Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Июнь , 16:30

Ҡорбанға ҡағылышлы бер кәлимә һүҙ 

Аллаһ Рәсүле лә ﷺ, уның сәхәбәләре лә ҡорбан салыр булғандар. Был ғәмәл тураһында Ҡөрьән аяттарында ла әйтелгән. Шуға күрә ҡорбан салыуҙың шәриғәттә булыуына шигебеҙ юҡ. Мәсьәлә бары тик был ғәмәлдең хөкөмөнә генә ҡайтып ҡала. Күп кенә ғалимдар ҡорбан салыу сүннә мүәккәдә (ныҡ хупланылған сөннәт) тигән фекерҙә. Ҡайһы бер ғалимдар уны үәджиб тип тә иҫәпләй хатта. Һәр хәлдә лә, Ҡорбан байрамы көндәрендә был ғәмәлде башҡарыу яҡшыраҡ.Ҡобан салыуҙың шарттары Бының өсөн  шарт үтәлергә тейеш: Ҡорбан итеп йорт хайуандары ғына килтерелә- дөйә, һыйыр, һарыҡ, кәзә- ҡырағай хайуандар ҡорбанға бармай.

Ҡорбанға ҡағылышлы бер кәлимә һүҙ
Ҡорбанға ҡағылышлы бер кәлимә һүҙ 




2️⃣ Ҡорбанлыҡ малдың йәше еткән булырға тейеш
- алты айлыҡ һарыҡ малы рөхсәт ителә
- дөйә мотлаҡ биш йәшенә еткән булырға тейеш
- һыйыр малының ике йәше тулыуы мотлаҡ
- кәзәләргә иһә бер йәше тулған булырға тейеш.
3️⃣ Ҡорбанлыҡ малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт
Был етешһеҙлектәр дүрт төргә бүленә:
1.Күҙенә ҡағылған
- мал үтә ныҡ эскә батҡан соҡор күҙле лә, артыҡ ныҡ ажрай күҙле лә булырға тейеш түгел
- ап-аҡ күҙҙәр ҙә етешһеҙлеккә ишара.
2.Ауырыу
- малдың сирле икәне күренеп тора
- йүнләп ашамай
- тәрән яраһы бар.
3.Аҫҡау
- дөрөҫ итеп аяҡтарына баҫа һәм йөрөй алмаған мал
4.Арыҡлыҡ
- артыҡ ябыҡ мал.
Был етешһеҙлектәр тураһында хәҙистә әйтеп кителә. Бынан тыш та тағы бер нисәүһен һанап үтергә була:
× ике күҙе лә һуҡыр мал
× эсе күпкәнсе ашап ташлаған, ашҡаҙаны эшләмәгән мал
- ул һәләк булырға мөмкин
- уны кире үҙ хәленә ҡайтарыу мөһим
× ныҡ ауыр быҙаулаған, йә бәрәсләгән мал
- ул һәләк булырға мөмкин
- үҙ хәленә ҡайтҡанын көтөргә кәрәк
× йәрәхәтләнгән, ҡазаланған мал
- муйыны һығылған, йә ҡолаған
× атларға эшкинмәгән мал
× аяҡ-ҡулдарының, тояҡтарының ослоҡтары булмаған мал.
4️⃣ Ҡорбанлыҡ мал ҡорбан салыусыныҡы булырға тейеш
- йә ҡорбанлыҡ малының хужаһынан рөхсәт алырға кәрәк
- алдаҡ юл менән йәки урлап алынған мал бармай
- кемдер аҡсаһын түләп, икенсе кешенән ҡорбан салдыра ала.
5️⃣ Икенсе бер кешенең был малға хоҡуғы булырға тейеш түгел
- бурыс өсөн тотом (залог) булараҡ бирелгән малды салырға ярамай, мәҫәлән.
6️⃣ Ҡорбанды билдәле бер көндәрҙә салырға кәрәк
- Ғәйет намаҙынан һуң башлана, тәшриҡ көндәренең һуңғыһында ҡояш байыу менән тамамлана
Тәшриҡ көндәре - Ҡорбан байрамынан һуң килгән көндәр. Йәғни, Зөлхизә айының 11-се, 12-се һәм 13-сө көндәре. Тимәк, ҡорбанды 13-сө көн ҡояш байығанға тиклем салып өлгөрөргә кәрәк (Быйыл 19 июнгә тап килә).

