Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Декабрь 2019, 13:20

Һөнәремде етмешкә еткерергә ине...

—Туҙҙан әйберҙәр, һыҙғыртҡыстар эшләй башлауым да тик томалдан ғына килеп сыҡманы. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән халыҡ мәҡәлен күҙ уңында тоттом. Тиҙҙән 70 йәшемде билдәләйем, ошо йәшемә етмеш һөнәрле булырға тырышам,—тип йылмая оҫта.

"Кешене белгең килһә, бер һүҙенә ҡара, бер эшенә ҡара",—ти халыҡ мәҡәле. Ошоға тиклем ауылдашыбыҙ Вилүр Шәкирйән улы Мәүлитовты шәп оратор, баянист, ҡурайсы, төрлө йырҙарға әллә күпме көйҙәр яҙыусы тип белә инек. Ә күптән түгел Билал ауылы китапханаһында уҙғарылған “Шундай ир-егеттәр була” тигән осрашыуҙа беҙ уны икенсе, бөтөнләй көтөлмәгән яҡтан астыҡ.
Хаҡлы ялға сыҡһа ла йөрәк ҡушыуы, уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең, коллегаларының һорауы буйынса Вилүр ағай мәктәптә эшләне. Ә быйыл балаларҙы уҡытырға килмәне. Килмәне тип әйтеү дөрөҫ тә түгел һымаҡ. Мәҙәни сараларға саҡырған һайын баш тартмай, һәр ваҡыт беҙҙең менән ул. Район мәҙәниәт бүлеге үткәргән ҡурайсылар бәйгеһенә уҡыусылар әҙерләне, Балалар ижады үҙәге үткәргән сараларҙа уҡыусылары әүҙем ҡатнашты, китапхана үткәргән сараларҙың һәр ваҡыт уртаһында.
Әле буш ваҡыттарында нимә менән шөғөлләнә һуң? Күптән түгел һүҙҙән-һүҙ сығып Вилүр ағайҙың ҡул эше менән булышыуын, атап әйткәндә, туҙҙан төрлө әйберҙәр эшләүен белдем. Был минең өсөн генә түгел, осрашыуға килеүсе-
ләр өсөн дә ҙур яңылыҡ булды.
—Туҙҙан әйберҙәр эшләрҙән алда ҡумыҙ эшләп ҡараным. Уның өсөн үҙенә күрә бер ҡулайлама ла булдырҙым,—ти Вилүр ағай.—Ҡумыҙҙы эшләү өсөн тимерҙе төрлөсә эҙләп табам. Күбеһенсә тимер биҙрәнең тотҡасын ҡулланам. Ә ҡумыҙҙың теле өсөн бензобысҡының бысағын файҙаланам. Ҡумыҙ теле өсөн иң уңайлыһы ҡул салғыһы тип әйтәләр. Салғынан эшләп ҡараным, ләкин миңә ул оҡшаманы. Ҡумыҙҙы һәр ваҡыт кәҫәмдә йөрөтөргә ғәҙәтләндем. Күңелемә ҡапыл ғына моң килгәндә баян һәр ваҡыт ҡул аҫтында булмай, ә ҡумыҙ уңайлы, тиҙ генә кәрәкле көйҙө уйнап ҡарарға була.
Осрашыуҙа үҙе эшләгән ҡумыҙҙа уйнап та, ҡумыҙ эшләү серҙәрен өйрәтеп тә ҡуйҙы.
—Туҙҙан әйберҙәр, һыҙғыртҡыстар эшләй башлауым да тик томалдан ғына килеп сыҡманы. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән халыҡ мәҡәлен күҙ уңында тоттом. Тиҙҙән 70 йәшемде билдәләйем, ошо йәшемә етмеш һөнәрле булырға тырышам,—тип йылмая оҫта.
Вилүр ағай әлегә туҙҙы утынлыҡта ятҡандарын файҙалана. Тормош ип-тәше Зифа апай: "Минең ут яғырға тип йыйған туҙҙарымды бөтөрҙө",—ти. Ә бер уйлаһаң, ул туҙҙарҙы бөтөрмәгән, ә киреһенсә мәңгеләштергән, һәр береһенә «йән өргән». Киләсәккә пландары ҙур Вилүр ағайҙың. Май-июнь айҙарында уҡ туҙҙан силәктәр, ҙурыраҡ әйберҙәр эшләргә уйлай. “Һатыу өсөн эшләйһегеҙҙер?”—тигән һорау ҙа булды осрашыу барышында. Был һорау-ға: “Әлегә һатыу менән булышмайым, төрлө байрамдарға, тыуған көндәргә бүләк итәм”,—тип яуапланы. Бер уйлаһаң, шундай матур һауыттарҙы ниңә һатыу өсөн дә эшләмәҫкә! Заказ биреүсеһе генә булһын! Хаҡлы ялдағы кешенең ваҡыты етәрлек, ҡулдарың ғына талмаһын! Бүләккә лә, көндәлек
тотонор өсөн дә бик файҙалы әйберҙәр.
Ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Илдүсә Әминеваға, тәмле сәй менән һыйлаған Сәғилә Ғайсинаға, осрашыу үткәргән миңә лә бүләккә ошондай матур һауыттар эләкте. Рәхмәт, Вилүр ағай! Халҡым ижадын һүндермәүсе, уны йәш быуынға еткереүсе тип белә инек. Хәҙер инде башҡорт халҡының тағы ла бер кәсебен үҙләштергәнһегеҙ, ҡулдарығыҙға күҙ теймәһен!
Ысынлап та, шундай ир-егеттәр була. Беҙ уны уңған ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай, уҡытыусы, баянсы, ҡурайсы, хәҙер инде туҙҙан төрлө әйберҙәр, ябай ғына тимерҙән ҡумыҙ эшләүсе оҫта итеп тә беләсәкбеҙ. Вилүр ағайҙың тағы ла бер һәләте бар икән, уныһы инде киләһе осрашыуҙа билдәле буласаҡ.
Бына шулай: егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ тип йәшәй талантлы уҙаман!
Райхана Булатова.