Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Октябрь 2020, 11:25

Ҡулың эш белһә, өҫтәлеңдә аш булыр

Сибай ҡалаһында 2019 йылдан алып эшләп килгән “Ышаныс” социаль яҡланмаған граждандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге гүзәл заттарға ауыр тормош хәленән сығыу юлын тәҡдим итә.Эльмира Ғәлина етәкләгән үҙәк яңғыҙ бала тәрбиәләгән, аҙ тәьмин ителгән күп балалы әсәләргә, физик мөмкинлектәре сикләнгән ҡатын-ҡыҙҙарға бесеү һәм тегеү курсы ойоштора.

Килем кәмеүен нисек йырып сығырға? Хеҙмәт һәм хужабикә йөкләмәләрен ҡайһылай итеп берләштерергә? Шул уҡ ваҡытта балаларҙы ла бағырға ваҡыт табырға?
Коронавирус пандемияһы күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар алдына ошондай һорауҙар ҡуйҙы.
Сибай ҡалаһында 2019 йылдан алып эшләп килгән “Ышаныс” социаль яҡланмаған граждандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге гүзәл заттарға ауыр тормош хәленән сығыу юлын тәҡдим итә.
Эльмира Ғәлина етәкләгән үҙәк яңғыҙ бала тәрбиәләгән, аҙ тәьмин ителгән күп балалы әсәләргә, физик мөмкинлектәре сикләнгән ҡатын-ҡыҙҙарға бесеү һәм тегеү курсы ойоштора. Проекттың төп маҡсаты—һөнәр үҙләштергән белгестәрҙең мәшғүллеген хәстәрләү, эшкә урынлаштырыу.
Курстар Сибай ҡалаһының элекке тегеү фабрикаһының өсөнсө ҡатында урынлашҡан тегеү цехында үтә. Цех заманса тегеү, сигеү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Үҙәк оҫталары заказға төрлө әйберҙәр тегә, бер юлы уҡыусы булараҡ ҡабул ителгәндәрҙе еңел сәнәғәт нескәлектәренә төшөндөрә.
Элмира ханым һөнәре буйынса дизайнер. Ә уның ярҙамсыһы, уҡытыусы-технолог Ғәлимә Шаһыбалова тегеү сәнәғәте конструкторы. Ике һөнәрмән берләшеп булдырған проект сиктәрендә әлегә 5 ҡатын-ҡыҙ бесеү, тегеү, сигеү кеүек һәр гүзәл затҡа кәрәкле һөнәр үҙләштерә.
--Тегеү цехы асыуыбыҙға бер йыл булып килә. Шәхсән әйбер тектерергә теләүселәрҙән тыш, балалар баҡсалары, мәктәптәргә милли кейемдәр тегеүгә заказдар булып тора. Эшмәкәрлегебеҙ менән ҡуша уҡытыу эше бергә барһын өсөн тырышабыҙ. Күреүегеҙсә, килеп сыға,--Эльмира Ғәлина.
Уның һүҙҙәрен Ғәлимә Шаһыбалова ла ҡеүәтләй:
--Курс башында тегеү машинкаһына ултырырға ҡурҡып торған ҡатын-ҡыҙҙар аҙаҡҡа табан шул тиклем оҫтара, хатта улар теккән әйбер фабрикала етештерелгәндән бер нәмәһе менән дә айырылмай. Заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Тегеү ҡорамалдары яңы. Мәҫәлән, милли кейем орнаменттарын сигеүсе машинка компьтер графикалы. Камзул, ҡайыш, түбәтәй, гастуктарҙы семәрләп биреү беҙҙең өсөн бер ни тормай,--ти ул.
Күптән түгел генә уларға сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ике ҡыҙ килгән. Дилә һәм Индира Хәсәновалар тыумыштан һаңғырау һәм телһеҙ. Ҡыҙҙар махсус мәктәпте тамамлағандан һуң тегенсе һөнәренә уҡығандар, әммә практика йәһәтенән тәжрибәләре юҡ. Ҡыҙҙарҙың киләсәккә пландары оҫталыҡ туплап, артабан эшкә урынлашыу. Дилә, Индира менән яҙышып аралаштыҡ. Улар үҙәктә һөнәр үҙләштереү өсөн бөтә шарттар, остаздарының тәжрибәле булыуын белгертте. Эш, уҡыу барышында ла етәкселәр ҡыҙҙар менән яҙышып аралаша. Тыңлаусан, ҡушылған эште еренә еткереп эшләй белеүҙәре менән улар тегенселәрҙең ихтирамын яулаған.
Теген цехы тотоусы Эльмира Ғәлина “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү”милли проекты сиктәрендә ҡалала “Ышаныс ебе” коворкинг-үҙәк асырға иҫәп тота. Бында шулай уҡ ауыр тормош хәленә тарыған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн “3 йәшкә тиклемге балалар кейемдәре”, “Ҡатын-ҡыҙҙар гардеробы”, “Йорт текстиле” йүнәлешендә бесеү һәм тегеү курстары уҙғарылысаҡ. Гүзәл заттарға 2 ай дауамында еңел сәнәғәткә юлды баштан башлап, заманса тегеү ҡорамалдары менән йыһазландырылған цехта ныҡлы эшләргә өйрәтәсәктәр. Һәр курс тегеү буйынса күнекмәләр менән нығытала бара. Тегеүҙән тыш, художестволы образ тыуҙырырға, теүәл бесеүҙең яңы алымдары буйынса балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәре бесергә, стандарт булмаған фигураларға кейем тегергә лә өйрәтәсәктәр.
Проект ғәмәлгә инһә бушлай йәмғеһе 6 курс ойошторолоуы күҙаллана. Социаль яҡланмаған ҡатламға ҡараусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейем-һалым бесергә, тегергә өйрәнеп, үҙҙәре өсөн дә, заказға ла тегеп балаларын аҫрай алырлыҡ һөнәр үҙләштереүе зарур. Шулай уҡ артабан мәшғүллекте хәстәрләү, хатта шәхси эштәрен асырлыҡ кимәлгә еткереү ҙә ҡарала.
Коворкинг-үҙәккә шөғөлләнергә килеүселәрҙең балаларын ваҡытлыса бағып тороу бүлмәһе лә эшләйәсәк.
“Ышаныс” үҙәге етәксеһе Эльмира Ғәлина коворкинг-үҙәк өсөн урын да хәстәрләгән. Ул әлеге цехтары янындағы ҙурыраҡ бүлмә.
#нацпроекты#миллипроекттар