Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Август 2020, 22:35

ӘХИРӘТ

Айтуғандың уяулы-йоҡоло сирләп ятҡанына ла хәҙер ай була инде. Бер нәмә лә ашамай, карауатында тик ята. Бик ныҡ инәлә башлаһаң, ярар инде бик үтенгәс ашайым инде, тип әйтеүсегә ташлама яһағандай, өҫтәл янына барып ултырып бер-ике ҡалаҡ аш, ул булмаһа бутҡа ҡапҡылай ҙа кире урынына ята. Апаһы Нәзирә көслөк менән дауаханаға ла йөрөтөп ҡараны, анализдары яҡшы булып тик тора. Шуға күрә табиптар уны дауаханаға һалырға ла ашыҡмай: яуырындарын һелкетеп, улар ҙа Нәзирә менән бергә аптырауға ҡала.

Айтуғандың уяулы-йоҡоло сирләп ятҡанына ла хәҙер ай була инде. Бер нәмә лә ашамай, карауатында тик ята. Бик ныҡ инәлә башлаһаң, ярар инде бик үтенгәс ашайым инде, тип әйтеүсегә ташлама яһағандай, өҫтәл янына барып ултырып бер-ике ҡалаҡ аш, ул булмаһа бутҡа ҡапҡылай ҙа кире урынына ята. Апаһы Нәзирә көслөк менән дауаханаға ла йөрөтөп ҡараны, анализдары яҡшы булып тик тора. Шуға күрә табиптар уны дауаханаға һалырға ла ашыҡмай: яуырындарын һелкетеп, улар ҙа Нәзирә менән бергә аптырауға ҡала.
Бөгөн төнөн Нәзирә ҡустыһының һаташыуына уянып, ҡурҡып бер аҙ тыңлап ятты, тик ул һаташмай, ә илай ине.
--Әсәй, әсәй, ҡасан киләһең, ҡасан килеп мине алаһың? Тиҙ киләм тигәйнең бит, ниңә һаман килмәйһең? Мин һине шул тиклем һағындым,--мыш-мыш танауын тартып ала,-- апайым да һағына, тик ул һиҙҙермәй... Еҙнәй миңә яман ҡарай башлағайны уны ҡыуҙы. Беҙ хәҙер өсөбөҙ генә. Апайымдың улы, мин, апай. Әсәкәйем, оҙаҡланың бит, ниңә оҙаҡланың инде? Мин ауырыйым, ә һин - юҡ...
Шул урында Нәзирә улының өҫтөнә япты ла ипләп кенә ҡустыһы эргәһенә атланы. Ниңәлер ул һаман уны һаташалыр тип уйлай, һаҡ ҡына яуырынына ҡулын һалды ла:
--Айтуған, һаташаһың түгелме, ҡолонсағым, уян әле, уян,--тип арҡаһынан Һөйөп алды, ә был мәлдә ҡустыһы ҡапыл ырғып торҙо ла:
--Мин һине шул тиклем яратам, апай, ниңә еҙнәйҙе сығарҙың инде, мин уның менән һыйышырға тырышыр инем әле. Әсәй ҙә килмәне, алданы беҙҙе. Хәҙер миңә лә ун биш йәш була бит инде. Ун ике йыл уны көтәм, хәҙер хәлем бөттө, көтөп арыным,--тип, күҙ йәшен ҡулының һырты менән һөртөп алды.
--Әсәй үлде бит, һин бишенсе класта уҡый инең.
--Ул әсәйҙе әйтмәйем. Рәшиҙә әсәйҙе, үҙебеҙҙекен әйтәм
Ошо урында йоҡо икеһенән дә ҡасҡайны. Әсәһе уларҙың өсөһөн һыуыҡ өйҙә алдаштырып ҡалдырып сығып киткәндә, Нәзирәгә лә ун йәш ине. Әсәһе элек тә уларҙы шулай ҡалдырып сығып киткеләй ине, тик берәй дүрт-биш көндән сәсе - башы туҙып, энә ашаған эт кеүек йонсоп ҡайтып инә лә тотона балаларын да үҙен дә тәрбиәләргә. Тик тора бара уның был ҡылығы йышая башланы һәм, һуңғы сығып китеүендә, һеңлеһенә лә, уға ла бер йылы һүҙ әйтмәй, тик ҡустыһы Айтуғанды ғына һығып ҡосаҡлап яратты ла, береһенә лә күҙ һалмай тышҡа, балалар өсөн билдәһеҙ яҡҡа атылды. Был юлы улар айлап ҡына үҙҙәре йәшәне. Күрше Ишбикә апай былай һөт, эремсек, ара-тирә икмәк индергеләне. Унан уларҙы кемдәрҙер килеп өсөһөн дә балалар йортона тапшырҙылар. Бында улар михнәт һурпаһын күп эстеләр: һеңлеһе Асияны бер ғаилә үҙҙәренә ҡыҙлыҡҡа алды, ә бына ҡустыһын алырға теләмәгәс, ул үҙе уларға барыуҙан баш тартты. Ул ғаиләнең үҙенең ике улдары булған икән, шуға алырға теләмәгәндәрҙер инде. Бер тапҡыр кемдер берәү килеп:
--Нәзирә, һиңә беренсе ҡатта бер апай килгән, төшөрөгөҙ әле, тип һораны, тиҙ бул, туғаныңдыр,-- тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Шул ваҡыт тәрбиәсе килде лә:
--Иҫерек кешеләр менән осрашыуға сығармайбыҙ, яңы иҫтәренә төшкән, өс йыл буйы ҡайҙа йөрөгән? Йөрөмәйһең.
--Улайһа, ул минең әсәйемме? Беҙ уны һағындыҡ бит. Минең күргем килә. Ул, бәлки, иҫерек түгелдер, һеҙ күрҙегеҙме?
Шул ваҡыт киҫкен ҡарарға килеп, йүгереп бүлмәнән сығырға булды, тик тәрбиәсе унан сосораҡ булып сыҡты, ҡулынан һыңҡылдата тотоп алды ла йән асыуы менән карауатҡа табан этте. Нәзирә йөҙтүбән карауатына йығылып илай башланы.
--Ҡайҙа бараһың. Ашау - байҙан, үлем - хоҙайҙан, ҡәҙерен белмәйһегеҙ. Һеҙгә осрашырға рөхсәт юҡ.
Шунда эргәһендәге унынсыла уҡып йөрөгән ҡыҙ ҡушылды.
--Суд булғанда ла хөкөм ителеүсегә рөхсәт: һөйләргә лә, и осрашырға ла бирелә. Үҙегеҙ ҡуша сығып булалыр бит, вообще аңламайым мин һеҙҙе. Беҙҙең кеүектәрҙе ниңә ҡарарға килдегеҙ һуң, добрая түгелһегеҙ, - тине.
--Һин ҡотортоп тораңмы? Һин дә уларҙан ары китмәгәнһең бит, смотри, ҡыҙый. Шул ғына етмәгәйе.
--Ул, моғайын, әсәйемдер, минең дә, ҡустымдың да күргеһе килә бит аңлайһығыҙмы?
--Юҡ. Аңламайым да, теләмәйем дә аңларға. Бөтмәҫ бында кәкүк әсәләр ҙә, атайҙар ҙа, --тип тәрбиәсе булыуҙан бигерәк урам буйында сиратҡа талашып торған ҡатынды хәтерләтеп, уларҙы ла, билдәһеҙ йүнәлештә йөрөгән ата-әсәләрен дә тетеп әрләй башланы.
Шул ваҡыт Нәзирә урынынан торғайны, башы әйләнә башлағанын тойоп, карауат башына тотонорға уйлағайны, күҙ алды ҡараңғыланып йығылып китте. Кемдер “Ах, үлтерҙең бит, апай, ни һөйләйһең?”--тигән тауыш менән “Тот, тот инде. Иплерәк тотоғоҙ!”--тигәне бергә ҡушылды. Иҫенә килгәндә эргәһендә теге уны яҡлашҡан ҡыҙ ултыра ине.
