Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Июнь 2020, 18:03

Түңәрәк таштарҙың сере нимәлә?

Башҡорт фольклорында түңәрәк таштар ҡулланылған уйындар бик күп тупланған. Борон-борондан төрлө милләт халҡы таштарҙы тормош-көнкүрештә үҙҙәренсә ҡулланған, әммә түңәрәк таштарға иғтибар бөтөнләй икенсе төрлө булған. Хәҙер бындай формалағы таштар йыш осрап, күҙҙәр өйрәнеп бөткән, ысынында уларға иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Ә бына ул таштарҙы кем, йә нимә түңәрәкләндерҙе икән, уйланғанығыҙ булманымы?

Күптән түгел Владимир Гарматюк исемле яҙыусы түңәрәк таштарҙың барлыҡҡа килеүенең серен асҡан мәҡәләһен баҫтырып сығарҙы. Ул Төньяҡ боҙло океанда урынлашҡан Чамп утрауындағы ҙур түңәрәк таштарҙы күреп, уларҙың барлыҡҡа килеү тарихы менән танышҡан. Был утрауға етәрәк тағы ла шул уҡ формала, майҙаны, үҫемлек һәм тереклек яғынан бер-береһенә шул тиклем оҡшаш ике утрау бар. Тик уларҙа бындай таштар бөтөнләй юҡ. Тимәк, улар тәбиғи сығышлы түгел. Таштарҙың диаметры 2 см-ҙан 3 метрға етә, өҫтәре шыма түгел, иғтибарлап ҡараһаң, ҡул эшенә лә бик оҡшаған.
Урындағы халыҡ мәҙәниәтендә һаҡланған легенда буйынса был утрауҙа 20000 элек ҡояшҡа табынған халыҡ йәшәгән. Улар ҡаты һыуыҡтарҙы ҡаяларҙағы мәмерйәлә үткәргән. Ә инде ҡояш нурҙары ерҙе йылыта башлау менән төрлө байрамдар уҙғарған. Утрауҙа һәр ваҡыт йылы булһын өсөн, ҡояшҡа арнап ҡомташтан түңәрәк таштар әүәләгәндәр. Диаметры 3 метрға еткән таштар эшләүҙә бар халыҡ ҡатнашҡан, улар бер нисә йыл эшләнгән. Тик урындағы халыҡты ҡояшҡа әҙерләнгән был бүләк тә һаҡлап ҡала алмаған. Оҙаҡҡа һуҙылған ҡаты һыуыҡтарҙа ҡәбиләләр юҡҡа сыҡҡан.
Бөгөн Чамп утрауы сәйәхәтселәрҙең яратҡан урыны. Бында саф, таҙа һыулы шишмә барлығы ла кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра. Тәбиғәте иҫ китмәле матур, ундай мәғрүр һәм серле тарих һаҡлаған ҡаялар бер ерҙә лә юҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ, меңәрләгән йылдар уҙһа ла, был түңәрәк таштар формаһын юғалтмаған. Мысырҙағы пирамидалар, Бөйөк Ҡытай стенаһы һәм башҡа боронғо төҙөләштәр ел-ямғырға бирешеп емерелеп бармай. Тик уларҙы эшләгән боронғо һөнәрселәр генә мәңгелектең серен үҙҙәре менән алып киткән.
Беҙҙең төбәктә лә, ул тиклем ҙур булмаһалар ҙа, түңәрәк таштар бик күп. Улар нисек барлыҡҡа килде икән? Бәлки беҙҙәге таштарҙың да әүәләнеү тарихы ҡайҙалыр һаҡланалыр...