АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Апрель , 08:20

Атайҙар һәм уландар. Мөхәррир һүҙе. Хәйҙәр Тапаҡов.

   Арттырып, шаштырып әйтмәйем, сөнки йыр-моң милләтебеҙҙең йөҙө, көҙгөһө, йыуанысы, ҡыуанысы, өмөтө. Әйҙә, йырлаһын атай менән ул йәнәш баҫып, шул саҡта тормошобоҙ ҙа тыныс, донъябыҙ, көнитмешебеҙ ҙә бөтөн һәм ырыҫлы булыр!   

Атайҙар һәм уландар. Мөхәррир һүҙе. Хәйҙәр Тапаҡов.
Атайҙар һәм уландар. Мөхәррир һүҙе. Хәйҙәр Тапаҡов.

  Әйтеремде һәр ваҡыттағыса уратыбыраҡ башламаҡсымын. Бынан бик күп йылдар элек Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектаклен ҡарағайным, хатта ныҡ оҡшағас ҡайта-ҡайта ҡарағайным. Элек Өфөгә юлымдың төшөүе, һәм унда ҡуна ҡалыуым хаҡында ишеткән дуҫтарым мине кис, ауырлыҡһыҙ театрға килеп эҙләп таба торғайнылар. Театрҙың шаулап-гөрләп эшләгән сағы, сәхнәлә береһенән-береһе сағыу, ҡабатланмаҫ йондоҙҙар, һәм унда инеү өсөн оҙон сират урам тышына саҡлы һуҙыла ине. Булған бит заманалар, хатта ышанғы ла килмәй. Быларҙы һүҙ ыңғайында ғына  яҙып үтеүем, юғиһә үткәнде иҫкә төшөрмәй тороп иртәгәге көндө күреп булмай. Теге хәтерләп үткән “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр”ҙең төп идеяһы – ҡыҙ баланы иң әүәл әсә кеше тәрбиәләргә тейеш, йәғни инәнән күргән тун бескән, ти был хаҡта халыҡ мәҡәле лә. Бөгөн Сибай ҡалаһында ойошторолған “Атайҙар һәм уландар” ярышын ҡарарға йыйынғас әле генә әйтеп үткән мәҡәлдең баш өлөшө хәтерҙә ҡабатланды: “Атанан күргән уҡ юнған.” Был ярыштың идеяһын, төп йүнәлешен Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров менән “Атайҙар ҡоро” сиктәрендә үткән түңәрәк өҫтәл артында ултырғанда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, киң билдәле йырсы дуҫым, фекерҙәшем Рәмил Париж улы Туйсин ҡуҙғатҡайны. Рәмил алдына алғанын һәр саҡ үтәгән, ныҡышмал, хатта башбирмәҫ үҙһүҙле кеше булараҡ шылтыратышып аралашҡан арала ошо ярышты ойоштороу эштәре менән шөғөлләнеүе һәм үтәсәк аныҡ көнө хаҡында хәбәр итте. “Хәҙер аҡыл заманы түгел, һаҡал заманы!” тип шаяртырға ярата һаҡалтай Рәмил, әммә был сараның башында һаҡал түгел, тәрән аҡыл ятҡанлығын ярыштың атамаһынан уҡ һиҙемләргә, сырамытырға мөмкин. Барып етеүемә мәртәбәле жюри урындарына ултырған һәм сара башланырға ғына тора ине. Әле сығыш яһаусылар иғлан ителмәҫ элек үк залдағы дөйөм күтәренкелекте, хатта өҫтәп әйтер инем илаһи ижад ҡомарын тойҙом. Ошо сараны уйлап сығарып, ойоштороп Рәмил дуҫым ҡайһылай ҙа шәп, мәғәнәле эш башлап ебәргән бит, тип уйлап ҡуйҙым. Эйе, башҡорт халҡы һис ҡасан йыр-моңдан айырылмаған, моң менән дауаланған, дауалаған, күңелен асҡан, төҙөгән, үрҙәргә артылған, еңгән, илһамланған... Бына ошо матур һүҙҙәрҙе әллә күпме дауам итергә мөмкин. Йыр менән хатта тәрбиәләгәндәр ҙә. Быныһын айырып әйтәм. Ә кем тәрбиәләй һуң йыр менән? Быуындар күсәгилешлегенә ярашлы ҡартатай менән ҡартәсәй, шунан атай менән әсәй. Улар йыр көсө, моң ҡөҙрәте менән ейән-ейәнсәрҙәрен, балаларын әҙәм итәләр, йорт тупһаларынан оло донъяға сығаралар. Ә бишек йыры менән йоҡлап киткән, йырҙы ишетеп уянған, күңел теле моң менән асылған бала насар бала булмай, ул