--Бына күҙеңде астың. Ҡурҡыттың бит әй. Теге мигераның да ҡото алынды. Хатта, үҙемә алам мин уларҙың икеһен дә, тип йөрөй. Һинең эргәңдән китмәне. Әсәйең булған икән, уны ла килтерҙе, директор менән врачтан йәшереп кенә һине лә ҡустыңды ла күрһәтте. Былай әсәйең йәш кенә, матур үҙе. Но эскәнгәме икән, төҫө боҙола башлаған. Танауы ҙур ғына булып киткән. Мин беләм. Минең әсәй ҙә шулай ине, трамвай аҫтында ҡалып үлде. Атайҙың үлемен ул араҡы менән йыуҙы. Әйҙә мин һине шул мигераларҙан страховать итеп йөрөйөм. Миңә лә күңеллерәк булыр. Атыу как? Мин бер үҙем. Өйҙә әсәйҙең һеңлеһе тора. Былай ул бик арыу кеше, тик бына мине алырға ҡурҡа. Үҙенә әйтәм инде. Ал мине. Мин һинең менән торорға риза, өс бүлмә бит, тинем. Ҡурҡа.
--Нимәнән?
--Юҡтан, ул ауылда йәшәгән, унда оло ҡыҙы кейәүе менән өйөндә ҡалған. Мине ошонда урынлаштырғас, өйҙө ҡарарға күсеп килде. Былай ул классная инде. Мин уны еще агитирую, әйҙә мине лә, һине лә, ҡустыңды ла алһын.
--Әллә.
--Улай тимә, һин дә ауыллығыңа барып ҡурҡаһың, ҡыйыу бул. Үҙеңде лә, ҡустыңды ла яҡларға өйрән.
--Шулай инде.
--Ярай тиген.
Дауаханала оҙаҡ ятырға тура килмәне бер ун көндән уны сығарҙылар. Тәрбиәсе Фариза апай уға хәҙер бөтөнләй икенсе төрлө ҡарай, хатта өйҙән күстәнәстәр ҙә килтерә. Тик Нәзирә хәҙер уға ҡалҡып та ҡарағыһы килмәй, йомош ҡушһа ла, башын эйеп кенә тыңлай ҙа, янынан китергә ашыға. Йөрәгенең уға ҡарата бер ҡылы өҙөлгәндәй тойолдо. Ул ихтирам ҡылы ине. Хәҙер уның алдында бөтөнләй икенсе -- яһил ҡатын ғына йөрөгән һымаҡ. Сәриә лә көн дә дауахана ла тылҡығанын ҡабатлай. Бер көнө хатта шул апайы ла килде. Сәриә шунда уҡ Айтуған менән Нәзирәне саҡырып алды ла:
-- Бында туғандары килһә, ашхананала бергәләп ашап алырға була. Мин теге мигеранан һораным, ул ашнаҡсыларға әйтеп, беҙгә рөхсәт бирҙе. Әйҙәгеҙ инде. Апайым менән таныштырам. Бәлки һеҙҙе оҡшатыр ҙа минең менән бергә алыр. Ә мин так хочу - ҡусты и һеңле. Мин бит ҡала ҡыҙымын. Семьяла я одна. Әсәй фигура һаҡлаған, ә бына ғүмерен не сберегла, не смогла, вот. Әйҙәгеҙ инде, - тип өҙмәй ҡуймай ашханаға алып китте.
Ысынлап та Сәринән шәп агитатор сығыр ине. Апаһы менән таныштырып ҡына ҡалманы, хатта өсөһөн тәрбиәгә алырға ла күндерҙе. Үҙе бик шәп уҡый, быларҙы ла уҡырға ынтылдырҙы: белмәгәндәрен өйрәтә. Апайына ҡарағанда ул үҙе күберәк улар менән булышты.
