АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июнь 2021, 15:49

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

Милли кейемдәрҙе тергеҙеп, башҡорт халыҡ тарихының бер өлөшөн киләсәк быуынға тапшырып, ҙур эш эшләгәндәре өсөн фольклор ансамбленә “Афариндар!” тип әйтәбеҙ.

Баймаҡ районы Ҡолсора, Иҙрис ауылдарының "Зарифа фольклор ансамблендә шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙар тағы ла бер яңылыҡтары менән бүлеште. Улар Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында үҙҙәренә яңы күлдәктәр теккән. Күлдәктәр ябай ғына түгел, ә XVIII быуат аҙағы -XIX быуат башында кейелгән милли кейем нигҽҙҽндә стилләштерелеп эшләнгән. Бөгөнгө көндә алтын ҡуллы апайҙар күлдәктәрҙе тегеп бөтөп, сигеү, биҙәү эштәрен башлағандар. “Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар”,тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Милли кейемдәрҙе тергеҙеп, башҡорт халыҡ тарихының бер өлөшөн киләсәк быуынға тапшырып, ҙур эш эшләгәндәре өсөн “Афариндар” тип әйтәбеҙ!