Бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бары тик ихлас, эскерһеҙ кешеләр генә бағышлай алалыр ул. Гөлназ Камил ҡыҙы Хәсәнова бына инде өс тиҫтә йылға яҡын балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Йөҙҙәре балҡып, күҙҙәре көлөп торған апайҙарын кескәйҙәр ҙә бик ярата. Яғымлы тәрбиәсе үҙе лә биш балаға ғүмер биргән герой-әсә.
Күптән түгел яҙмыш Гөлназ Камил ҡыҙы алдына һынау ҡуя. Ул яратҡан эшен-дә ҡыҫҡартыуға эләгә. Быны бик ауыр ҡабул итһә лә, бирешмәй. Сөнки ул һәр бер нәмәне яҙмыштың ниндәйҙер бер билдәһе итеп ҡабул итә. Тимәк, алда һине икенсе бер бурыс, яңы үрҙәр көтә тип иҫәпләй тәрбиәсе. Шулай итеп, Гөлназ Камил ҡыҙы күрше Бөрйән-Йылға ауылына йөрөп эшләй башлай. Көн һайын тиерлек тегеләй-былай йөрөргә мәжбүр булһа ла, күптән тимер атҡа атланған апай өсөн был артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай. Иң мөһиме унда үҙен йылмайып ҡаршы алған, тәтелдәп торған тәрбиәләнеүселәре, яратҡан эше бар.
Тырыш тәрбиәсе Ишбирҙе һәм Бөрйән-Йылға ауылдарында үткән һәр бер сарала ихлас ҡатнаша. Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендәге бер
кисәне лә ситтә ҡалдырмай. Уның теге йәки был кисәләргә яҙған сценарийҙары бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы килеп сыға. “Дарман” ансамбленең дәртле бейеүсеһе һәм йырсыһы ла ул Гөлназ Камил ҡыҙы.
Ауылдаштары уны уңған хужабикә лә тип белә. Улар тормош иптәше Мирғәле менән бергә күп умарта тота.
—Былтыр уңыш бик ҡыуандырмаған ине, быйыл мул булды. Баҡсабыҙҙа ла төрлө үҙенсәлекле емеш-еләк үҫтерергә тырышабыҙ. Ҡауыныбыҙ ҙа, ҡарбузыбыҙ ҙа, виноградыбыҙ ҙа бар. Ныҡ эҫе булған йылды ҡауын менән ҡарбуз бигерәк тә уңа,—ти Гөлназ Камил ҡыҙы.
Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында әйтеп үтеүебеҙсә, Ишбирҙе егеттәре төйәк ташламай. Тәрбиәсенән бының сере тураһында фекерен дә белештек. “Беҙҙә халыҡ, цивилизациянан алыҫ булһа ла, тырышып донъя көтә. Ағас араһында йәшәгәс, өй һалып инеүе лә еңелерәк. Йәштәр шуны күрә һәм ата-әсәһенән өлгө алалыр инде. Хәҙер бит йорт аша тиерлек душ бар. Машина, трактор өй һайын. Ғөмүмән, халыҡ йәшәйем тип тырышып ята. Тәбиғәте лә үҙенә тарталыр ул,”—тип уйҙары менән ихлас уртаҡлашты Г.К.Хәсәнова.
Уның менән килешмәү мөмкин түгел. Ысынлап та, ишбирҙеләр күптәргә өлгө булырлыҡ итеп донъя көтә. Сәләмәт тормош өсөн көрәшә һәм балаларына лайыҡлы тәрбиә бирергә тырыша. Ошо ауылға килен булып төшкән йәш ҡатындар ҙа башҡаларҙан айырылып тора. Үҙҙәренә күрә әрһеҙ, тырыш һәм отҡор улар. Бында, моғайын да, Ишбирҙе ауылы халҡының йоғонтоһо ҙурҙыр.