Бына шулай Сәриә арҡаһында улар әсәле булып киттеләр, дөрөҫөрәге инәйле. Маһиямал инәй бик ихлас, ипле кеше ине. Артыҡ төпсөнмәҫ, кәрәген генә һөйләр ҙә, кәрәкмәгәнен ҡуҙғатмаҫ булды. Улар бергәләп ун йылдан ашыу йәшәп алдылар. Тик ҡапыл ғына инәләре ауырый башланы. Мәскәүҙә Ломоносов исеменәдәге университетта эшләп йөрәгән Сәриә апаһы ике балаһы, ире менән ҡайтып уны юллап Мәскәүгә дауаханаға алып киттеләр. Ҙур ерҙә дауаланһын тигәйнеләр. Сир ҙур ерҙән дә, ҙур белемле, көслө табиптарҙан да көслөрәк булып сыҡты. Инәләре үлерҙән алда ғына улар бер-өс йыл тирәһе уны әсәй тип әйтергә лә өйрәнгәйнеләр. Тәүге тапҡыр ишеткәндә хатта иланы, аҙаҡ ишеткән һайын ихлас йылмайып яуаплар ине. Бына шул әсәләре алты айҙан һуң тыуған ауылының ҡәберенә, ауыр яраларҙан оҙаҡ йәшәй алмаған ире, атаһы, әсәһе иртә үлгән улы янына барып йән тыныслығы алды. Нәзирәгә лә, етем булараҡ, өй алырға сираты еткән ине инде. Сәриә бер көнө оҙон итеп хат яҙып, документтар ебәргән:
”Дорогие мои родные, ҡәҙерлеләрем! Мин һеҙҙе бер тапҡыр әсәле итеп бәхетле итә алған инем. Ул саҡта мин дә бәхетле булдым. Атайым әйтә торғайны. Делай добро, бәхетле булырһың тип, мин уның аманатын үтәй барып йәшәйем. Бына тағы бер изгелек эшләргә теләйем. Өфөләге өйҙө һеҙгә икегеҙгә оҙайлы ваҡытҡа тапшырам. Документтары бар. Бәлки алмаштырырһығыҙ ҙа икегеҙгә икәү итерһегеҙ. Генеральн. доверенность һалам. Нимә эшләһәгеҙ ҙә мин риза. Өй әлегә -- һеҙҙеке. Һеҙ минең иң яҡындарым. Атай детдом балаһы, әсәйҙе белдең инде. Хәҙер минең тик һеҙ генә туғандарым-атай менән әсәй яғынан. Бәлки әсәйегеҙҙе лә эҙләп ҡарарһығыҙ. Мин ҡаршы түгел. Сәриә апайың, еҙнәйең, балалар.”
Бына шулай итеп улар өс бүлмәле өйгә эйә булдылар. Үҙҙәренә лә берәр бүлмә бирәсәктәр. Булһын. Сәриә апалары әйткәнсә, балаларына булыр. Оҙаҡ ҡына ғүмерле булһын инде, һау ғына йөрөһөн. Тағы ни теләргә була. Уйының шул урындарына еткәс, Нәзирә ҡустыһын тағы бер арҡаһынан тупылдатып һөйҙө лә:
--Йоҡларға тырыш. Иртәнсәк был турала Сәриә апай кәңәш иткәнсә эшләү тураһында һөйләшербеҙ, -- тине. Үҙе эстән генә был әсәйҙе һағынып ауырымаймы икән, тип уйлап ҡуйҙы. Әбейҙәр менән һөйләшергә кәрәк. Ана, Димбәрә инәй күп нәмә белә, шунан һорайым, Райхана апайға ла инермен, тип пландар төҙөп ятырға булды. Иртәгәһен ҡустыһына сәй әҙерләп индерҙе лә:
-- Айтуған, мин әсәйҙе эҙләп ҡарарға булдым. Эште үҙебеҙ йәшәгән ауылдан башламаҡсымын. Һин Ришат менән өйҙә ултырып тор. Мин оҙаҡ булмам. Иң күбе - өс көн. Иң кәрәклеһе - һин көн дә ашарға, ял итергә, Ришатты ла ашатырға тырыш. Һин шуларҙы үтәгәндә генә мин тыныс күңел менән йөрөп ҡайтырмын, аңланыңмы?
--Эһе, - тине Айбулат.
--Эһе түгел, ярар, тиген инде. Иң мөһиме- ашарға, уколдарыңды һалдырырға тырыш. Һин ҙур үҫкәнһең бит инде. Тыңлашырға өйрән. Мин юл ыңғайы Райхана апай менән Димбәрә инәйҙәргә инәм дә юлға сығам- ауылға барып ҡайтам,--тип ишеккә ыңғайлағайны ғына Айбулат ҡысҡырып ебәрҙе.
