Ер көнө ике тапҡыр билдәләнә. Беренсеһе, йәғни 20 март үткәрелгәне көн менән төн тигеҙләшкән мәлгә тура килеп, гуманитар маҡсаттарҙы алға ҡуя. Икенсеһе 22 апрелдә Халыҡ-ара ер көнө тип атала. Уның төп йүнәлеше—экология. Уларҙың икеһе лә Ерҙе һаҡлауға ҡайтып ҡала.Әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
Башҡортостан Республикаһының стратегик тикшеренеүҙәр институтының Сибай филиалы директоры, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директорының фән буйынса урынбаҫары, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостандың атҡа-
ҙанған фән эшмәкәре, профессор Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков менән ҡорған әңгәмәбеҙ ҙә ер, экология, юғары уҡыу йортонда фән торошо кеүек һорау-ҙарҙы ҡуҙғаттыҡ.
—Йәлил Төхвәт улы, Ер көнөн билдәләүҙең әһәмиәте ниҙә?
—Ер көнө һауа һәм һыуҙың таҙалығы тураһында уйланыу, ергә һаҡсыллыҡ, йәғни экология тәрбиәһе йәһәтенән әһәмиәтле. Башҡортостандың ер фонды 14
миллион 300 мең гектар самаһы. Уның 51 %-ы—ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр.
40 % майҙан урмандар менән ҡапланған. Ауыл-ҡалала—4,4, cәнәғәт предприятиелары, юлдар ерҙең 0,8%-ын биләй. Ә бына 3 %-ҡа яҡыны—айырыуса ҡурсаланған биләмә-ләр иҫәбендә.
Был көндө мәктәп уҡыусылары, урта махсус, юғары уҡыу йорттары студенттары, предприятие эшселәре акция, өмәләргә сыға һәм үҙҙәренең планета яҙмышына битараф түгеллеген күрһәтә.
Бөгөн Ер шары сүп-сар, төрлө ҡалдыҡтан тонсоға. Әгәр хәл ошолай дауам итһә, бер нисә тиҫтә йылдан эсәр һыу, йәшеллек юҡҡа сығыуы ихтимал. Шуға күрә был тәңгәлдә уйланырға урын бар һәм был көндөң әһәмиәтен йәштәрҙең, уҡыусыларҙың аңына һеңдереү зарур. Ер көнө ерҙең экологик проблемаларына йәлеп итеү өсөн үткәрелгән сараларҙың уртаҡ исеме.
—Һеҙ республикала тәүге-ләрҙән булып Урал аръяғы ерҙәрен дымландырыу, һөрөлгән ерҙәрҙе эшкәртеү, тау сәнәғәте ҡалдыҡтарының ҡара ерҙе боҙоуын өйрәнеүсе ғалим. Һуңғыһы айырыуса иғтибарға лайыҡ тема...
—Ауыр металдар тупраҡ сос-тавын ғына түгел, үҫемлектәр донъяһын да үҙгәртә. Һуңғы йылдарҙа төбәгебеҙҙә экология торошо насарайғанлыҡтан, ошо темаға айырыуса өҫтөнлөк бирелә. Башҡортостан Республикаһында ҡабул ителгән дәү-ләт фәнни-техник программалары нигеҙендә төбәктең тау сәнәғәте—экология проблемалары буйынса тикшеренеүҙәрҙе даими ойошторабыҙ. Программа сиктәрендә республиканың һәм Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттары ғалимдары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Шулай уҡ беҙҙә Урал аръяғы ғәмәли экологияһы мәктәбе эшләй. Был мәктәптең төп фәнни йүнәлеше—Урал аръяғының ауыл хужалығы, ҡала һәм сәнәғәт эко-системаһынын экологик оптимизациялау. Ошо юҫыҡта көсөргәнешле эшләйбеҙ.
—Билдәле булыуынса, БДУ-ның Сибай институты фән буйынса иң яҡшылар рәтендә. Был хаҡта нимәләр әйтерһегеҙ?
—БДУ-ның Сибай институты, Рәсәй вуздарының һөҙөм-тәлелек мониторингы рейтин-гында ҡатнашып, Рәсәйҙең сифатлы эшмәкәрлек алып барған белем усаҡтарының береһе булараҡ билдәләнде. Рәсәйҙең 1314 юғары уҡыу йорто, ун федераль һәм 29 милли-тикшеренеү университты араһында беҙҙең уҡыу йортоноң шулай юғары баһа алыуы—ҙур ҡаҙаныш. LiftUp программа-методик комплексы үткәргән мониторингыла белем биреү, фәнни-тикшеренеү, халыҡ-ара, ғилми-иҡтисади эшмәкәрлек, сығарылыш курс студенттарының эшкә урынлашыу кимәле етди тикшерелә.
Рейтингыла Башҡорт дәүләт университетының бөтә филиалдары ла мөмкинлектәрен һынап ҡараны, һәм Башҡорт дәүләт университеты Рәсәйҙең иң уңышлы эшләүсе йөҙ юғары уҡыу йорто иҫәбенә инде. Ошоларҙан сығып, ҙур ышаныс менән әйтә алам: Сибай институтының киләсәге өмөтлө.
Беҙҙә белем алыу, фән менән шөғөлләнеү, үҙеңдең һәләтеңде бар яҡлап асыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Коллективта 60-тан ашыу кеше эшләй, шуларҙың 91 процентының ғилми дәрәжәләре бар. Шулай уҡ ситтән килеп 15 хеҙмәткәр студенттарға лекциялар уҡый, практик дәрестәр үткәрә. Йыл һайын бер нисә кеше кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлауға өлгәшә, уларҙың күбеһе — ошонда белем алған студенттарыбыҙ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡасандыр Сибай институтын тамамлап, фән юлын һайлаған студенттарыбыҙ әле декан йә иһә фән кандидаты булып ошонда уҡ йәштәргә белем бирә.
Беҙҙең юғары уҡыу йорто Ҡаҙағстан, Монголия, Ҡы-рымдың юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә. Уҡытыусыларҙың, студенттарҙың ғилми эштәре, монографиялары айырым китап булып та, йыйынтыҡтарҙа ла донъя күреп тора. Мәҫәлән, былтыр 228 студенттың эштәре төр-лө йыйынтыҡтарҙа баҫылған, шуларҙың 40-ы халыҡ-ара кимәлдәге китаптарға ингән. Шулай уҡ төрлө гранттарҙа ҡатнашыу ҙа фәнни кимәлде күтәрә. Былтыр иһә бер нисә грантта еңеп сығып, уҡыу йортоноң матди-техник базаһын нығыттыҡ, Рәсәй кимәлендә фәнни-ғәмәли кәңәшмә үткәрҙек.
Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәште.