Сибай ҡалаһының иң ҙур белем усаҡтарының береһе булған 12-се мәктәпте 2004 йылдан алып Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғилминур Йыһанша ҡыҙы Ғәйнуллина етәкләй.
Ошо ваҡыт арауығында мәктәп һәр яҡлап үҫеш кисерҙе: матди-техник базаһы яҡшырҙы, педагогтарға ең һыҙғанып эшләү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылды, бинаның эстетик йөҙө яңырҙы.
Булдыҡлы етәксебеҙ Г.Й.Ғәйнуллина Йылайыр районының Бикйән ауылында тыуған. Сибай педагогия училищеһен уңышлы тамамлағандан һуң ул юғары белемде Башкорт дәүләт педагогия институтының география факультетында ала. Дипломлы белгес хеҙмәт юлын йәш быуынды тәрбиәләүгә һәм белем биреүгә арнай. Уның юғары профессионаллеге менән башҡаларҙан айырылып торған, ойоштороу һәләтенә эйә булған уҡытыусыны етәкселек үрләтеү яғын ҡарай.
Ғилминур Йыһанша ҡыҙы үҙенең оло йөрәклелеге, кешелеклеге, итәғәтлелеге менән коллегалары, уҡыусылар, ата-әсәләр араһында ҙур абруй яулаған директор. Ғәҙел, талапсан, яуаплы булғанда ғына ҙур уңыштарға өлгәшергә мөмкин,--ти етәксе.
12-се мәктәптең ҡаҙаныштарын һынай китһәң, гәзит биттәрендә майҙан етмәҫ.
Шуларҙың иң-иңдәрен генә алһаҡ, Халыҡ-ара тикшеренеү программаһының ҡатнашыусыһы, «Һанлы быуат мәктәбе» сертификаттары, «Рәсәйҙең 1000 иң яҡшы мәктәптәре” таныҡлығы, Рәсәйҙең“100 алдынғы мәктәбе” конкурсы, Бөтә Рәсәй «Һаулыҡ мәктәбе-2016” конкурсында» лауреаттары дипломдары менән бүләкләнгән.
Ғилминур Йыһанша ҡыҙы мәктәп өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер. Ул баштан бинаны ремонтлауға ҙур иғтибар бүлде. Ҡыйыҡ алмаштырыуға бөтә көсөн һалды. Ҡалала урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы тормошҡа ашырыла башланғас, йыл һайын эшлекле проекттар тәҡдим итеп, мәктәпте төҙөкләндереүгә республика һәм ҡала ҡаҙнаһынан 3048160 һум аҡса алыуға булышлыҡ итте.
Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса ла мәктәп Бөтә Рәсәй конкурсында призлы урын яуланы.
Көрәш федерациһы «Демография» мили проекты сиктәрендә ойошторған “Мәктәптәрҙә спорт көрәше” конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә белем усағында көрәш залы барлыҡҡа килде.
12-се мәктәп Берҙәм дәүләт имтихандары үткәреү базаһы булараҡ та билдәле.
Әлеге ваҡытта “Мәғариф” милли проектына ярашлы Бөтә Рәсәй уҡыусыларының предмет олимпиадалары ла бөгөнгө көндә беҙҙең мәктәптә үтә.
Патриотик тәрбиә биреү үҙәге булған мәктәптә 2005 йылдан мәктәптә Советтар Союзы геройы Ф.И.Беловтың музейы эшләп килә. 2019 йылда Башкортостандың 376 дөйөм белем биреү ойошмаларыараһында үткәрелгән “Ватан улдарын үҫтерәбеҙ” республика конкурсында 12 –се мәктәп иң яҡшы патриотик гражданлыҡ тәрбиәне ойоштороуҙа еңеүсе тип табылды һәм диплом менән бүләкләнде,ә мәктәп “Советтар Союзы Геройы Федор Иванович Белов мәктәбе” исемен йөрөтөүгә лайыҡ булды.
2019-2020 уҡыу йылында Гагарин кубогына олимпиадаларҙа 15 уҡыусы еңеп сыҡты. Донъя һынлы сәнғәт мәҙәнәите предметы буйынса төбәк этабында 8-се класс уҡыусыһы Ольга Никифорова Бөтә Рәсәй конкурсында алдынғы урынды яуланы. Ул сентябрь айында республика намыҫын яҡлаясаҡ.
Уҡыусыларҙың, коллегаларҙың бөтә уңыштары башында тороусы һәм иң яҡын ярҙамсыһы, уларҙың енеүҙәренә ихлас ҡыуана белеүсе етәксебеҙҙән бигерәк
тә уңдыҡ. Мәктәпкә нур өҫтәп, мәктәбем тип янып, унан ҡайтмай тиерлек эшләгән һоҡланғыс шәхес менән эшләүебеҙ менән беҙ бәхетле.
Уңышлы етәксе, ҡала Советы депутаты булыу Ғилминур Йыһанша ҡыҙына бәхетле әсә, йомарт өләсәй булыуға һис кенә лә ҡамасауламай. Уның ике ҡыҙы--ике ҡанаты, ике кейәүе- ике терәге һәм өс ейән-ейәнсәрҙәре тормошоноң йәме. Ауыр һынауҙарға бирешмәй, гел яңылыҡтарға ынтылған директорыбыҙ ошо көндәрҙә оло юбилейын билдәләй. Уны ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Гел шулай алдынғы ҡарашлы етәксе булығыҙ! Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, коллективтың, уҡыусыларҙың, балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен, ихтирамын тойоп йәшәргә, эшләргә яҙһын!
Иң изге теләктәр менән--12–се мәктәп коллективы.
#Нацпроекты#миллипроекттар