Рәзиләнең бала сағы өләсәһе менән үтте. Атай-әсәй көндәр буйы эштә, ә ҡыҙыҡай өләсәйҙең хәстәрлекле ҡулдары менән бешерелгән тәмле-тәмле бәлештәр менән һыйлана, әкиәттәр тыңлай. Уның иң оҡшағаны - өләсәйҙең ноҡот таштары. Йымылдышып торған төрлө төҫтәге түңәрәк таштарҙың төрлө йүнәлештә һибелеп, яҙмыш юлын билдәләгәндәре. Их, шул таштарҙы урамға алып сығып, ҡыҙҙар менән уйнарға ине! Тик өләсәй уларҙы ҡәҙерләп кенә йыйып ала ла, ап-аҡ ашъяулыҡҡа төйнәп, һандыҡ төбөнә һалып ҡуя. Ҡыҙҙар менән йылға буйында ундай таштарҙы йыйып ҡарағайнылар ҙа ул, тик улар ноҡот һалғандағы кеүек емелдәмәй төҫлө, бәлки уларҙың ниндәйҙер сере барҙыр?
Барҙыр. Рәзилә бәләкәй сағында, өләсәһен тик тиклем өгөтләһә лә, ноҡот һалмай торғайны. Мәктәпте тамамлап, медицина университетына уҡырға инергә торғанда, шул таштар дөрөҫ юл күрһәтте. Өләсәһе ейәнсәрен ҡосағына алып оҙаҡ ултырҙы.
- Их, ғүмер тигәнең үтә лә китә икән. Һин дә үҫеп еттең, атайың да берәү генә, һин дә. Исмаһам әүрәп ҡалырға йә ҡусты, йә һеңле алып ҡайтманылар бит һиңә. Уҡыуыңды тамамлауыңды күрергә яҙһын инде. Бына, үҙеңә ноҡот һалдым, юлың уң булыр, ҡыҙым, -тине өләсәһе мөләйем йылмайып.
Студен йылдары ла бик тиҙ үтте. Ысынлап та бар нәмә ыңғай ғына булып торҙо. Ҡулына диплом алып ҡайтҡан ҡыҙға күрше ауылдан яусы ебәрә һалдылар. Ғәлинурҙы Рәзилә күптән яратып, кейәүгә сығырға ризалығын ҡалала уҡығанда уҡ белгертһә, ата-әсә өсөн көтөлмәгәнерәк булды. “Ата-әсә өсөн бала һәр ваҡыт бала булып ҡала” тигәндәй, ҡыҙҙарының үҫеп, дипломлы белгес булыуына ҡыуанып, кейәүгә биреү мәшәҡәттәренә сумдылар. Тик өләсәйҙең шул ноҡот таштарын һирпә-һирпә: “Ҡыҙым, был һинең яҙмышың түгел, юлың бик ҡатмарлы. Эшкә урынлаш, ғаилә ҡорорға өлгөрөрһөң әле. Киләсәгең икенсе юлда һинең”,-тигәндәрен тыңларға ла теләүсе булманы.
Килененән дә ғүмерҙә ишетмәгән һүҙҙәрҙе ишетте:
- Эй шул таштар йомарлап ғүмерең үтте инде. Хәҙерге заман бөтөнләй икенсе, хан заманындағы таштар бөгөнгө көндө нисек күрһен ти. Ултыраһың инде ейәнсәреңде ҡыҙғанып, ҡыҙға ваҡытында кейәүгә сығыу ҡәҙерле.
Рәзилә өләсәһен бик ярата шул. Кәйефе ҡырылып, нисәнсе көн һөйләшкеһе лә килмәгән өләсәһен итәкләп баҡсаға алып сыҡты ла:
-Өләсәйем минең, белһәң ине Ғәлинурҙы нисек яратҡанды. Унһыҙ йәшәй алмаҫмын шул. Башҡаса һалма шул таштарыңды. Ни булһа ла, минең янымда һин бар, ә мин һинең яныңда. Бир ризалығыңды, өләсәй, -тип шыбырланы.
Ҡәҙерлеләренең баҡсала йәшерен урынын күптән белгән атаһы йүгереп килеп инде лә, яҡындарын ҡосаҡлап урталарына уҡ барып ултырҙы:
- Йә, әсәй, кейәүгә сыҡмаҫҡа күндерҙеңме шуны. Их, ниндәй һылыу ҡыҙ үҫтерҙек бит бергәләп. Мин дә ҡыҙғанам ул. Тик ни булһа ла, ярҙам итербеҙ, беҙ күмәк бит. Сыҡһын да ҡуйһын!
- Йә, ярай, алдығыҙға алғанды ҡуймаҫһығыҙ инде. Ҡыҙсығым, берҙән-берем, бәхетеңде бер ҙә ҡыйғым килгәндән әйтмәйем. Яҙмышыңа яҙылғанды урап үтеп булмайҙыр ул. Һинең өсөн аяттар уҡып торормон, юлың уң булһын инде.
Баштарын баштарына терәп оҙаҡ ҡына ҡосаҡлашып ултыра бирҙеләр. Миңһылыуҙың: “Бында ултырыуҙан бер ниндәй ҙә фәтеүә сыҡмаҫ, әйҙәгеҙ өйгә инеп сәй эсәйек," тигәненә барыһы ла һиҫкәнеп китте.
- Бәй, әсәй, һин дә бында мы ни, - тип көлөп ебәрҙе Рәзилә.
-Әтеү, был урын хәҙер миңә инде, ейәнсәрем булһа, беҙ ҡайҙа йәшенеп серләшербеҙ һуң. Йәгеҙ, йәһәтерәк булығыҙ, бәлеште мейестән сығарҙым, сәй һыуына, -тип Миңһылыу өгөтләй-өгөтләй сәй табынына саҡырҙы.
... Быйыл туй үткәнгә теүәл 15 йыл. Рәзилә баҡса мөйөшөндәге йәшерен урынға күҙ һалды. Атаһы ни тиклем был урындығы эҙҙәрҙе һаҡлап ҡалырға тырышһа ла, бер аҙ таушала төшкән икән. Хужалары күптән юҡ шул. Өләсәһе китеп барғанға ла ун йыллап ваҡыт үтте.
“Эх,өләсәй, шул ваҡытта ноҡот таштарыңды тыңлаһам, бәлки хәҙер яңғыҙым да ҡалмаҫ инем. Беҙ күмәк...ярҙам итербеҙ... Тормошта ярҙам итә алмаҫлыҡ хәлдәр була икән,” - тип оҙаҡ уйланып торҙо Рәзилә.
Ысынлап та, тормош ҡороп, бәхетле йәшәп китергә яҙмаған икән. Ете йылға тиклем бәпәйҙәре булмағас, Ғәлинур бер аҙ эскеләй башланы. Инде төңөлдөк тигәндә генә, Рәзилә сәскәләй ҡыҙ табып бирҙе. Нисә йыл көткән бәпесте “өф” итеп, ҡулдарында ғына алап йөрөттөләр. Тик бәлә һағалап ҡына торған икән. Уйнап йөрөгәндә ҡолап, бәпәй аяғын ҡаймыҡтырҙы ла ҡуйҙы. Бала аяғына баҫмағас имселәргә лә, өшкөрөүселәргә лә, һөйәк ултыртыусыларға ла алып йөрөттөләр. Дауаханаларҙың да асылмаған ишеге ҡалманы. Тик нимә булғанын аныҡ ҡына әйтеүсе булманы. Мәскәүгә алып китергә торғанда, ҡыҙҙарының тән температураһы кинәт күтәрелеп, иҫен юғалтты. Мең ғазаптарға һалып, ҡыҙҙары лы яҡты донъя менән хушлашты. Был хәлдә үҙен ғәйепләгән Ғәлинур, “шәп” дуҫтары менән эскеләп йөрөнө лә, аҫылынып ҡуйҙы.
Бына шулай, селпәрәмә килгән ғаилә тормошоноң ярсыҡтары ноҡот таштарындай төрлө ергә таралышты. Рәзилә генә өләсәһенең һүҙҙәрен тыңламағанға терһәген тешләрҙәй булып, буталанған уйҙарының осона сыға алмай бейек яр буйында ултырҙы ла ултырҙы.