АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2019, 14:20

ЭТТӘР ДУҪМЫ, ӘЛЛӘ ДОШМАНМЫ?

Кемдер эттәрҙе атыу яҡлы булһа, кемдер улар өсөн өҙөлөп тора.

Эттәрҙе кешенең дуҫы тип йөрөтәләр. Уларҙы әҙәм балаһы ғүмер буйы йорт-тирәһен һаҡлап торһон өсөн аҫраған. Ләкин һуңғы осорҙа улар кешегә хәүеф менән янаған хайуанға әйләнеп бара. Хәҙер күптәр эттәрҙе өй һаҡларға тип түгел,
былай ғына тота. Матурлыҡ өсөнме был, көн үткәрергәме, әллә уларҙа әлеге лә баяғы алыштырғыһыҙ иптәште күрәләрме? Уныһын аныҡ ҡына әйтеп булмай. Һәр хәлдә шуны онотмаһындар ине: эте өсөн хужаһы яуаплы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге көндә урамда темеҫкенеп йөрөгән берәҙәк эттәр күбәйҙе. Ҡала ерендәгеләр ҡыҙыҡ күреп алалар ҙа, күп тә үтмәй ҡайһы берҙәре сығарып ебәрәләр шул мәхлүктәрҙе. Улары иһә үрсеп китеп, ҡала урамын тултырып йөрөй башлай. Тәү ҡарамаҡҡа бер ниндәй ҙә зыяндары юҡ кеүек. Әммә өйөрөлөп алған эттәр ғәҙәттә агрессив була. Ауыл ерлегендә инде күптәрҙең эте ишек алдында бәйле тораһы урынға, көнө буйы урам ҡыҙыра. Көн дә тиерлек теге йәки был ауылда эттәрҙең һарыҡтарға ташланыуы хаҡында ишетергә тура килә. Ғөмүмән, берәҙәк, йә хужалы булып та урам араһын ҡыҙырған эттәр мәсьәләһе хәл итеүҙе талап итә. Күптән “Йорт хайуандары” тураһында закон ҡабул ителһә лә, хужалары уларҙы тотоу, урамда йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәмәй.
Ҡағиҙәләрҙе үтәмәүселәргә административ яза ҡаралған. Хужалы эттәр проблемаһын шуның арҡылы яйға ла һалып булыр, бәлки. Әммә берәҙәк маһмай-
ҙар менән ни хәл ҡылырға? Улары үрсегәндән-үрсей. Закон ундай эттәрҙе тотоп алып стерилизациялаған-дан һуң, махсус приюттарға урынлаштырыуҙы талап итә. Әммә урам араһында өйөкөлөшөп йөрөгән дүрт аяҡлыларҙың барыһын да нисек итеп урынлаштырып бөтмәк кәрәк?
Интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә лә ошо темаға йыш ҡына бәхәс сыға. Ҡайһы берәүҙәр берәҙәк эттәрҙе атып бөтөүҙе талап итә. Сөнки уларҙың бәләкәй балаларға ташланыу осраҡтары ла булғылай. Иртәнсәк эшкә, йә мәктәпкә китеп барғанда күптәргә өйөр-өйөр йөрөгән эттәр менән осрашырға тура килә. Кемдер бында бер ниндәй ҙә проблема күрмәһә, кемдер уларҙан ныҡ ҡурҡа.
Сибайҙа йәшәүселәрҙең береһе былай тип яҙа: “Эттәр, ысынлап та, кешеләргә ташлана. Хәүефле һаналған тоҡомло маһмайҙар үҙҙәре генә урамды гиҙә. Бер тапҡыр ана шундай эттәрҙең береһе ябай этте үңәсенән һөйрәп йөрөткәненә, ә балаларҙың ҡойма башында ҡурҡып ҡарап торғанына шаһит булырға тура килде. Балаларҙың хәүефһеҙлеге ҡәҙерлерәк, шуға күрә эттәрҙе атып бөтөү хәйерле”. Эттәрҙе атыу-атмау мәсьәләһенә килгәндә, бында күптәр кешеләрҙең тоғро дуҫтарының ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу яҡлы. Сөнки тере йән эйәһен күрәләтә атып йығыу өсөн йөрәкһеҙ булырға кәрәктер. Шул уҡ ваҡытта уларҙың туҡтауһыҙ үрсеүенә лә юл ҡуйырға ярамай. Бында инде үҙ өҫтөнә эт көтөүҙе алған кеше яуаплы булырға тейеш. Ғөмүмән, әҙәм балаһына ябай ғына нәмәлә лә яуаплылыҡ тойоп өйрәнеү зарур. Көсөктәрен пакетҡа һалып тонсоҡторғандан һуң, мусор багына ырғытып китә торған булһаң, был йән эйәһен алыуҙан башта уҡ баш тартырға кәрәк. Йә иһә этеңдең балаларын йәшниккә һалып урам буйына ташлап китеү ҙә мәсьәләне хәл итеү түгел. Астан-ас урам ҡыҙырыуға дусар ителгән, һөйөү-наҙ күрмәгән эттәр яуызға әйләнеп, башҡалар өсөн хәүеф менән янай башлай.
Кемдер эттәрҙе атыу яҡлы булһа, кемдер улар өсөн өҙөлөп тора. Интернет селтәрендәге тағы бер яҙмаға күҙ һалайыҡ: “Кемдәр берәҙәк хайуандарҙың ғүмеренә битараф түгел, әйҙәгеҙ был мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйек. Хәҙер бит бының буйынса гранттар алырға ла була. Астан-ас йөрөгән берәҙәк эттәргә тыныс ҡына ҡарап булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт хайуандарын аҫраусыларҙың күптәре уларҙы стерилизацияға алып барырға ла теләмәй. Был бит күп проблеманы хәл итер ине! Оло йөрәкле кешеләр, берәҙәк хайуандарҙы үҙҙәренә алып дауалағандан һуң, уларҙы ҡуйыр урын тапмай. Шуға күрә ҡалала улар өсөн приют кәрәк”.
Таяҡ ике башлы булғандай, эт мәсьәләһе буйынса аныҡ ҡына бер нәмә лә әйтеп булмай. Ә һеҙ уны нисек хәл итер инегеҙ? Ғөмүмән, эттәрҙән ҡурҡаһығыҙмы? Дуҫмы улар, әллә дошманмы?
Нәркәс Алсынбаева.