Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың күбеһе бөгөн арабыҙҙа юҡ инде. Тереләренең дә сафтары һирәгәйҙе.
Әммә фронт яугирҙарын халыҡ һәм дәүләтебеҙ онотмай. Уларға оло хәстәрлек һәм ихтирамлыҡ күрһәтелә. Килер быуынға ватансылыҡ өлгөһө улар.
Әле һүҙем шул яугирҙарҙың береһе—Абдрахман Арыҫланов тураһында.
Арыҫланов Абдрахман Мөхөтдин улы 1906 йылдың 16 февралендә Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Бала сағы Совет власының аяҡҡа баҫҡан осорона тап килә. Наҙанлыҡты бөтөрөү, ил ҡеүәтен күтәреү өсөн барған ауыр көрәш заманаһы.
Абдрахман ауылында рус-башҡорт башланғыс мәктәбендә уҡый. Ете йыллыҡ асылғас, 5-сене тамамлай. Әммә артабан уҡырға форсат теймәй. Аслыҡ-яланғаслыҡ арҡаһында бер нисә йыл ялсылыҡта эшләргә тура килә.
Абдрахманды 1927 йылдың 9 сентябрендә хәрби хеҙмәткә алалар. Өс йыл Ҡыҙыл Армияла һалдат бурысын үтәгәс, ауылға ҡайтып балта оҫтаһы эшенә тотона. Колхозлашыу осоро башлана. 1933-1937 йылдарҙа Абдрахман ағай бригадир, колхоз идараһы рәйесе вазифаларында эшләй.
1937 йылда Арыҫлановты Баймаҡ район финанс бүлегенә саҡыртып алып, һалым буйынса белгестәр әҙерләү курсына ебәрәләр. Уҡып ҡайтҡас, 1937-1941йылдарҙа Абдрахман Арыҫланов һалым инспекторы булып эшләй.
Бәйәк Ватан һуғышы башлана.Ҡыҙыл Армия сафында күптән түгел генә хеҙмәт итеп ҡайтҡан һалдат 1941 йылдың 7 сентябрендә иңенә шинелен һалып, ҡулына ҡорал ала. 1942 йылдың 20 октябренән 1943 йылдың август айы аҙаҡтарына тиклем 264-се төҙөлөш полкының 95-се айырым санитар батальонында санитар булып хеҙмәт итә. Ул йөҙҙәрсә яралыларҙы үлемдән ҡотҡара.
1943 йылдың авгусында Арыҫланов уң ҡулына ҡаты яра ала (тимер ярсыҡ ҡулды үтәнән-үтә тишеп үтә) һәм Ессентуки хәрби госпиталенә эләгә. Унан һауығып сыҡҡас, уҡсылар полкында һуғышын дауам итә.
Абдрахамн ағай яу яландарында йөрөгәндә ғәиләһен, ата-әсәһен онотмай. Хаттар яҙа хәлдәрен белешеп тора.
Алдымда һары төргәк ҡағыҙына яҙылған (латин графикаһында—Ш.А.) фронт хаттары ята.
«Мөғлифә, Зөфәр, Әнүәр, Айрат! Һеҙгә һағышлы сәләмдәремде ебәреп, һаулыҡ теләп ҡалам. Инде минең хәлде белмәк булһағыҙ, һау ғына йөрөйөм. Фронтҡа килеп еттек. Сталинград янындабыҙ, ял-йоҡо күргән юҡ. Бомбардировщиктар осоп бомба ташлай. Ҡасан өҫкә килеп төшөр, тип ҡот осоп тора. Фронт барған ер яҡын, күк нисек күкрәй, шуның шикелле. Төнөн ҡарап торһаң, көндөҙгө кеүек яҡтырып тора. Хәлдәр шулай.
Абдуллин беҙҙең менән килгән ине. Ул фронтҡа ошо көндәрҙә керҙе инде. Шулай уҡ, мин килгәндә Хоҙайғолов тигән егет һуғышҡа инде.
Хәл бик ауыр буласаҡ. Бүтән яҙыр хәбәр юҡ. Үҙегеҙҙең хәлдәр тураһында яҙығыҙ.
п.п. 972 в.ч 698. Арсланов Абдрахман»
«Зөфәр улым, Һаумы Айрат, Әнүәр, Мөғлифә!
Һеҙгә һағынышлы сәләмдәремде ебәреп ҡалам. Ҡайнағаларға минән сәләм еткерегеҙ. Минең хәлемде белмәк булһағыҙ, һау-сәләмәт йөрөп ятам.
Һаман алға барабыҙ. Хәҙер Ново-Черкасск ҡалаһын үтеп киттек. Ростов ҡалаһынан Украинаға сығабыҙ, 25 километр самаһы ҡалды.
Беҙҙең яҡтан ранен булған иптәштәребеҙҙе күрҙем. Түбиндән—Абдрахимов, Юлыҡтан—Иҙрисов, Баймаҡтан—Дашкин ранен булып госпитәлгә киттеләр. Икенсе Этҡол ауылынан Ишморатов Яҡуп та госпитәлдә. Бәлки ҡайтыр, барһа, минең хәлде һорашырһығыҙ.
РФО-ға (Район финанс бүлеге-Ш.А.), райвоенкоматҡа утын һорап яҙҙым.
Зөфәр, һин ҡасан һуғыш бөтә тип һорағанһың. Ҡасан немецтәрҙе үҙебеҙҙең ерҙән ҡыуып сығарабыҙ, унан һуғыш бөтөр. Хәҙер бик яҡшы йөрөп ятам. Тамаҡ туҡ, тоҡтан икмәк өҙөлгәне юҡ. Хуш сәләме менән атайың Арыҫланов.
Ваҡыт үтеү менән һарғайған өсмөйөшле хаттарҙа ҡатынына, балаларына һөйөү менән һуғарылған, ата-әсәһенә сикһеҙ рәхмәтен белдергән, ауылдаштарын һағынып сәләмләгән юлдар яҙылған.
Абдрахмандың атаһы Мөхөтдин Арыҫланов ғилемле, изге күңелле кеше була. Күп йылдар ауылда почта бүлеге начальнигы булып эшләй. «Ҡара ҡағыҙҙар» ҙа, һөйөнөслө сәләмдәр ҙә уның ҡулы аша үтә. Хат яҙып биреүсе лә ул була. Фронтовик ғаиләләренә ярҙам итә, ил хәсрәте менән яна. Улының иҫән-һау һуғыштан ҡайтырына өмөт итә Мөхөтдин олатай.
1944 йылдың октябрендә Абдрахман Арыҫлановты 421-се НКВД полкына күсерәләр. Ул бында 1946 йылдың 4 февраленә тиклем хеҙмәт итә һәм демобилизациялана.
Ауыр һуғыш юлдарын үткән Абдрахман ағай тыуған ауылы Беренсе Этҡолға ҡайтып төшә. Уны ҡатыны Мөғлифә, улдары Зөфәр, Әнүәр, Айрат шатланып ҡаршылай. Үкенескә ҡаршы, был көндө Мөхөтдин олатай ғына күрмәй.
Абдрахман Арыҫлановты элекке урынына һалым хеҙмәтенә эшкә алалар.
«Атайым ҡайтҡанда миңә 7 йәш ине. Һуғыштан йонсоп ҡайтһа ла һыр бирмәне. Уҡығыҙ, һөнәрле булығыҙ, тине гел. Һөнәрле, алсаҡ кеше булды. Ҡурайҙа, скрипкала, мандолинала шәп уйнаны. Бынамын тигән балта оҫтаһы ине. 1957 йылда икәүләп бура бурап өй һалдыҡ. Ул йорт һаман да тора. Зөфәр менән Әнүәр ағайҙарым да эшкә әрһеҙ булды. Икеһе лә оҫта гармунсы ине. Зөфәр бейене, республика бейеү фестивалендә беренсе урын алды. Өфөгә сәнғәт училищеһына саҡырҙылар. Әммә атайым риза булманы. Ағайҙарым башҡа һөнәрҙәрҙе үҙ итте.
Зөфәр бухгалтер-иҡтисадсыға уҡып, оҙаҡ йылдар Темәс урман хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Әнүәр уҡытыусылыҡ юлын һайланы, көслө спортсы ине, бик күп йәштәрҙе тәр-биәләне. Ағайҙарымдың икәүһе лә бөгөн арабыҙҙа юҡ»—тип хәтер ебен һүтте Айрат Арыҫланов.
Арыҫлановтарҙы ауырлыҡтар һағалап ҡына тора. 1952 йылда Абдрахман ағайҙың һөйөклө ҡатыны Мөғлифә апай баҡыйлыҡҡа күсә. Ул ваҡытта Айратҡа ни бары 11 йәш тулған була.
Атаһы Мәҡсүҙә исемле ҡатынға өйләнеп, өй йылыһын, балаларын үкһеҙ етемлектән ҡурсалап ҡала.
Танылған юрист Айрат Абдрахман улы былтыр 80 йәшлек юбилейы айҡанлы Рәсәй Федерацияһының адвокаттары палатаһы Советы ҡарары менән «Адвокаттар бурысына тоғролоғо өсөн» орденына лайыҡ булған.
Хеҙмәт үрҙәренә Айрат Абдрахман улы ҡатмарлы юлдар аша килә. Ул 1939 йылдың йәйендә Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында донъяға килгән. Һуғыш балалары кисергән михнәттәрҙең барыһында татыған.
30 йәшенә еткәндә Свердловск юридик институтына уҡырға инә. Институттан һуң уны Сибайға эшкә йүнәлтәләр. Ул 1976-1986 йылдарҙа ҡала судында халыҡ судьяһы булып эшләй. Хоҡуҡ һаҡсыһы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, күп йылдар партия ойошмаһы секретары була, адвокат статусын нығытыуға күп көс һала, юридик кәңәш хеҙмәтен йәнләндерә. 1987 йылдан Башҡортостан Республикаһы адвокаттар коллегияһы ағзаһы.
Бөгөн Айрат Абрахман улы хаҡлы ялда. Әммә ветеран әүҙем тормош менән йәшәй: һунарға йөрөй, балыҡ тота, өйөндә балта эштәре менән шөғөлләнеп, атаһынан ҡалған һөнәргә тоғролоҡ һаҡлай. Уның күңеле лә тыныс. Һөнәрен дауам итеүсе балалары бар. Иля исемле ҡыҙы юридик институтын тамамлаған, адвокат булып эшләй. Ейәнсәре Камила IV курс студенты, ул да ҡартатаһының, әсәһенең юлын һайлаған.
Бәләкәй сағынан Айратҡа атаһы Абдрахман да, ҡартатаһы Мөхөтдин дә Арыҫлановтар нәҫеленең тәрән тамырлы икәнен әйтә килгән.
Һикһәнгә еткән ветеран-юрист ата-олаталары әйткән изге һүҙҙәрҙе иҫләп ҡыуана. Тимәк, васыяттары юҡҡа бул-маған.
Шәйхислам Айсыуаҡов, матбуғат ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Һүрәттәрҙә: Мәҡсүҙә Юнысова, Абдрахман Арыҫланов, улдары Айрат (11 йәш).
Фронт хаты. (Фотолар ғаилә архивынан алынды).