Ниндәй малды ҡорбанға килтереү яҡшыраҡ❓

Иң яҡшыһы - дөйәне ҡорбан итеү. Унан ҡала - һыйыр. Бынан һуң - һарыҡ. Һәм дә - кәзә. Шулай уҡ дөйәнең һәм һыйыр малының етенән бер өлөшөн ҡорбан итергә мөмкин. Йәғни, ете кеше бергә йыйылып дөйәне, йә һыйырҙы үҙенең һәм ғаилә ағзалары исеменән ҡорбан итеп сала. Һарыҡ һәм кәзә бер генә кеше һәм уның ғаиләһе исеменән салына.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һимеҙ, итле һарыҡтарҙы ҡорбанға салыр булған. Тәкәләрҙең көйҙөртөлгәндәрен дә, көйҙөртөлмәгәндәрен дә алған. Көйҙөртөлгән тәкәнең ите тәмлерәк булыуы билдәле. Көйҙөртөлмәгәне иһә, бөтә ағзаларының да теүәл булыуы менән яҡшы.

Ниндәй малды ҡорбанға килтермәү хәйерлерәк❓

Ҡайһы бер төр малдарҙы ҡорбанлыҡ итмәҫкә кәңәш ителә. Был тыйылған харам ғәмәл түгел, әммә мәкрүһ. Йәғни, бынан ары тороу яҡшыраҡ.
- мөгөҙөнөң һәм ҡолаҡтарының яртыһы, йә унан да күберәк өлөшө алып ташланған мал
- ҡолаҡтарын киҫеп иң һалынған мал
- ҡолаҡтары көйҙөрөлгән мал
- мөгөҙҙәре тулыһынса һынып сыҡҡан мал
- бер күҙһеҙ ҡалған мал
- һәр ваҡыт көтөүҙән артта ҡалып йөрөгән мөсһөҙ һарыҡ
- ярты ҡойроғо ҡырҡып ташланылған дөйә, һыйыр йә кәзә
- яртыһынан әҙерәк көрҙөгө (курдюк, ҡойроҡ майы) алып ташланылған мал; яртыһынан күберәк булһа, бөтөнләй ярамай
- тешһеҙ ҡалған мал
- енес ағзаһы бөтөнләй ҡырҡып ташланылған мал
- елененең бер генә булһа ла имеҙлеге алып ташланылған мал.

Ҡорбанлыҡ итен нисек итеп бүлергә❓

Был хаҡта ғалимдар араһында төрлө фекер булһа ла, иң таралғаны: уны өс өлөшкә бүлеү. Бер өлөшөн ҡорбан салдырыусы үҙенә алып ҡала. Бер өлөшөн туғандарына, яҡындарына ашата. Ҡунаҡ итеп саҡырып һыйларға ла, таратып ҡына бирергә лә мөмкин. Бында кешенең хәленә, байлығына ҡарамайһың. Бер өлөшөн мохтаждарға таратып бирә.
Ҡорбанлыҡ малының итен дә, тиреһен дә, баш-тояҡтарын да һатырға ярамай. Әгәр ҙә ҡорбан салыу өсөн кемделер яллағанһың икән, хеҙмәт хаҡын ҡорбанлыҡтың ите менән түләү рөхсәт ителмәй. Эше өсөн айырым хаҡ биреп, итте бүләк итергә генә мөмкин.

Ҡорбан салырға ниәт иткән кешегә нимәләр эшләргә ярамай❓

Ҡорбан салырға ниәтләгән кешегә Зөлхизә айы башланыу менән тырнаҡтарын, йә сәсен ҡырҡырға, тиреһенең ниндәйҙер бер айырылып торған өлөшөн алып ташларға ярамай. Быларҙың барыһын да ҡорбанды салғас ҡына эшләргә мөмкин. Был тыйыу ҡорбан салырға йыйынған кешегә генә ҡағыла. Ә уның ғаилә ағзаларына ҡағылмай.
Кемдер Зөлхизә айы башланып, бер нисә көн үткәс ҡорбан салырға ниәт итергә мөмкин. Ул сағында ниәте барлыҡҡа килгәс тә, тыйылған нәмәләрҙән ары торорға тейеш.
Кемдер быларҙы белмәгәнлектән, йә онотоп китеп эшләй икән, был гонаһ түгел. Ә кем дә кем белә тороп эшләһә, тәүбә ҡылырға тейеш.
Тырнаҡтарың һынып, тегендә-бында эләгеп ҡамасаулап йөрөһә, ҡырҡып ташларға рөхсәт ителә.

