Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Ноябрь , 08:35

Йәшәү ҡото унан алам...

Оҙаҡламай әсәйҙәр көнө... Эйе, ысынлаптап та бик матур көн...Ә төптәнерәк уйлаһаң, беҙ, әсәйле кешеләр, бер көндө генә уға бағышларға тейешбеҙме икән? Ғүмер биргән кешегә беҙ көн дә рәхмәтле, иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейешбеҙҙер. Кемебеҙҙер алыҫ, кемебеҙҙер яҡын йәшәй ғәзиз кешеһенән. Әсә кешегә балаһынан күп тә кәрәкмәй, бер йылы һүҙ етә, шылтыратып хәлен белешһәң дә, ҡанатланып китә. Әсә күңелен үҙең әсәй булмайынса аңлап булмай шул. Мин дә үҙем күптән инде әсәй булһам да (Аллаға шөкөр), алыҫтағы әсәйемде өҙөлөп һағынып ҡайтам тыуған йортома. Кире ҡанатланып, йәшәүгә көс алып ҡайтам үҙ йортома. Һағыштарҙы баҫыр өсөн әсәйемә йыш шылтыратырға тырышам.

Йәшәү ҡото унан алам...
Йәшәү ҡото унан алам...

Әсәйебеҙ, Йомаҡаева Гөлнура Ислам ҡыҙы, 1947 йылдың 26 авгусында йәмле Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылында тыуа, үҫә һәм әле лә шул ауылда йәшәй. Ата-әсәһенең ныҡлы терәге була ул. Ғаиләлә оло бала булғанға күрә, өс һылыуын һәм һигеҙ ҡустыһын үҫтереүҙә, тәрбиәләшеүҙә ата-әсәһенә ҙур таяныс була. 11 класты тамамлағас,  юғары уҡыу йортона инергә бик теләге булһа ла, үҙенән бәләкәй ун бер ҡусты-һылыуҙарын ата-әсә ҡарамағына ғына ташлап китә алмай.

Ғәзиз кешебеҙҙе дүрт йөҙләп уҡыусы булған Ҡужанаҡ урта мәктәбенә ҡуш ҡуллап эшкә алалар. Уға ышанып,  өлкән вожатый эшен йөкмәтәләр. Беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ бик матур йырлай ҙа шуға уға йыр дәрестәрендә бирәләр. Үҙенән бер нисә йәшкә генә кесе уҡыусылар менән йәш уҡытыусы ең һыҙғанып эшкә тотона. Уҡыусыларҙы октябрятаға, пионерға алыу, лагерь ойоштороу, колхоз эштәрендә ярҙам итеү, смотрҙарҙа ҡатнашыу, концерт ҡуйыуҙар -  бөтәһе лә өлкән вожатый өҫтөндә була. Эшен бик ярата һәм бар көсөн биреп, йөрәген һалып эшләй.   Һәм ошо мәктәп эшенә,  балалар тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға,  43 йыл ғүмерен бағышлай ул. Фиҙәҡәр хеҙмәтен баһалаған грамоталарының, Маҡтау ҡағыҙҙарың иҫәбе-һаны юҡ. Уның уҡыусылыры хәҙер үҙҙәре тәжрибәле, тормош юлында ныҡ баҫып торға ншәхес булып үҫеп бөткән. Ҡәҙерле кешебеҙ күптән инде хаҡлы ялда булһа ла, уҡыусылары байрамдарҙа ҡотлай, пионерҙары пионерҙар көнөндә честь бирергә лә онотмай. 

Ғаиләһендә лә уңған ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм яратҡан өләсәй ул. Атайыбыҙ менән өс ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙеләр.  Гөрләтеп донъя көтә улар. Ишек алды тулы мал, ҡош-ҡорт көтәләр, баҡсала емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр. Атайыбыҙ өҙҙөрөп гармунда уйнаһа, әсәйебеҙ күңелгә үтеп инерҙәй итеп йырлай. Ҡыҙғанысҡа күрә, атайыбыҙ ғына яҡты донъяла юҡ инде. Ләкин ауырлыҡтарға бирешмәй яратҡан кешебеҙ балаларын белемле, тәрбиәле итеп аяҡҡа баҫтыра.  Әле лә ул тик ултырырға яратмай. Уның бәйләгән шәлдәренең, косынкаларҙың иҫәбе-һаны юҡ, ейән-ейәнсәрҙәренә бейәләй, ойоҡбаштар бәйләп ҡыуандыра, матур-матур сигеүҙәр сигә, баҡсаһында йәшелсә-емештәр үҫтерә, ҡайнатмалар, салаттар эшләп, беҙгә күстәнәскә бирә.

Ҡәҙерлебеҙгә барыһы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙ унан көс һәм илһам алабыҙ. Бар мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып, әсәй янына ҡайтырға ашығабыҙ, ул беҙҙе һәр ваҡыт нурлы йөҙө, телеңде йоторлоҡ ризыҡтары менән ҡаршы ала, йөрәге тулы наҙын беҙгә өләшә. Шундай әсәйебеҙ булғанға Хоҙайға мең рәхмәтлебеҙ. Хоҙай уны һаулыҡтан айырмаһын, оҙон ғүмер бирһен тип теләйбеҙ.

 

Гөлгөнә Яхина.

Автор:
Читайте нас: