Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ғинуар 2020, 11:20

Яңы йылдан зауыҡ көтәбеҙ!

Уҡыусыларыбыҙ 2020 йылдың “Зауыҡлы биләмәләр йылы” тип иғлан итеүенә нисек ҡарай? Яңы ғына аяҡ баҫҡан йылды ниндәй өмөттәр менән ҡаршы ала икән? Әйҙәгеҙ, бер нисәүһенең уй-фекерҙәрен ҡарап үтәйек. Тулыраҡ сайтта уҡығыҙ

Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың Указы менән 2020 йыл Башҡортостанда “Зауыҡлы биләмәләр йылы” тип иғлан ителде. Документтың төп маҡсаты: халыҡ өсөн уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү кимәлен яҡшыртыу һәм ауыл-ҡалаларҙа зауыҡлы күренеш булдырыу.
Указға ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте ойоштороу комитеты составын һәм Зауыҡлы биләмәләр йылына арналған сараларҙы үткәреү планын раҫларға тейеш. Урында ойоштороу комитеттарын булдырыу, тейешле план әҙерләү һәм саралар үткәреү муниципаль берәмектәр хакимиәттәре иңдәренә төшә.
Ә халыҡ инде 2020 йылға ҡуйылған маҡсаттар тормошҡа ашырылыр, йәшәү шарттары тағы ла нығыраҡ яҡшыртылыр тип ышана. Һәр кемебеҙгә ҙур өмөттәр бағлау, уны яңы хыялдар менән ҡаршы алыу хас. Уҡыусыларыбыҙ 2020 йылдың “Зауыҡлы биләмәләр йылы” тип иғлан итеүенә нисек ҡарай? Яңы ғына аяҡ баҫҡан йылды ниндәй өмөттәр менән ҡаршы ала икән? Әйҙәгеҙ, бер нисәүһенең уй-фекерҙәрен ҡарап үтәйек.
Гөлсәсәк Ғәбитова, журналист: 2020 йылды “Зауыҡлы биләмәләр йылы” тип иғлан итеүҙәренә бик шатмын. Таҙалыҡ—имандың яртыһы, тигән һүҙҙәр менән ҡеүәтләйем был башланғысты.
Ауыл ерендә булһынмы, ҡалаламы, тәр-тип һәр ерҙе күркәмләй, мөләйем итә.
Йылдан әллә ниндәй яңы уйын майҙансыҡтары, фәлән-төгән өмөт итмәйем, булғанын матур итеп ипкә килтереп, рәтләү яҡлымын.
Ауылдарыбыҙҙы "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" сараһына әҙерлек барышында ла байтаҡ яңыртып, күркәмләндереп ҡала ине халыҡ. Бәлки ошо йоланы дауам итеп, шуға әҙерлек барышында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә берәй ярҙам бүленер, тип өмөтләнәм. Бөтәһенең дә өй тирәһен матурлап, рәтләп йөрөү мөмкинлеге булмай бит, юғиһә. Төрлө хәлдәр була, ауылдаштарыбыҙҙы дәррәү байрам рухынан мәхрүм итмәйек, донъя тирәбеҙҙе бергәләп матурлап, бергәләп ҡыуанырға яҙһын.
Камила Моратова, хужабикә: Был башланғысты бик хуп күрәм. Колхоз-совхоздар булған осорҙа ауыл ере матур, төҙөк ине. Тормош ҡайнаны, халыҡ эш менән мәж килде. Улары бөткәс, емерелеп ултырған келәттәр, фермалар, ташландыҡ биналар инде күбәйеп китте. Хәҙер шулар ҡот осҡос булып, ауылдарҙы йәмһеҙләп ултыра бит. Бер төрлө йәшәү йәмен китереп ултырған кеүектәр. Мәҫәлән, беҙҙең Йылайыр районы Матрай шул хәлдә. Баймаҡ районының Йомаш ауылында ла шундай уҡ хәл. Тыуған яғыма ҡайтҡан һайын, ошондай күренеште күреп, эсем боша. Ҡасандыр гөрләп торған ауылдар ташландыҡ ҡиәфәте алған. Бына шул емереклектәрҙе бөтөрөр кәрәктер ул. Шул ғына ла ауыл ерен йәмләндереп ебәрер ине. Былай ауыл халҡы тирә-йүнендә матурлыҡ тыуҙырыр, зауыҡ булдырыр өсөн тырышып ята бит ул. Күпме ауылда төрлө стелалар, арт-объекттар ҡуялар, йорт-тирәһен төҙөкләндерәләр. Хөкүмәттән дә ярҙам булһа, бигерәк яҡшы булыр ине.
Альбина Ҡыуатова, тәрбиәсе: Гел дә береһенән-береһе матур, файҙалы, ҡыҙыҡлы йыл иғлан итәләр ҙә ул. Әммә күбеһенсә бар иғтибар ҡала еренә бүленә. Тормош бит ауыл ерендә лә бар. Шуға күрә ауылдар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын ине тип теләр инем мин. Нисек кенә булмаһын, ауылды тотоп торған төп нәмә ул—тәрбиә һәм белем усаҡтары. Шуға күрә балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу йүнәлешендә эшләһендәр ине күберәк.
Ҡала ерҙәрен былай ҙа ҡарайҙар инде. Төҙөкләндереү буйынса йыл да төрлө эштәр башҡарыла бит. Унда былай ҙа күркәмлек өҫтөнән эшләп кенә торалар. Шуға күрә ауыл ерендәге балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә күберәк иғтибар бүленер тип ышанып ҡалам.
Нәркәс Алсынбаева.
Читайте нас: