Башҡортостаныбыҙ үҙенең хозур тәбиғәте менән генә түгел, ә иң элек халҡы, уның йәшәү рәүеше, ғөрөф-ғә-
ҙәттәре менән башҡаларҙы йә-
леп итә. Тарихтан ғәрәп сәйә-хәтселәре Сәләм Тәржемән, Ибн-
Фаҙлан, Көнбайыш-Европа сәйә-хәтселәре Юлиан, Плано Карпини һ.б. сәйәхәтсе-ғалимдар-
ҙың, этнографтарҙың башҡорт-тар тураһындағы яҙмалары бар-лығы билдәле.
Әлеге көндәрҙә лә сит илдән килеп халҡыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныусылар бар. Шуларҙың береһе—Давид Шомфан Кара. Ул көнсығышты өйрәнеүсе этнограф. Үҙ аллы башҡорт телен үҙләштереп, бик иркен аралаша. Республикабыҙҙа тәүге тапҡыр түгел. Был юлы хеҙмәттәше, антрополог Иштван Санта менән килде. Ғалимдар башҡорт халҡының генетик килеп сығышы йәһәтенән эҙләнеүҙәр үткәреүҙе төп маҡсат итеп алған. Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләренең башҡорт ауылдарында, баш ҡалабыҙ Өфөлә, республикабыҙҙың Әлшәй районында булып, халыҡ менән осрашып, уларҙы фотоға, видеоға төшөрөп, йолаларҙы, халыҡ йырҙары тарихын яҙып алған.
Хәйбулла районының Иҫәнгилде
ауылында венгрҙар Хәләфетдиновтар ғаиләһендә туҡтап китә. Йорт хужабикә-һе Сафия Мәхмүт ҡыҙы үҙенең ҡыҙы Гөлфиә менән ҡаршы алған мәлдә Давид үҙен беҙҙеңсә Дауыт тип, ә Иштван—Иштуған тип таныштыра. Осрашыу мәлен улар күберәк йәнле һөйләш телендә аралашыуға бағышларға тырыша. Сафия ханым аша халыҡ йолалары, селтәр, ҡашмау тураһында мәғлүмәт туплап,
уның үҙе ижад иткән мөнәжәттәрен тыңлай. Гөлфиә Ҡыямитдин ҡыҙы:
—Башҡорт бишбармаҡ ашай ҙа йырлай башлай,—тип, “Ирмәк”, “Зөбәйҙә”не йырлап ишеттерә. Сафия Мәхмүт ҡы-ҙының да “Сәлимәкәй”, “Сибай” кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын йырлауын үте-нәләр. Ҡумыҙҙа, гармунда уйнап, өзләп күрһәтеүсе Гөлфиәгә Дауыт (Давид):
—Ҡурайҙа ла уйнарға өйрән, Гөлфиә,—тигән теләген еткерә.
Уңған хужабикәләрҙең милли аш-
һыуынан ауыҙ итеп, үҙенә күрә бай мәғ-лүмәт туплайҙар. Артабанғы сәфәрҙәрен Баймаҡ районы буйлап дауам итәләр.