--Апай ауылдан ҡайтҡас, мине лә алып барырһың әле, минең дә күргем килә. Ришатты еҙнәйгә ҡалдырып торорбоҙ,--тине.
--Ярар, мин ҡайтҡансы ҡушҡандарҙы үтәһәң, Сәриә апай әйткәнсә, вот такой молодец булырһың,- тип баш бармағын сөйөп күрһәтте.
Был сәфәр Нәзирә уйлағанса, өс көнлөк кенә булманы. Уға әллә нисә ауылға барырға, үҙе төҫмөрләгән, һәм бөтөнләй белмәгән кешеләр менән танышып хәлен һөйләргә тура килде. Байтаҡ кешеләр менән осрашты. Ярҙам итергә ынтылғандарын, ниңәлер бик кәмһеткәндәй дорфа һөйләшкәндәрен, дошман аяҡҡа ҡарай тигәндәй, тәүҙә аяҡҡа, унан башҡа ҡарағандарын да күрергә, улар менән үҙҙәренең фажиғәле яҙмыштары тураһында һөйләшергә тура килде. Тик әсәһенең эҙенә төшә алманы: күрмәгәндәр, йә белмәйҙәр. Шулай был юлынан төңөлөп, күҙ алдына һүнеп барған шәмде хәтерләткән Айбулатты килтереп, вокзалға килеп билет алды ла бер яҡ ситтәге буш урынға барып ултырҙы. Иҫенә бер тапҡыр ҙа инеп сыҡмаған әсәһенең әхирәте, еңелсә генә кейенгән, аяғына ла кейеҙ тапочкаһын ғына ҡатҡан Рәғитә апай килеп инде лә йән-яғына ҡарап, кемделер эҙләгән төҫлө, уртала ҡатып ҡалды. Нәзирә ултырған еренә һеңеп, үҙен кесерәйгәндәй тойҙо: кемде, кемде, ләкин уны күрергә теләмәгәйне. Күҙ алдында әсе тауыш менән йырлап араҡы шешәһе ҡосаҡлаған ҡатын килде.
--Их, төкөр әле шул иреңә. Үлгән, тип һин үлә алмайһың бит. Һиңә күҙәтеү бөттө. Һин ир ҡатыны түгел, ә свобооодная, аңланыңмы. Йәшәп ҡалайыҡ. Мин дә ана Мансурымды ҡыуҙым и все. Һәр бағананан ҡыҙғанып ыҙалатты,--тип һөйләнә-һөйләнә әсәһенә һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй араҡы менән һыйланы.
--Өсәү бит улар, өсәү. Мин нисек түҙермен унһыҙ,--тип иланы.
Был күренеш көн дә ҡабатлана торғас, ғәҙәти күренешкә әйләнеп тә бара ине инде. Әле бына шул әхирәт килеп инде. Уны ла ғәйепләмәй ул хәҙер. Улар икеһе лә йәшәй белмәгәндәр, бала бәхетен тоймай, тормош ҡәҙерен белмәй көн иткәндәр. Улар өсөн бөтә мәғәнә--араҡы. Ни эшләргә, әллә унан да һорап ҡарарғамы икән, тигән уйҙарына еткәйне, бөтә халыҡ ишетерлек итеп:
--Нәзирә! Әхирәт апайыңды күрмәй ҡайтаһыңмы? Мин бит һине детдомдан эҙләп йөрөнөм. Әсәйең миңә күрһәтмәйҙәр, һин бар әле, гел генә барып тор, тип миңә хатта аҡса ла ебәреп торҙо,--бер тынала һөйләп тә бөттө.
Ултырған ерендә һеңергә әҙерләнгән Нәзирә, һикереп килеп торҙо ла атылып килеп әхирәт апайының беләгенә йәбеште:
--Һин әсәйемдең ҡайҙалығын беләһеңме, һөйлә әхирәт апай , ул ҡайҙа, -тип күрмәҫкә тип йөҙ борған апаһының беләгенән, ҡасып китмәһен тигәндәй тағы нығыраҡ матҡып тотоп алды.
