Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Октябрь 2020, 12:10

ГӨЛ-СӘСКӘЛЕ ДОНЪЯ

Ишеттегеҙме әле бер хәбәр? Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе Ишемғоловтар “Ветеран ихатаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, грант яулаған һәм бүләккә теплица алған! Ошо яңылыҡты ишеткәс, шәп баҡсасылар менән танышырға һәм һеҙҙе лә таныштырырға булдыҡ.

Ишеттегеҙме әле бер хәбәр? Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе Ишемғоловтар “Ветеран ихатаһы” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, грант яулаған һәм бүләккә теплица алған! Ошо яңылыҡты ишеткәс, шәп баҡсасылар менән танышырға һәм һеҙҙе лә таныштырырға булдыҡ.
Нурислам һәм Заһира Ишемғоловтарҙы ауылдаштары бик бөтмөр, егәрле итеп белә. Бына инде 47 йыл иңгә-иң терәшеп, шатлығын да, хәсрәтен дә тигеҙ тартып, бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап сәмләнеп, гөрләтеп донъя көтә улар.
Ғаилә башлығы хеҙмәт юлын мәктәптә уҡытыусы булып башлай. Шул ваҡытта колхозға килгән яңы техникаға ҡыҙығып һөнәрен алмаштыра һәм оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләй. Техникаға булған һөйөүенә әле булһа ла тоғро ҡалған ул. Үҙ тракторы менән утын, бесән ташый, бар эште үҙе башҡара. Нурислам Әбделмән улы техниканы яҡшы белгән кеүек балта эшенә лә оҫта, электр ҡорамалдарын йүнәтеүгә лә маһир. Күрше-тирә генә түгел, эргәләге ауылдарҙан да уға сепарат йүнәттерергә киләләр икән. Ҡул аҫтында ятҡан, кәрәкмәгән кеүек тойолған әйберҙәргә икенсе һулыш бирә торған ғәҙәте лә бар. Тағы ла бер шөғөлө--оҙаҡ йылдар ауыл хәлдәрен, яңылыҡтарҙы теркәп, көндәлек алып бара. Унда һауа торошон күҙәтеүҙәре, үҙенең уй-фекерҙәре лә урын ала.
Хужабикә Заһира Вәли ҡыҙы иһә оло йөрәкле, иҫ киткес эшһөйәр, бер минут тик ултыра белмәгән ханым. Күпереп бешкән икмәктәре, бауырһаҡтары, тигеҙ генә йәйеп ҡырҡҡан һалмалары, туңдырғыс тулы май-ҡорото, һәр саҡ боҫрап торған самауыры, мейес төбөндәге тәмле аштары--уның уңғанлығына дәлил. Ул хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәп яны участкаһында эшләгән. Бәләкәйҙән матурлыҡҡа, гөл-сәскәгә ғашиҡ ханымдың эше һәр саҡ юғары баһалана һәм ул эшләгән мәктәп баҡсаһы йыл да маҡтауға лайыҡ була. Эште бар күңелеңде һалып, яратып башҡарһаң ғына уңышҡа өлгәшеп булырын яҡшы аңлай Заһира Вәли ҡыҙы. Ул хатта гөл-сәскәләренә лә һөйөү һүҙҙәре әйтә, бәлки шуғалыр ҙа улары шау сәскәгә күмелгән.
--Мин бәләкәйҙән гөл-сәскәгә ғашиҡ булһам, Нурислам һуңғы йылдарҙа баҡса эшенә әүрәп китте. Икәү башҡарған эш ырамлы ла, күңелле лә. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, “Сәскәле йорт” номинацияһында еңеүсе булдыҡ. Маҡтау ҡағыҙҙары, почет грамоталары алып торабыҙ. Наҙҙы, һөйөүҙе, йылы һүҙҙе йәлләргә ярамай. Бында кешене генә түгел, ғөмүмән гөл-сәскәне, малды һәм башҡаһын күҙ уңында тотам . Шул саҡта ғына тормош матур, уңышлы. Бына әҙ генә мәшәҡәткә күмелеп, иғтибарҙы кәметһәм, сәскәләрем шиңә башлай. Йылы һүҙ ҡушһаң—улар бөтөнләй икенсе. Баҡсала ла, өйҙә лә гөлдәр үҫтерәм. Өйҙәгеләрен аҙнаһына, йә ун көнгә бер шәкәрле һыу менән туҡландырып та алам. Гөлгә ҡырҙа сысҡан йомшартып өйгән тупраҡ килешә икәнлеген беләм. Төрлө гөлдәр, хатта матурлыҡ өсөн декаратив кәбеҫтә лә ултыртҡанмын. Ишек алдын раузалар, пиондар, гиацинт, ләләләр, алтынбаштар, нарцистар, гладиолустар һәм башҡа күп йыллыҡ сәскәләр биҙәй. Иртән тороп тышҡа сығыу менән уларға һүҙ ҡушып, һөйләшеп алам, улар миңә күңел йылыһы, көс бирә,--ти хужабикә.
Ишемғоловтар баҡсаһы гөл-сәскәгә генә түгел, йәшелсә, емеш-еләккә лә бай. Юҡҡа ғына улар Рәсәй кимәлендәге конкурста бүләкләнмәгән!
Иләгенә күрә ҡапҡасы, тиҙәр бит әле. Нурислам ағайҙың ҡул эшенә оҫта булыуын әйтеп үткәйнек. Заһира апай ҙа ҡул эшенә маһир. Уның ҡорамалары, бәйләгән әйберҙәре, күҙ нурҙарын түгеп эшләгән хәситә-иҙеүҙәре генә ни тора! Һоҡланып та туйып булмаҫ!
Матурлыҡҡа ғашиҡ, хеҙмәт һөйгән ғаиләлә тәрбиәле, аҡыллы, эшһөйәр балалар буй еткереүенә берәү ҙә шикләнмәйҙер! Ишемғоловтар биш баланы аяҡҡа баҫтырған, уҡытҡан, белем биргән. Алма ағасынан йыраҡ төшә буламы? Улар ҙа ата-әсәһе өлгөһөндә гөрләтеп донъя көтә. Ололары Айгөл ғаиләһе менән Һамар ауылында йәшәй, өс бала үҫтерә. Айнур ҙа өс балаға атай, улар Аҡъярҙа төпләнгән. Гүзәл һәм Юлиә исемле ҡыҙҙары ғаиләләре менән Сибайҙа донъя көтһә, ике балаға әсәй булған Гөлиә лә Аҡъярҙа йәшәй. Һәммәһе 13 ейән-ейәнсәре бар Ишемғоловтарҙың. Байрамдарҙа, каникулдарҙа уларҙың гөл-сәскәле йорто шат балалар тауышына күмелә.