☑️ Ҡорбанлыҡты салыу һәм уның шарттары ☑️

☑️ Беренсенән, салыусы кешенең аҡылы теүәл булыуы мотлаҡ. Эскән, аҡылдан яҙған кеше мал сала алмай.
☑️ Икенсенән, салыусы йә мосолман, йә Китап әһелдәренән булырға тейеш.
☑️ Өсөнсөнән, мал Аллаһ ризалығы өсөн генә салына. Ниндәйҙер әүлиәләрҙе, фәрештәләрҙе бөйөкләү ниәте менән салынған ҡорбан дөрөҫ булмай.
☑️ Дүртенсенән, салған саҡта, Аллаһтан башҡа, бер кемдең дә исеме телгә алынмай. Пәйғәмбәрҙәр исемен дә, фәрештәләрҙе лә, әүлиәләрҙе лә телгә алырға ярамай.
☑️ Бишенсенән, “БисмиЛләһ” тип Аллаһ исемен телгә алыу мотлаҡ. Юғиһә, был ит хәләл булмаясаҡ. Телһеҙ кеше салһа, ым-ишара менән күрһәтә.
☑️ Алтынсынан, салғанда ҡанды сығарырлыҡ осло, үткер нәмә ҡуллынылырға тейеш. Бында бысаҡ та, берәй осло таш та, тимер ҙә, быяла ла инеп китә. Ток һуғып йәки быуып үлтерелгән малдың ите хәләл булмай.
☑️ Етенсенән, һуйған ваҡытта малдың муйынынан ҡан сығарыу.
☑️ Һигеҙенсенән, һуйылған мал хәләл булырға тейеш. Урланған, тартып, йә талап алынғандары бармай.

✔️Мал салыуҙың әҙәбе ✔️

✔️Салған саҡта малды ҡибла яғына ҡаратып һалабыҙ.
✔️Бысаҡ үткер булырға тейеш. Үтмәҫ бысаҡ менән мал салыуҙы ҡайһы бер ғалимдар бөтөнләй тыя.
✔️Малды тиҙ генә салып ебәреү хәйерле.
✔️Салған саҡта уларҙы һул яғына һалыу дөрөҫөрәк.
✔️Малды аяҡтар менән ҡыҫыңҡырап тотоп салыу - сөннәт.
✔️Бысаҡты үткерләгәндә лә, һуйыр алдынан да малға күрһәтмәү хәйерлерәк. Күрһәтеп үткерләү - мәкрүһ. Башҡа мал күрерлек итеп салыу ҙа хупланмай.
✔️“БисмиЛлә”не әйткәндән һуң “Аллаһү әкбәр” тип өҫтәп ҡуйыу яҡшы.
◾Ошо доғаны әйтергә кәрәк:
▪️«БисмиЛЛәһ, Аллаһү әкбәр. Аллаһүммә минкә үә ләкә ғәнни. Аллаһүммә тәҡаббәл минни» ▪️
Аллаһ исеме менән, Аллаһ Бөйөк. Эй, Аллаһ, был нәмә Һинән һәм минән Һиңә бағышлана. Эй, Аллаһ, минән ҡабул ит!
Әгәр ҙә кеше икенсе берәү өсөн салһа ошолай тип әйтә:
▪️«БисмиЛЛәһ, Аллаһү әкбәр. Аллаһүммә минкә үә ләкә ғән (шул кешенең исеме). Аллаһүммә тәҡаббәл мин (шул кешенең исеме)» ▪️
Аллаһ исеме менән, Аллаһ Бөйөк. Эй, Аллаһ, был нәмә Һинән һәм Фәләндән Һиңә бағышлана. Эй, Аллаһ, Фәләндән ҡабул ит!

Үрҙә һанап үтелгән әҙәп ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ түгел. Әммә үтәү һәр кем өсөн хәйерле.

Аллаһ Тәғәлә ниәттәребеҙҙе дөрөҫ итеп, һәммәбеҙҙең дә ҡорбандарын ҡабул итһен. Әмин.

Нәркәс Алсынбаева әҙерләне.

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: