Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2020, 21:15

Сит-яттарҙы йәр итмә

—Зәңгәр күҙле, һомғол рус ҡыҙы күңелемә бер күреүҙән үтеп инде. Яҡындарым ҡаршы булһа ла өйләндем. Матур, етеш йәшәйбеҙ, ике ҡыҙыбыҙ буй еткерҙе. Ислам ҡабул итәм тигән ҡатыным өлкәнәйә килә мөйөшкә икона ҡуйҙы, балаларҙың муйынына тәре таҡты. Исем-шәрифтәре башҡортса булһа ла, ҡыҙҙар үҙҙәрен рус милләтенәнбеҙ ти башланы. Йәнәһе лә, уларҙы был донъяға рус милләтле әсәһе тапҡан. Барыһына ла күҙ йомдом. Өлкәнәйгәс кенә щи-борщтан, ап-аҡ крахмаллы түшәктән ғарҡ булы-уымды аңланым. Ғүмерлек юлдаш итеп үҙ милләтем ҡыҙын һайламауға ныҡ үкенәм. “Йәш сағыңда ҡартлыҡ көнөңдә бәхетле булырлыҡ итеп йәшә”,–тигән боронғо философ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшлек—йүләрлек, дыуамаллыҡ кеүек сифаттарҙың урғылып торған сағында олоғайғас ниндәйҙер хәүеф һағалау ихтималы һис тә башҡа инеп сыҡманы. Аҡыл яңы, олоғайып барғанда ғына ултырҙы. Ләкин ғүмерҙе яңынан йәшәп булмай.