--Сабыр, сабыр, мин бит хәҙер әбеймен, ыуалырға ғына торам, ебәр әле, ҡасмайым, беләгемде ауырттыраһың бит, Нәзирә. Мин һине үҙем эҙләп килдем бит. Бына һиңә әсәйеңдең адресы. Бына ебәргән аҡсалары. Мин һеҙҙе күрә алманым бит. Кемдер һеҙҙе алған, әйтмәнеләр. Бына әсәйеңдең миңә һәм һеҙгә яҙған хаттары. Хатына ҡарағанда, әсәйең һәйбәт йәшәй, яҡшы ҡаҙаҡ тап булған. Бай икәне һиҙелә. Әсәйең эшләмәй, йорт ҡарай. Бер улы ла бар. Әле мин һин ҡайтыр алдынан ғына Ырымбурҙағы ҡыҙымдан ҡайттым. Күршеләре әйтте.
Нәзирә шатлығынан әхирәт апайҙы ҡосаҡлап әйләндерә башланы.
--Рәхмәт, апаҡайым, рәхмәт. Белһәң икән беҙҙе нисек һөйөндөргәнеңде. Мин бында тағы киләм әле, улымды , ҡустым Айбулатты алып киләм.
--Туҡта, туҡта, ниңә миңә һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй һөйләйһең? Ололарҙы тыңларға өйрәтмәнеләрме һиңә? Мин әйтеп бөтмәнем әле,--тип дауам итте. Дөйә үҙ кәкереһен күрмәй тиҙәр бит, Рәғитә апай бына шундай кеше инде ул. Ул һөйләй башлаһа, яңылыш ҡына ла һүҙ ҡыҫтырырмын тимә, туҡтаһа ла, тиҙ генә ауыҙ тирәһенә һөйләгәндә сәселеп киткән төкөрөгөн һөртөргә генә тына ла, тағы дауам итә. Был юлы ла шулай булды. Ун биш йыл элек ул нисек булһа, әле лә ғәҙәте шул килеш, тик үҙе генә олоғайып, сәстәре ағарып, йөҙөн ваҡ ҡына һырҙар баҫып алған. Араҡы ғәләмәте лә барҙыр инде, тип уйлап алды.
--Теге йомаға үҙегеҙҙе көтәм килегеҙ. Ә мин әсәйеңә үҙем хәбәр итеп әҙерләй торайым. Бәлки...--тик нимәлер уйлап ошо урында туҡтап ҡалды...
Уңышһыҙ юл йөрөүенә көйөнгән Нәзирә ай-ҡояштай балҡып ҡайтып инде. Өйҙәгеләр ҙә бик һағынғандар. Райхана апайы көн дә инеп уларҙы ҡараштырып йөрөгән. Ике көндән бирле ире Ришат бөтөнләй ҡайтмай балалар менән булған. Нисектер Айбулаттың да йөҙө асылып киткәндәй тойола. Өйгә килеп ингәс тә, ул уға ниндәйҙер өмөт менән күҙҙәренә ҡарарға тырышты. Ун бишенсе йәшкә ҡараған Айбулат, ысынлап, бик бала ғына күренә ине шул.
--Шатлан. Тәүҙә сәй эсеп алайым да, бөтәһен дә яйлап һөйләрмен, -- тине
Урынында ятып торған Айбулат ҡалҡынып торҙо ла, нисектер еңел генә итеп тороп китергә самаланы, тик хәле юҡ, бәүелеп кире ултыра төштө. Хәлһеҙ генә тауыш менән әйтеп ҡуйҙы.
--Еҙнәй миңә: "Һиңә ауылға ҡайтып, ҡымыҙ, кәзә һөтө, ҡатыҡ менән дауаланырға кәрәк", - тине, мин дә әллә шулайтырға кәрәкме икән, тип уйланым,--тине.
