Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Апрель 2020, 13:15

ЮЛИӘ ҮРНӘК КҮРҺӘТӘ

Юлиә Юлыева һыйырҙарын ҡырға ҡыуған арала тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙалай.--Бер генә пакет һалып алып сыҡҡан инем, ярай әле ҡырҙа ике пакет табып алдым. Уларға сүп-сарҙы тултырып, ауылдың ҡый-һай контейнерына алып барҙым. Бөгөндән шулай тәбиғәт таҙалауға үҙ өлөшөмдө индерергә ҡарар иттем,--ти ул һәм барыбыҙҙы ла тирә-яҡҡа иғтибарлы булырға, уны таҙа тоторға саҡыра.Бөгөн, ҡыҙғансҡа ҡаршы, ауылдарҙа шундай алама ғәҙәт күҙәтелә: йылға буйына, урманға барған һәр кем ҡыйын шунда ҡалдырып китә, улары иһә йылдар буйы серемәй тирә-яҡты бысратып ята. Унан бигерәк ағыулы матдә бүлеп сығара. Шулай уҡ урамындағы, өйөндәге ҡыйҙарҙы ауылда булдырылған контейнерға алып бармай, яғыусылар ҙа бар. Ә бит пластик шешәләр, балаларҙың подгузниктары һәм башҡалары янған саҡта кеше һаулығы өсөн зыянлы матдәләр бүлеп сығара һәм һауаны бысрата. Юлиәнән өлгө алығыҙ! Тоҡтарға тейәп, сүп-сарҙы контейнерға алып барыуҙың бер ауырлығы ла юҡ! Зинһар, тирә-яҡ таҙалығына, кеше һаулығына битараф булмайыҡ!

Юлиә Юлыева--Йылайыр районы Яманһаҙ ауылы ҡыҙы. Әлеге көндә Хәйбулла районы Уфимка ауылында йәшәй.
Ул коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы янау сәбәпле, өйҙә ҡалыуҙы хуп күрә. Ғаиләһенә тәм-томдар бешерә, балалары менән төрлө онлайн конкурстарҙа ҡатнашалар, тағараҡ эшләйҙәр. Ғөмүмән, ваҡыттарын файҙалы итеп үткәрергә тырышалар. Көндәлек эше менән ул башҡаларҙы интернет селтәрендә таныштырып бара һәм барса халыҡты өйҙә ултырырға саҡыра.
Әммә ауыл кешеһенә өйҙә генә ултырыу мөмкин түгел. Ни тиһәң дә, ерҙең ҡарҙан әрселгән, ә малдың ҡырға сыҡҡан мәле. Һыйырҙы йә ҡыуырға, йә барып эҙләп алып ҡайтырға тура килә. Был хаҡта ла Юлиә "Бәйләнештә" селтәрендә бәйән итә. Һәм шуныһы маҡтауға лайыҡ: бөтмөр ҡатын бер юлы ике эш эшләй. Ниндәйме? Һыйырҙарын ҡыуған арала тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙалай.
--Бер генә пакет һалып алып сыҡҡан инем, ярай әле ҡырҙа ике пакет табып алдым. Уларға сүп-сарҙы тултырып, ауылдың ҡый-һай контейнерына алып барҙым,--ти ул һәм барыбыҙҙы ла тирә-яҡҡа иғтибарлы булырға, уны таҙа тоторға саҡыра.
Бөгөн, ҡыҙғансҡа ҡаршы, ауылдарҙа шундай алама ғәҙәт күҙәтелә: йылға буйына, урманға барған һәр кем ҡыйын шунда ҡалдырып китә, улары иһә йылдар буйы серемәй тирә-яҡты бысратып ята. Унан бигерәк ағыулы матдә бүлеп сығара. Шулай уҡ урамындағы, өйөндәге ҡыйҙарҙы ауылда булдырылған контейнерға алып бармай, яғыусылар ҙа бар. Ә бит пластик шешәләр, балаларҙың подгузниктары һәм башҡалары янған саҡта кеше һаулығы өсөн зыянлы матдәләр бүлеп сығара һәм һауаны бысрата.
Юлиәнән өлгө алығыҙ! Тоҡтарға тейәп, сүп-сарҙы контейнерға алып барыуҙың бер ауырлығы ла юҡ! Зинһар, тирә-яҡ таҙалығына, кеше һаулығына битараф булмайыҡ!
Читайте нас: