Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Июль 2019, 16:08

ЭШТӘР ДАУАМ ИТӘСӘК

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында Мәскәү ҡалаһынан Рәсәй Федерацияһының кеше хоҡуҡтары буйынса советы эксперттары Григорий Куксин һәм Иван Семенов эшләне. Улар карьер борттарын күҙәтеп, мәғдән ҡалдыҡтарын тикшерҙе, урындағы экологик хәлде һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы янғын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса башҡарған эштәрен баһаланы. —Беҙ был юлы коллегам—янғын һағы проекты хеҙмәткәре, һыуға бәйле эштәр буйынса белгес Иван Семенов менән бергәләп эшләнек. Ҡыш килгәнебеҙҙә вәғәҙә итеүебеҙсә, карьерҙа янған мәғдән ҡалдыҡтарына бәйле киҫкен хәлде күҙ уңынан ысҡындырманыҡ. Әле беҙҙе Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов хәлде баһаларға һәм янғынды туҡтатыуҙы тиҙләтеү ысулдарын барларға саҡырҙы,—тине Григорий Куксин, журналистар менән аралашҡанда.

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында Мәскәү ҡалаһынан Рәсәй Федерацияһының кеше хоҡуҡтары буйынса советы эксперттары Григорий Куксин һәм Иван Семенов эшләне. Улар карьер борттарын күҙәтеп, мәғдән ҡалдыҡтарын тикшерҙе, урындағы экологик хәлде һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы янғын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса башҡарған эштәрен баһаланы.
—Беҙ был юлы коллегам—янғын һағы проекты хеҙмәткәре, һыуға бәйле эштәр буйынса белгес Иван Семенов менән бергәләп эшләнек. Ҡыш килгәнебеҙҙә вәғәҙә итеүебеҙсә, карьерҙа янған мәғдән ҡалдыҡтарына бәйле киҫкен хәлде күҙ уңынан ысҡындырманыҡ. Әле беҙҙе Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов хәлде баһаларға һәм янғынды туҡтатыуҙы тиҙләтеү ысулдарын барларға саҡырҙы,—тине Григорий Куксин, журналистар менән аралашҡанда.
Эксперттарҙың сибайҙар өсөн ҡыуаныслы хәбәрҙәре бар. Беренсенән, улар бында эшләгән ваҡытта һауала көкөрт һөрөмө газы норманан ашмауын теркәгән. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса ла, һуңғы арала атмосферала көкөрт диоксиды күҙәтелмәй. Был, әлбиттә, хәлде тотороҡландырыу маҡсатында башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәле булыуын күрһәтә. Карьер төбө һыу аҫтында ҡалған, хатта унда һыу ята. Мәғдән ҡалдыҡтары янған урындар әҙәйгән. Киләсәктә был тәңгәлдә эштәр дауам итәсәк.
Әммә артыҡ ҡыуанырға ла ярамай. Әлеге мәлдә ятҡылыҡтың көньяҡ бортында ла, төньяғында ла бер нисә урында быҫҡып янған ерҙәр бар. Көньяҡ ярҙа янған урыны өҫтәрәк, сөнки тап шул ерҙә температура уртаса 130 градусҡа тиклем барып етә. Төньяҡ бортта температура 50-70 градус тирәһендә тирбәлә. Янғын урындары өҫтә булғанлыҡтан, унда һыу кимәле барып етмәйәсәк. Шуға ла уларҙы башҡаса төрлө ысулдар менән һүндереү саралары ҡарала. Комбинат, ҡала, республика етәкселеге был юҫыҡта килешеп эшләүен дауам итә. Эшмәкәрлектәрен асыҡ итеп, халыҡты экологик хәл менән даими таныштырып барыуҙы төп маҡсат итеп алғандар. Әлегә ҡала хакимиәте, «Сибай, дыши!» төркөмө әүҙемселәре көн дауамында бер нисә тапҡыр атмосфера торошон үҙ приборҙары ярҙамында үлсәүҙәрен дауам итә. Шулай ҙа эксперттар карьерға яҡын арала контролләүҙең автоматик станцияһы ҡуйыу яҡлы.
Күптәр ҡалала көкөрт кенә түгел, азот диоксиды, хлор еҫе сығыуына зарлана. Баш ҡала эксперттарының тикшеренеүҙәре һауа миҡдарында уларҙың барлығын теркәмәгән.