Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ғинуар 2020, 17:46

Иманға таянған таймаҫ

Һәр ғаилә—үҙенә күрә бер кескәй дәүләт. Ир менән ҡатын бер-береһен тыңлап, аңлап, ихтирам итеп йәшәгән осраҡта ғына унда тыныслыҡ хөкөм итә, үҫеш, алға китеш була. Халиҡовтар был йәһәттән күптәргә өлгө. Хәрәмдән йыраҡ тороп, дин юлын да алып бара улар. Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында улар хөрмәткә һәм маҡтауға лайыҡ ғаилә иҫәпләнә. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ

Һәр ғаилә—үҙенә күрә бер кескәй дәүләт. Ир менән ҡатын бер-береһен тыңлап, аңлап, ихтирам итеп йәшәгән осраҡта ғына унда тыныслыҡ хөкөм
итә, үҫеш, алға китеш була.
Халиҡовтар был йәһәттән күптәргә өлгө. Хәрәмдән йыраҡ тороп, дин юлын да алып бара улар. Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында улар хөрмәткә һәм маҡтауға лайыҡ ғаилә иҫәпләнә. Мөғлифә апай мәктәптә башланғыс кластарҙы уҡытһа, Мөнир ағай крәҫтиән-фермер хужалығын булдырып, шәхси эшен алып бара. Өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Улдары Юниргә кәләш алып биреп, ҡартатай-ҡартәсәй бәхетен дә кисерәләр. Ҡыҙҙары Әҙилә юғары белем алып, яңы хеҙмәт юлын башлаһа, кесе ҡыҙҙары Ынйыгөл әле мәктәп уҡыусыһы. Тәрбиәгә өйҙә, ғаиләлә нигеҙ һалыныуына төплө инана улар. Мөнир Ғәле улы ла абруйлы, өлгөлө ғаиләлә буй еткергән. Ояһында ни күрһә—осҡанда ла шул булыр, тигәндәй һәр саҡ сәләмәт тормошҡа ынтыла. Өйләнгәс тә ҡатыны Мөғлифә менән айыҡ ҡунаҡтар, өмәләр үткәреүҙе ғәҙәт итеп алалар.
—Балаларҙы үҙ өлгөбөҙҙә тәрбиәләргә тырышабыҙ, өйрәтеп ултырып ҡына булмай,—ти Мөғлифә апай.
“Айыҡ ауыл” конкурсына ҡушылып, ауылдаштарының дин юлына ылыға барыуҙарына ҡыуана Халиҡовтар.
Ауыл мәсетендә сүрә ятлау конкурсының үтеүе, унда киләсәгебеҙ һыналған балаларҙың дәррәү ҡатнашыуын да шатланып телгә алдылар.
Ауыл советын етәкләүсе Гөлшат Рәмзә ҡыҙынан да уңыуҙарын йәшермәй улар.
Мөнир ағайҙың Бөрйән-Йылға ауылында мәсет төҙөтөүе тураһында ишетеүебеҙ беҙҙе лә ҡыуандырҙы. 2009 йылда уҡ буратып ҡуя уны. 2013 йылда
ныҡлап төҙөү эше башлана. Был сауаплы эшкә ауыл халҡы ла дәррәү ҡушыла. Күмәкләгән—яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле. Күптән әҙер был иман йортон
асыу тантанаһы ғына һуҙыла килә. Сәбәбе—документтарҙың әҙер булмауы, ер
мәсьәләһе. Шулай ҙа, мәсеттә халыҡ йома
намаҙҙары уҡый, дини байрамдар үткәрә.
“Үҙ ғүмерендә мәсет һалдырған кеше тура ожмахҡа эләгер”, тиелә хәҙистә. Изге эштәренең сауабын тойоп йәшәргә булһын Халиҡовтарға!
Розалия Теүәлбаева.