Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Март 2023, 09:00

Театр. Хәйҙәр Тапаҡов.

  Ғөмүмән театр ул – мөғжизәле донъя, ундағы кафедрала изгелек хаҡында һөйләйҙәр, фәҡәт нәфислекте, сафлыҡты күрһәтәләр. Сәхнә бит ул юҡҡа ғына ҡалҡыу итеп эшләнмәгән. Ә ҡалҡыу ерҙә һәр саҡ яҡтыраҡ, йылыраҡ һәм бейегерәк!

Театр. Хәйҙәр Тапаҡов.
Театр. Хәйҙәр Тапаҡов.

       Бала саҡтан театр донъяһына мөкиббән китеп ғашиҡ инем, сәхнәлә уйнарға яраттым. Башта мәктәптә, торараҡ ауыл клубында. Түңәрәктең алыштырғыһыҙ ойоштороусыһы, режиссеры, актеры, рәссамы, хатта музыкаль яҡтан биҙәүсеһе лә үҙем инем. Теләп, илһамланып, ҡыуанып, ижади күҙлектән ҡарап башҡарған шөғөл, мауығыу һис ҡасан ялҡытмай, бүктермәй. Насар уйнамай инем шикелле, алйот үҙен маҡтар, тигәндәй, һәр хәлдә шулай тойола ине үҙемә. Гел төп ролдәрҙе ышанып тапшырҙылар. Хәбибулла Ибраһимовтың "Башмағым" Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә”, “Ҡыҙ урлау” Әнғәм Атнабаевтың “Шоңҡар”, “Юлдар өҙөлгән ваҡыт”, “Балаҡайҙарым” Рафаэль Сафиндың “Тилекәй”, “Ғәзизәкәй балдыҙ”, татар драматургы Аяз Ғиләжевтың “Ҡара күҙле ҡыҙҙар”ҙа уйнап йөрөгән мәлдәр ныҡ хәтерҙә ҡалған. Үҙешмәкәр менән профессиональ театрҙар күк менән ер араһындағы айырма һымаҡ. Профессиональ театр ул - юғарылыҡ, ә мин, һәр кемгә үҙ ыҙмаһы бейек, тигәндәй, бары йәнемә яҡын һәм ҡәҙерле үҙешмәкәрлек хаҡында һүҙ алып барам, шуға билдәле, халыҡ һөйөүен һәм ихтирамын яулаған һөнәри театр актерҙа-ры миңә үпкәләмәһендәр инде, берүк.

       Бәләкәй генә ауыл сәхнәһендә гел уртала, үҙәктә йөрөгәс спектакль хаҡындағы белде-реүҙең аҫтына йыш ҡына: “Хәйҙәр Тапаҡов уйнай” тип кәкре-бөкөрө итеп яҙып та ҡуйғылайҙар ине. Мин аумаҡай өсөн шул ҡупыртыу ҙа баштан ашҡан, шуныһы ла оло ҡыуаныс.

   "Ҡыҙ урлау", тигәс иҫкә төштө, Сибай медицина училищыһында уҡып йөрөгәндә ундағы театр түңәрәген Башҡортостандың халыҡ артискаһы Ғәшиә апай Абыҙ-гилдина алып барҙы. Мин - Әжмәғол, Уңғанбикә - минең менән бер курста, бер төркөмдә уҡыған Учалы районы ҡыҙы Дусалина Латыпова. Репетициялар мәлендә Ғәшиә апай, улай түгел, былай-ыраҡ тип һәр әйтелгәнде, һәр хәрәкәтте ҡырамалай ҡырҡ ҡабатлатып ете ҡат тирҙе сығара, ҡайһы саҡ туҙҙырып әрләп тә ташлағылай. Шул спектаклде хеҙмәт коллективтары ҡатнашҡан ҡала фестиваленә тип әҙерләнек. Тағы, Дәүләтбайҙы - ауылдашым Фәһим Солт-анғужин уйнаны, Туҡтабикә - Фәниә Сәйетова. "Октябрҙең 40 йыллығы" исемендәге мәҙәниәт йорто халыҡ менән шығрым тулы. Тулҡынланыуҙан теҙ быуындары ҡалтырай, күҙ алдында ҡара таптар йүгерешә, арҡа буйы алыҫ араға йүгереп килгән тайҙай лыс тиргә батҡан. Албырғаған хәлдә лә үҙебеҙҙе ҡулға алып килештереп уйнаныҡ. Аҙаҡтан ошо хаҡта "Сибайский рабочий" гәзите  мәҡәлә лә яҙып сығарҙы.

   Минең хаҡта тәүгә, бисмиллаға ташҡа баҫылған ус аяһынан ары китмәгән һүрәтләмә ине ул, шулай булыуға ҡарамаҫтан уҡытыусылар, студенттар араһында бик тиҙ абруйлы, билдәле шәхескә әүерелдем.