-Әлбиттә, шулай итәсәкбеҙ. Сәриә апай менән генә кәңәшләшәйек тә, бөтәһен дә һин теләгәнсә эшләрбеҙ,- тине . Өҫтәлгә сәй ултыртыуға Рәшит ҡайтып инде. Нисектер ҡыйыуһыҙ ғына тора ине, Нәзирә:
-Әйҙә, Рәшит, үт инде, ниңә бызмырҙап тораһың. Сәй һыуына, бына юл мажараларын тыңлай-тыңлай сәй эсеп алығыҙ. Эй үҙегеҙҙе һағындым, --тип әйткәйне генә, Ришат ҡыҙарынып, баҙнатһыҙ ғына шаяртҡан булды:
--Минеләме, Айбулат ағайымдыламы, атайҙыламы?--тип әйтеп өлгөрмәне, Айбулат ятҡан еренән:
--Эйе, бөтәбеҙҙе лә, атайҙы ла.
--Һиңә атай түгел. Ул минеке,--тип иларға етеште.
--Бөтәгеҙҙе лә һағындым: һине лә, ағайҙы ла, атайҙы ла.--тип, иренә ҡалҡып ҡараны. Ул һәр ваҡыттағыса, баҙнатһыҙ ғына итеп, мөләйем йөҙөндә нур уйнатып, ҡатынына ҡарап алды.
--Алдағы йомаға әсәйҙең әхирәте ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бөтәгеҙ ҙә килегеҙ тине. Стәрлебаштағы туғанымды ла алып килергә ҡушты. Миндә бөгөн тик яҡшы ғына хәбәр. Рәғитә апайға әсәй гел генә, беҙҙе күреп торһон тип, аҡса ебәреп торған. Тәүҙә уға ла рөхсәт бирмәгәндәр, аҙаҡ һуң булған, беҙ таралған булғанбыҙ. Әсәй биргән аҡсаларын алмаған, мин дә алманым. Ул кассаға һалған булған миңә алып килгәйне. Беҙҙең рәхмәтебеҙ булһын тинем. Хәҙер ул беҙҙе ҡунаҡҡа саҡыра.
...................................................
Ғүмер кешегә йәшәр өсөн: хаталанырға, хаталарҙы төҙәтергә, һөйөргә, хыянат итергә, һөйөлөргә хыянатты ғәфү итергә, изге эштәр эшләп ҡыуаныс алырға, насарҙарын ҡылып үкенес тойорға, хаталарыңды фәһем биргәндәй мөғәллим итеп танырға, шул хаталар аша йәшәргә өйрәнергә, кеше булып ҡалырға тырышһын өсөн биреләлер ул.
Әле Нәзирә әсәһен эҙләп шул хәҡҡиҡәткә төшөндә. Тормош күп кырлы ла, күп төҫлө лә икән. Бер ваҡыттала ғәфү итмәйәсәк әсәһен - ҡустыһының һаулығы өсөн, хыянатын мәңге кисерә алмаҫтай йән һөйгәнен улының бәхете өсөн, әсәһенең йән тыныслығы өсөн әхирәт апайҙы яҡын туғанындай күрергә һәм ғәфү итергә өлгәште. Шул бәхеттән үҙен нисектер үҫкәндәй, күп тормош тәжрибәһе белгәндәй кеше итеп тойҙо. Шул уйҙар тулҡынында йөҙгән Нәзирәне туғандары менән тейәп, Рәғитә апайҙың ҡапҡа төбөнә еңел машина килеп туҡтаны. Тик машина эсендәгеләр береһе лә машинанан төшөп өлгөрмәне.
--Балаҡайҙарым минең. Көсөгөҙҙән килһә, мине ғәфү итегеҙ. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа сикһеҙ ғәйеплемен, кисерегеҙ, Нәзирә, Айбулатым минең,- тип ерҙе ҡулы менән төйә-төйә, башы менән ергә тейгәнсе тубыҡланған ҡатын илай ине. Арала әлегә иҫен юймаған Рәшит кенә, үҙен ҡулға алып, улын күтәреп килеп, ҡәйнә тейешле ҡатындың иңдәренә ҡулын һалып:
--Бына беҙҙең өләсәй, улым, тор өләсәй, беҙ һине һағындыҡ, тип әйт әле. Һа-ғын-дыҡ,--тине.