миһырбанлы, кешелекле, әҙәпле, тыйнаҡ, нескә күңелле, иманлы булып үҫә. Шуға күрә йыр-моңдоң нигеҙендә беҙ әллә ҡайҙарҙан эҙләгән илһөйәрлек, телһөйәрлек, ерһөйәрлек төшөнсәләре ята ла инде. Йырлап ҡына йәшәп булмай, эшләргә, бил бөгөргә лә тура килә бит әле, тип ҡаршы төшөр бәғзе берәү. Эйе, хеҙмәт итергә, эшләргә, ҡара тир түгергә лә кәрәк, тик күңелдән йырлап эшләгән эштең һөҙөмтәһе һәр саҡ көйлө була, гелән әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып тора. Бөгөнгө ярышта ҡатнашыусыларҙы айырып әйтеп, исемләп тормайым, юғиһә берәрен төшөрөп ҡалдырыу, йә улар хаҡында урын-еренә еткереп әйтмәү ихтималлығы бар. Атай һәм уландарҙың һәр сығышы күркәм һәм сағыу булды. Сәхнәлә атай менән уландың бер-береһенең күҙенә төбәлеп, ҡосаҡлашып баҫып тороуҙары ғына ла иҫ киткес һәйбәт күренеш. Ғаилә тәрбиәһе, атай тәрбиәһе, атай һүҙе, киләсәккә йүнәлтелгән атай аманаты бына ошонан башлана түгелме йәмәғәт?! Бөрйән районынан ғына ла күҙҙәре йылтырап янған егерме бер ҡара башҡорт балаһының (ҡара һүҙен таҙа тип ҡабул итегеҙ берүк) алдыбыҙға сығып баҫыуҙары ғына ла миндә аңлата алмаҫлыҡ йылы хистәр уятты. Бына ошо үҫмерҙәр түгелме ни беҙҙең киләсәк быуын, ошолар түгелме ни иртәгәге көндәге башҡорт ғаиләһе? Уларҙы беҙ йыр-моң аша, атайҙары менән йәнәшә, ҡатарҙан баҫтырып ҡуйып күрергә һәм тәрбиәләргә тейешбеҙҙер ҙә. Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими рәүештә кәрәк-яраҡ алып барыу көнүҙәк һәм мөһим шөғөл, әммә бына ошо үҫеп килгән быуын хаҡында ла беҙ оноторға тейеш түгелбеҙ, хаҡыбыҙ юҡ. Әгәр сараға беҙҙең етәкселәр ҙә килеп ихлас һүҙҙәрен, теләктәрен әйтһәләр, атайҙарҙы малайҙарына ҡушып дәртләндереп ебәрһәләр ҡайһылай ҙа шәп булған булыр ине. Бүләктең ҙуры, бәләкәйе булмай, төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк. Ҡаланың “Атайҙар ҡоро” ағзаһы, эшҡыуар Аҫылбаев Әхәт Әхмәт улы бына ошондай мөһим сараларҙы һәр саҡ күтәрмәләргә, яҡларға әҙер. Был юлы ла ҡосаҡ-ҡосаҡ бүләктәрен хәстәрләп, килә һалып еткән. Ә ярышта беренсе, икенсе, өсөнсө урынды яулаусыларҙы 9 май байрамында, Үҙәк майҙанда Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров  бүләкләйәсәк, халыҡ вәкиленең ошо эштең мөһимлеген күреп элеп алыуы, ҙурлауы үҙе үк оло мәртәбә.

    “Атайҙар һәм уландар” ярышы быйыл тәүге тапҡыр үтте. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була ғәҙәттә, әммә ҡабатлап әйтәм, ул күркәм, йылы, яҡты сара булараҡ хәтерҙә уйылып ҡалды. Ә уның киләсәгеме? Ул һис һүҙһеҙ республика кимәлендә, шаулап-гөрләп барған “Байыҡ” ише киң даирәлә үтерлек, халыҡты күп йәлеп итерлек сара. Ошо ерҙә кинәт кенә халыҡ йырының һүҙҙәре күңелдә сыңлап китте:

                                            Йырҙарың күп һинең,

                                            Моңдарың күп.

                                            Әйҙә, йырла, башҡорт балаһы...

     Арттырып, шаштырып әйтмәйем, сөнки йыр-моң милләтебеҙҙең йөҙө, көҙгөһө, йыуанысы, ҡыуанысы, өмөтө. Әйҙә, йырлаһын атай менән ул йәнәш баҫып, шул саҡта тормошобоҙ ҙа тыныс, донъябыҙ, көнитмешебеҙ ҙә бөтөн һәм ырыҫлы булыр!   

Автор:Хайдар Тапаков