Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2019, 11:00

Илһамландырыусы туристар

Сибай ҡалаһында ла туризмды үҙ итеүселәр өсөн [vdohnoveniesibai|“Вдохновение”] туристик клубы ойошторолған. Рәсми рәүештә был клуб йыл ярым элек теркәлһә лә, тәүге идея 2017 йылдың көҙөндә үк барлыҡҡа килә. Уны Рөстәм Латыпов, Олеся Котенева, Лилиә һәм Руслан Тураевтар, шулай уҡ Гүзәл һәм Андрей Фроловтар ойоштороп ебәрә.

Кеше—тәбиғәт балаһы. Булмышыбыҙға шул һалынған: тәбиғәттә булыуҙан айырым бер дәрт һәм көс алабыҙ беҙ. Шулай ҙа кемдер онотҡанда бер генә тәбиғәт ҡосағында булып йән рәхәте алһа, кемдер бөтә ғүмерен тиерлек туризм менән бәйләй. Тау үрҙәрен яулауҙан, сәйәхәт ҡылыуҙан йәм таба.
Сибай ҡалаһында ла туризмды үҙ итеүселәр өсөн [vdohnoveniesibai|“Вдохновение”] туристик клубы ойошторолған. Рәсми рәүештә был клуб йыл ярым элек теркәлһә лә, тәүге идея 2017 йылдың көҙөндә үк барлыҡҡа килә. Уны Рөстәм Латыпов, Олеся Котенева, Лилиә һәм Руслан Тураевтар, шулай уҡ Гүзәл һәм Андрей Фроловтар ойоштороп ебәрә. Уларға тәбиғәт ҡосағында булғанда беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү курстары үтергә лә тура килә.
Тәбиғәткә ғашиҡ был туристарға яйлап Магнитогорск, Силәбе һәм Екатеринбург ҡалаларынан да ҡушылалар. Хәҙер уларҙың бәйләнештәге төркөмөнә 1500-ҙән ашыу кеше теркәлгән. Уларҙың күбеһе “Вдохновение” клубы етәкселәре менән бергә походтарға сығып өлгөргән дә инде. Егеттәр һәм ҡыҙҙар иң тәүҙә социаль селтәрҙә теге йәки был урынға барыу тураһында иғлан яһай. Шунда уҡ маршрутты нисек ҡороу, нимә алырға кәрәклеге һәм башҡа мөһим һорауҙарҙы тикшерәләр. Сәйәхәттә йөрөп ҡайтҡас инде шул уҡ төркөмдә тәьҫораттар һәм фотолар менән бүлешергә мөмкин.
“Вдохновение” клубы ағзалары Әй, Ағиҙел, Инйәр буйлап сәйәхәт итеп, Ирәмәлде һәм Шихан тауҙарын иңләп өлгөргән дә инде. Шулай уҡ йәйге айҙарҙа Ғәҙелша шарлауығына велопоход та ойошторғандар. Йәйгеһен йылға буйлап сәйәхәт итеүгә бәләкәй балалары булған ғаиләләр ҙә ҡушылһа, яҙғыһын унда физик яҡтан көслөләр, тәжрибәлеләр генә сыға ала.
Был клуб тыуған еребеҙҙең төрлө мәмерйәләренә һәм башҡа гүзәл-гүзәл урындарына ҡыҙыҡлы сәйәхәт тә ойоштора.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәребеҙ Таиланд, Төркиә, Мысыр кеүек сит ерҙәрҙең матурлығына ҡыҙыға ла, үҙебеҙҙәген бөтөнләй күрмәй. Ә бит ысын гүзәллек эргәбеҙҙә генә. Ҡырымда ла түгел хатта, Сочила ла... Бында ғына. Үҙебеҙҙә—Башҡортостанда. Илһамландырыусы “Вдохновение” ағзалары беҙгә тап шул матурлыҡты күрһәтергә теләй ҙә инде.