарын ғына түгел, туғайҙарҙы, урманды хәленән килгәнсе таҙалай.
Бөгөн уның ише кешеләрҙең, тәбиғәт таҙалығына битараф булмаусыларҙың күбәйеүе ҡыуандыра. Әле күптән түгел генә Хәйбулла районында йәшәүсе Юлиә Юлыева хаҡында хәбәр иткәйнек. Ул иртәнсәк һыйырын ҡырға ҡыуа ла ҡайтышлай урманды таҙалай-таҙалай ҡайта. Ошондай уҡ уңған, ғәмле ҡатын Гөлфинә Сәйетҡолова Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Карантин иғлан ителгәс, ул балалары менән Йылайыр районы Юлдыбай ауылында йәшәүсе әсәһенә ҡайтҡан. Ни тиһәң дә, бында урамда саф һауала йөрөргә мөмкин. Хәүефһеҙ ҙә, һаулыҡҡа ла файҙалы.
--Минең әсәйем Юлдыбай ауылында йәшәй. Бында тәбиғәт шул тиклем матур, хозур. Әсәйемдең йорто урманға терәлеп кенә ултыра. Кәзәләрҙе ҡыуып алып ҡайтыр өсөн урманға барғайным, бында сүп-сарҙың күп булыуын күрҙем. Балаларымды эйәртеп дә барып ҡыйҙарҙы пакеттарға йыйып алдым. Бәләкәстәргә был эш оҡшап ҡалды. Шуға ла бөгөн дә, иртән дә, унан һуң да "субботник"ка сығырбыҙ тип торам. Шул тиклем ҡый күп, иҫ китмәле. Халыҡ улай вайымһыҙ булмаһа ине, артынан сүп-сарҙарын йыйһындар ине ул. Тәбиғәтте таҙалау буйынса флешмоб иғлан итке килеп китте, --ти Гөлфинә.
Беҙ ҙә флешмоб иғлан итер инек, әммә әлегә илдә үҙизоляция бара. Бәлки, күмәкләп өмө үткәрә алмаһаҡ та, Гөлфинә кеүек берәмләп, ғаилә менән буш ваҡытты файҙалы эшкә йүнәлтербеҙ. Ә беҙ һеҙҙең изге эшегеҙҙе үҙ сайтыбыҙҙа, интернет төркөмөндә яҡтыртып барыр инек. Нисек һеҙгә был идея? Ҡушылабыҙмы? Әйҙәгеҙ, йәшәгән еребеҙгә битараф булмайыҡ! Тәбиғәттә ял итергә бөтәбеҙ ҙә яратабыҙ, ул ҡыйға тулһа, ял итә алырбыҙмы? Уйланайыҡ! Зинһар, ҡыйламайыҡ! Гөлфинә кеүек балаларығыҙға, йәштәргә һәм барса халыҡҡа өлгө күрһәтегеҙ!