Сит-яттарҙы йәр итмә
КҮПТӘН ТҮГЕЛ РӘСӘЙҘЕҢ ДИНИӘ НАЗАРАТЫ МОСОЛМАНДАРҒА ИКЕНСЕ ДИН ҠӘРҘӘШКӘ ӨЙЛӘНЕҮҘЕ ТЫЙҘЫ. БЫЛ ХАҠТА ОЙОШМАНЫҢ ДИНИ ҠАРАРЫНДА ӘЙТЕЛӘ. ДОКУМЕНТТА КОНФЕССИЯ-АРА НИКАХТАР
ТЫЙЫЛА, УРЫНДАҒЫ МӨФТИӘТ ҠАРАРЫ БУЙЫНСА ҺИРӘК ОСРАҠТАРҘА ҒЫНА УНДАЙ НИКАХТАР
ХУПЛАУ ТАБЫУЫ ИХТИМАЛ, ТИЕЛӘ.
Дин әһелдәре фекеренсә, мосолман ир-егет менән башҡа динле ҡатын-ҡыҙ бер нисек тә ҡәрҙәш булып китә алмай. Мосолманға Ҡөръән Кәримгә ярашлы йәшәргә риза булған гүзәл зат ҡына кейәүгә сыға ала. Диниә Назараты вәкилдәре тап ошо талап ике айырым шәхестең һәр яҡлап та бер-береһенә тура килеп, уларҙы ғүмерлеккә бер бөтөнгә әйләндереүҙең шарты булып тора тип иҫбатлай.
Мөфтөйҙөң ҡарарын күп кенә диндарҙар хупланы, ҡаршы сығыусылар ҙа юҡ түгел.
Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин Ғәзизов әйтеүенсә, Ислам динендә элек-электән ҡатнаш никахтар хупланмай. Бындай тыйыуҙарҙың нигеҙендә ғаиләне һаҡлап ҡалыу, айырылышҡан осраҡта ла килеп тыуған киҫкен хәлде еңелерәк кисереү кеүек ыңғай күренештәр ята.
—Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына электән икенсе конфессия вәкиленә кейәүгә сығыу тыйыла. Сөнки ир кеше ғаиләһе өсөн яуап тота һәм уның иманлы булыуы зарур. Шул уҡ ваҡытта дини ир-егет икенсе милләт вәкиленә өйләнеү-өйләнмәүҙе үҙе хәл итә.
Ғаилә башлығы балаларының Ислам тәғлимәттәренә ярашлы тәрбиәләнеүен тәьмин итергә тейеш. Ул Аллаһы Тәғәлә алдында балалары һәм ҡатын өсөн яуап-лы. Әгәр ҡатыны икенсе диндә икән, ул уны Исламға күсергә өндәргә тейеш,—ти Әғләметдин хәҙрәт.—Тыйылған емеш татлы була тигәндәй, һуңғы ваҡыттарҙа ҡатнаш никахтарҙың ныҡ күбәйеп китеүе мөфтөйҙө был хаҡиҡәтте ҡабаттан яңыртыуға этәрҙе.
Ҡарарҙа бындай дини талап этник мосолмандарға, йәғни Ислам диненә ярашлы йәшәмәгәндәргә ҡағылмай тип әйтелә. Иманы ныҡлы кеше иһә ғүмерҙә лә ҡатнаш никахҡа инмәйәсәк.
Диндарҙарҙың бындай ҡарарынан һуң ҡатнаш никахта йәшәүсе бер нисә танышыма: “Тормош көткәндә диндәрҙең төрлөлөгө ҡамасаулаймы? Донъяуи ҡараштар айырыламы?”—тигән һорауҙар бирҙем.
Яуаптар түбәндәгесә булды.
(Исемдәр үҙгәртеп алынды).
ЗӘЛИФӘ, китапханасы:
—Үҙем башҡорт, рус егетен яраттым, ғүмерлеккә тип кейәүгә сыҡтым. Атай-әсәйем никах уҡытайыҡ тигәс тә егетем: “Мин мәсеткә бармайым”,—тине. Барыуын барҙы, әммә инмәне. Беҙ эскә инеп, ул тышта тороп мулланан никах уҡытып сыҡтыҡ. Хәҙер ике балабыҙ бар. Әлегә уларҙы мәсеткә лә, сиркәүгә лә йөрөтмәйбеҙ. Үҙҙәре үҫкәс һайлар, ти ирем. Мин аяттарға йөрөйөм, ул өйҙә ултырып ҡала. Уның дини байрамы уңайынан үткәрелгән сараларға мин бармайым. Бер бөтөнбөҙ, тип әйтә алмайым шуға.
АБДУЛЛА, хаҡлы ялда:
—Зәңгәр күҙле, һомғол рус ҡыҙы күңелемә бер күреүҙән үтеп инде. Яҡындарым ҡаршы булһа ла өйләндем. Матур, етеш йәшәйбеҙ, ике ҡыҙыбыҙ буй еткерҙе. Ислам ҡабул итәм тигән ҡатыным өлкәнәйә килә мөйөшкә икона ҡуйҙы, балаларҙың муйынына тәре таҡты. Исем-шәрифтәре башҡортса булһа ла, ҡыҙҙар үҙҙәрен рус милләтенәнбеҙ ти башланы. Йәнәһе лә, уларҙы был донъяға рус милләтле әсәһе тапҡан. Барыһына ла күҙ йомдом. Өлкәнәйгәс кенә щи-борщтан, ап-аҡ крахмаллы түшәктән ғарҡ булы-уымды аңланым. Ғүмерлек юлдаш итеп үҙ милләтем ҡыҙын һайламауға ныҡ үкенәм. “Йәш сағыңда ҡартлыҡ көнөңдә бәхетле булырлыҡ итеп йәшә”,–тигән боронғо философ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшлек—йүләрлек, дыуамаллыҡ кеүек сифаттарҙың урғылып торған сағында олоғайғас ниндәйҙер хәүеф һағалау ихтималы һис тә башҡа инеп сыҡманы. Аҡыл яңы, олоғайып барғанда ғына ултырҙы. Ләкин ғүмерҙе яңынан йәшәп булмай.
ЗӨҺРӘ, психолог:
—Ҡатнаш никахтарҙың күбеһе тарҡала. Беҙҙең ғаилә карабы ла аңлашылмаусынлыҡтар аҙым һайын булғанлыҡтан, биҙ тиҙ ҡомға терәлде. Ғүмерҙәре ахырынаса бергә йәшәүселәр ҙә бихисап, әлбиттә. Кемдәрҙер тормош сифаты юғарыраҡ булған, икенселәре яҙмыштан уҙмыш юҡ ҡануны йоғонтоһонда, өсөнсөләре сигенер урыны ҡалмағанлыҡтан сит тарафтарҙа ерегә, ләкин был хәл-күренеште ыңғай тип баһалап булмай. Элек-электән һәм барлыҡ мәмләкәттәрҙә лә халыҡтар үҙ ырыуынан йәки ҡәбиләһенән сыҡҡан йәштәр менән тормош ҡороуҙы уңайлыраҡ һанаған, сөнки бер үк тел, милли ғөрөф-ғәҙәттәр, көнкүреш шарттары, йәғни яраҡлашыу зарурлығы юҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элекке Советтар Союзында дәүләт органдары ғаилә мөхитенә әүҙем ҡыҫылған һәм милләт-ара никахтарҙы пропагандалаған. Был да аңлашыла, сөнки ошо юл менән берҙәм совет халҡы формалаша тигән ҡараш нығынған булған.
2018 йылда 621 яҡташыбыҙ БДБ илдәре, атап әйткәндә, Үзбәкстан,
Тажикстан, Әрмәнстан кешеләре менән никахҡа ингән, 200-ҙән ашыуы иһә үҙенә парҙы Германия, Франция, Италия, Израиль, Мысыр, Төркиә һәм ҡайһы бер башҡа дәүләттәрҙә тапҡан.