Әсәһе яйлап ҡына йән –яғына күҙ һалды ла ипләп кенә ҡалҡына башланы. Ысын фажиғә, тик шатлыҡ йәштәре машинанан төшкәс, өйгә инә алмайынса аҙаплана-аҙаплана түгелде. Иң шатланғаны, моғайын, Айбулат булғандыр. Ул хатта таянып йөрөгән таяғын да тик ҡулына ғына күтәргән дә:
-Ә мин, әсәй, һине гел дә төшөмдә күрҙем. Килеп алам, йәки хәҙер ҡайтам, тиһең дә юҡ булаһың, мин уянам да һине көтә башлайым. Тик бер ваҡыт минең илағанды ишеткән Нәзирә апай ғына үҙе һине эҙләмәһә, һин табылыр инеңме икән. Тик бына Стәрлебаштағы туғаныбыҙ ғына килә алманы сабыйы сирләп, дауаханаға ингән. Сыҡҡас та еҙнәй менән үҙҙәре һеҙгә барырға булдылар.
Әсәләре күҙе менән өсөнсө балаһын эҙләй ине инде, улының һүҙен ишеткәс, тынысланғандай тойолдо.
Бер яҡ ситтә һүҙгә ҡушылмай тыныс ҡына ошо хәлде күҙәтеп торған олпат кәүҙәле, муллаларса ҡиәфәтле, оло уҡ йәштәге, ҡуңыр йөҙө көньяҡ кешеһенә тартым булыуын иҫкәртеп торған ағай:
-Табыр ине, табыр ине. Ул эҙләргә ынтыла ине инде, Бына Сабирҙы ғына бер аҙ аяҡҡа баҫтырырға ине беҙҙең иҫәп,- тип өҫтәп ҡуйҙы.
Шул ваҡыт алты ете йәштәрҙәге бер малай килде лә ҡыйыу ғына итеп быларға ҡарап ҡулын һуҙҙы.
-Танышайыҡ, мин һеҙҙең йән туған ҡустығыҙ Сабир булам. Минең атай һеҙгә лә атай була инде. Ул - Солтан исемле. Беҙҙең күп атыбыҙ бар . Атай һеҙгә лә бирә. Дәү әсәйҙең балаларына висенә лә бирҙе. Беҙ ғәләмәт күп туғанлыбыҙ. Һеҙҙең менән тағы ла күп булабыҙ инде, ивет, әсәй! Эйе, тиген.
--Эй бала, донъя менән күпме танышаһы, тормош йылғаһын кисәһең бар әле. Әлегә һинең донъяң аттар тирәһендә генә башланып тора. Был балалар кисергәнде аңлар өсөн дә һиңә бик күп тоҙ әсеһен тойорға тура килер әле, тип уйланы Рәғитә әхирәт. Шул урында уҡ уның уйҙары икенсе юлға боролдо. Әгәр мин уларҙың ҡайғыһын еңеләйтәм тип йөрөмәһәм, еңел-елпе ҡатын булып ҡыланып, ҡайғыны күтәреү ауыр түгел, тип әсәләрен ышандырырға тырышмаһам, кем белә...Бәлки...Терһәк яҡын да ул, тешләп булмай. Кемдәрҙер көслө булып ҡайғыларын унһыҙ баҫыр, араҡыға ла бирешмәҫ, ләкин икенселәр... Ана шул икенселәр рәтендә ине шул был балаларҙың әсәһе. Мин , мәхлүк, ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарҙым. Был балалар алдында әҙәм көсө етмәҫ гонаһ күтәреп торам мин. Уйының шул еренә еткәс, ҡоласын йәйеп улар янына килде лә өйөнә саҡырҙы.
Ә мин, дуҫтар, уйҙарым менән ҡапҡа тышында ҡалайым. Рәғитәнең балаларға әйтер, бәлки ғәфү үтенер уйҙары барҙыр, әсәһенең дә улар менән аңлашыр, сит күҙҙәр күрмәҫлек, сит ҡолаҡҡа барып етмәҫлек сетерекле, шатлыҡлы ла ҡайғылы ла минуттарында үҙҙәрен генә ҡалдырайым әле.