    Ул осорҙа Сибай театрында Закир Ханов, Хәмзә Ҡурсаевтар уйнаны. Урамда осратһам, тап итһәм тегеләргә һоҡланып, ихтирам менән төбәләм, арттарынан бер килке эйәреп тә барам әле. Сибайҙа ғына түгел, Башҡортостан театр донъяһына яҡты эҙ, хәтерҙә ҡалырлыҡ сағыу образдар ҡалдырған талантлы шәхестәр булды улар. Ағайҙарҙы әле лә яратып, һағынып иҫләп алам. 

  Шулай итеп, яңынан ауылда йәшәгән осорға әйләнеп ҡайтайыҡ. Бер мәл беҙҙән ун биш саҡрым төпкөлдә ятҡан Ҡаҙырша ауылына спектакль алып барырға булып киттек. Халыҡ белһен, тип бер аҙна алдан белдереү ҙә яҙып элдек, ни генә тимә һанға һуғылмағандар иҫәбендә, төшөп ҡалғандар ҡоронда түгелбеҙ ҙә баһа! Көнө килеп еткәс, шуныһы билдәле булды, әртисебеҙҙе, механизаторҙы совхоз үҙәгендәге ҡулланыусылар йәмғиәте келәтенән кибеттәргә тауар алып ҡайтырға ебәргән дә ҡуйғандар, хәйерһеҙ. Декабрь урталары. Юл-ды тәрән көрт баҫҡан, ҙур ағас сана таҡҡан сылбырлы трактор менән 40 саҡырым араға көн яҡтыһында барып әйләнеү мөмкин түгел. Тимәк, артисыбыҙ күпме генә өмөтләнеп көтһәк тә ҡайтып өлгөрмәйәсәк. Бына бит, аяҡ аҫтында ятҡан бәлә, ни эшләргә? Тамаша кисектерелә, тип телефондан шылтыратырға ла мөмкин, әммә беҙгә, йәштәргә, һуҡты – күпте, бит инде ул, әйтеүен әйткәс, таш яуһа ла барып ҡайтыу фарыз. Төп ролдә уйнаған актер, өҫтәүенә режиссер булараҡ мәктәптә эшләп йөрөгән йәш уҡытыусыны дәрес ара-һындағы тәнәфестә бер яҡ ситкә алып китеп димләргә тотондом. Был башта аптыранып ҡалды:

        - Авторы кем, һәм спектакль нисек атала?

        - Уныһы, ҡустым, һиңә кәрәк тә, мөһим дә түгел!

        - Нисек инде?

        - Бына шулай. Унда һин бары эпизодик ролде генә башҡараһың.

        - Ярай, һеҙҙеңсә булһын, унда мин эпизодик ролдә ни ҡылам?

        - Былай, ҡарап тороуға аҡыллы ғына күренәһең һымаҡ, мырҙа, актер ҡамытын ышанып кейҙергәс, уйнайһың!

        - Нисегерәк итеп, һуң унда миңә башҡалар менән һөйләшергә, аралашырға ла кәр-әктер, моғайын?

        - Һөйләшергә кәрәкһә, икенсерәк, һүҙсәнерәк, зиһенлерәк әҙәмгә мөрәжәғәт итер инем, әлеге мәлдә мине фәҡәт һин генә ҡыҙыҡһындыраһың!

        - Ул тиклем үк кәрәккәс, ҡабатлап талап итәм, сәхнәлә нимә лә булһа эшләргә тей-ешмендер, һенағастай тик тора алмайым да инде, декарация ла түгелмен.

        - Тейешһең. Бына һин, Тургеневтың “Муму”һын мәктәп китабынан уҡып беләһеңдер бит, онотманыңмы?!

        - Хәтерләгәндәймен, тик шуныһы, мин бит филолог түгел, математик!

        - Билдәле инде, математиктар һәр нимәнең төбөнә төшөп хисаплап, алып-бүлеп төпсөнөргә ярата. Шулай итеп һин - Герасим... -

        - Тимәк һеҙ “Муму”ны уйнайһығыҙ?

        - Һин үҙең Муму, асыуым килмәгәйе! Хәтереңә киртеп ҡуй, бары телһеҙ-тешһеҙ, һа-ңрауҙы һынландыраһың. Сәхнәгә лә сумаҙан күтәреп ике-өс тапҡыр ғына сығып әйлән-әһең дә ҡалған ваҡытта түшәктә ятҡан әсәйеңә өҙлөкһөҙ дарыу эсерәһең.

       - Дарыуҙы, әйтәм, шыйыҡмы, әллә төймәме?

       - Бына тағы, ишетмәһәң ишет, бармаҡ башынан кәм булмаған төймә! - Асыуланып киттем.

       - Һоғондорорға, әләйгәс?

       - Ҡаҙы-ҡальяны ғына һоғондоралар, ә һин башты ипле генә итеп ҡалҡытып усыңдағы дарыуҙы ауыҙға килтереү хәрәкәтен яһайһың. Бына ошолайыраҡ итеп. - Ҡулымды алға һоноп, усымды йәйеп күрһәттем.

        - Аңлашылды. Бик тә ябай икән. Ә сәхнәгә ҡайһы мәлдә инеремде, сығырымды ҡай-ҙан белермен?

       - Төплө, урынлы һорау - Маҡтап алған булдым. - Бына һин, күҙ алдына килтер, теге, Муму икәнһең, ти, мин яныңда ғына тороп “Пшол, сабакы!” тиһәм сәхнәгә сығаһың, мәле етһә этте саҡырған ише һыҙғырып кире бороп алырмын!

      Уҡытыусым ҡыуанып китеп устарын ыуҙы:

        - Еп-еңел бит!

        - Һуң баштан уҡ әйттем дәһә, был мәшәү, тылҡау, мыҡымдар өсөн яҙылған роль!

     Йәш уҡытыусы үпкәләгәндәй ҡырт боролоп китергә йыйынды.

     Тегенең еңенән тартып туҡтаттым:

       - Был һиңә тамсы ла ҡағылмай, сәхнәләге алйот, һыумейеләрҙе һинең һымаҡ аҡыллы егеттәр уйнай ғәҙәттә.

       - Ярай, улайһа, юғиһә...

       - Шулай итеп йыйын, кискеһен Ҡаҙыршаға барабыҙ!

       Спектакль шыма ғына барған һымаҡ, яңы актерыбыҙ сумаҙанды унда-бында ташып күндәм, тыңлаулы ғына инеп-сығып аҙаплана. Тик әтнәкә шунда, әсәһенә дарыу ҡаптыр-ған мәлдә әсә ролен башҡарған Фәрзәнә апай сценарийға ярашһыҙ итеп ысынтылап уҡ-шып ала ла китә. Уның күңел болғаныуын баҫырға ла апаруҡ ваҡыт китә. Сценарийҙан тыш сәхнәгә ҡырлы стакан менән һыу сығарып тегеңә эсереп саҡ тынысландырып алабыҙ.  Илла-аллаға спектаклде ослағайныҡ Фәрзәнә апайыбыҙ аҙаҡтан янып китмәһенме:

        - Нишләп аҙым һайын бармағыңды ауыҙыма тығаһың тағы?!

        - Һуң ауыҙыңды лашпайтып асып ятмаҫҡа кәрәк ине!

        - Астым да икән ти, һин дарыу ғына ҡаптырырға тейешһең дә баһа!

        - Тамашасы ышанһын, дарыу ыңғай йотолһон, тип тырышҡайным тағы...

    Иртәгеһен тәүге сирҡанысын алған йәш актерыбыҙ үҙе мине эҙләп тапты:

        - Ағай, артист булыу мине үтә мауыҡтырҙы. Киләһе спектаклегеҙҙә миңә лә берәй роль бүлә алмаҫһығыҙ микән?

        - Тәғәйен, ниндәйерәкте башҡара алаһың, бейейһеңме, йырлайһыңмы, гармунда уй-найһыңмы?

        - Ундай һәләттәр юҡ шул миндә... Кисә телһеҙ-һаңрау булып ҡыландым бит инде, хәҙер мәйет ролен башҡарып спектаклдың башынан аҙағынаса сәхнәнең бер мөйөшөндә ятырға ла ризамын!

    Армиянан ҡайтҡас актерҙар бүлегенә инеү уйы менән Өфө сәнғәт институтына киттем. Документтарымды тапшырыу уйы менән төп бинаға йүнәлдем. Ә ундағы ингән ергә Арыҫлан Мөбәрәков, Рәғиҙә Янбулатова, Зәйтүнә Бикбулатова, Хөсәйен Ҡудашев, Хәй Фәхриевтың, тағы әллә күпме билдәле актерҙарҙың фотоларын элеп ҡуйғандар. Йөрәк жыу итеп ҡалды: “Был бит изге урын, ана, ниндәй бөйөк кешеләр нигеҙ һалған башҡорт театрына, ҡайҙа ынтылаһың һин, ауыл малайы?!” Документтарымды тапшырырға йөрьәт итмәй кире боролоп сығып киттем. Шуға әле булһа ла үкенәм.

       РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың атҡаҙанған (ниндәйҙер сәйер, аҙағынаса аң-лашылып бөтмәгән сәбәптәр арҡаһында уға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелмәне), талантлы драматург, "Нәркәс"е менән генә лә бар театр донъяһын оҙаҡ ваҡыт шаулатҡан Илшат Йомағолов ағай менән йыш ҡына әңгәмә ҡороп ултыра инек. Шул саҡта төшөнөп етмәһәм дә хәҙер беләм, бик һирәктәргә тәтегән бәхетле осраҡ, илаһи мәл генә булған икән ул рухлы кисәләр. Ағай нимә-нелер һөйләр алдынан ҡабарынҡы сәстәрен һыпырып ебәреп, биттәрен ыуып образға кереп алғандан һуң ғына һөйләрен һөйләй башлай торғайны. Үҙе бер ҡабат-ланмаҫ, зауыҡлы, мауыҡтырғыс тамаша!

    Өфөгә барған һайын, йоҡларға тура килгәндә, академия драма театрына бармай  ҡал-маным. Таһир Таһировтың "Ғәлиә"һен (төп ролдәрҙә: Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаевалар), Нәжиб Асанбаевтың "Ҡыҙыл паша"һын (төп ролдәрҙә: Әхтәм Әбүшахманов, Хөсә-йен Ҡудашевтар), Мостай Кәримдең "Ярлыҡау"ын (төп ролдәрҙә: Олег Ханов, Эльвира Юнысовалар) аҙ тигәндә 6-7 тапҡыр ғына ҡарағанмындыр, күберәк булмаһа әле. Башҡа-лалағы дуҫтарым, таныштарым да яңылышмай, яҙа йөрөмәй мине театрҙан эҙләп табалар ине гелән. Ул саҡтағы халыҡ, булмышына ҡот табырға һәм алырға теләгәндәй театрға теләп, ашҡынып, эркелеп йөрөнө, оҙон сират, са-манан арттырып әйтмәйем, урамдағы ту-ҡталышҡа ҡәҙәр һуҙылған. Булған бит йәмле саҡтар, ышанғы ла килмәй хатта...

      Бала саҡта ҡараған иң тәүге сәхнә әҫәрем “Ҡазан һөлгөһө” булды. Йәй көнө Матрай ауылына еҙнәйҙәргә ҡунаҡҡа барҙым. Әмәлгә баҡҡандай Сибай халыҡ театры килгән, тип еҙнәй менән апай тамашаға йыйынып йөрөйҙәр. Киттек. Машиналар, тракторҙар ремонтлау майҙанының уртаһына борттарын төшөрөп яһалма сәхнә - тележка ҡуйғандар. Иғтибарымды иң әүәл шул йәлеп итте, сәхнә ҡорғандары сигеүле һөлгө рәүешендә. Халыҡ күп. Миңә иң оҡшағаны шул булды, Дамир атлы бер егет йүгереп йөрөп уйнай, гармунда ла һыҙҙыра, бейеп тә китә, йырлай ҙа. Һөйгән йәре лә нәҙекәй билле һылыу ғына бер ҡыҙ.

      Хәҙер, Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы Дамир Мәзит улы Ғәлимовты, ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Земфира Зәки ҡыҙын гел теге саҡтағы йәш егет менән сибәр ҡыҙ итеп ҡабул итәм. Улар хәтеремә шул килеш уйылып ҡалғандар.

      Театр хаҡында һүҙ сыҡҡас үҙебеҙҙе, сибайҙарҙы ла ситләп үтә алмайым. Сибай тамашасыһы бәхетле, сөнки унда башҡа урындарға эләкмәгән башҡорт драма театры һәм "Сулпан" балалар театры эшләп килә. Сибай театрын Рәсәй киңлектәрендә яҡшы беләләр, ҡайҙа ла көтөп алалар, яратып ҡабул итәләр, сөнки ул йәйен-ҡышын гастролдәрҙән ҡайтып инә белмәй. Башҡортостанда Сибай театры бармаған бер генә ауыл да юҡ, быныһын аныҡ, ышаныслы итеп раҫлай алам. Әгәр Сибай театры актерҙарын теүәлләй, уларҙың ижади эштәре хаҡында яҙа башлаһам оҙон бер теҙмә хасил булыр ине, сөнки ул мөғжизәле, үҙенсәлекле донъя үҙе бер айырым мәҡәләне талап итә. Талантлы, халыҡ һөйөүен яулаған актерҙары хаҡында ла берәүһен яңылыштан әйтмәй төшөрөп ҡалдырыуҙан һипһенеп иҫәпләп тормамдыр. Уларҙың һәр береһе талантлы, һәр береһе үҙенсәлекле. Күрше булараҡ уларҙың күбеһе менән яҡындан аралашам,  ижади пландарын алдан белеп тор-ам, уңыштарына һөйөнәм. Ошо ерҙә бер генә миҫәл килтереп үтмәксемен, заманында Хәмзә ағай Ҡурсаев РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, тигән исемде йөрөтә ине, үткән йыл Риф Сәйфуллин Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Арт-Ҡоролтай йыйынында Вадим Ғилманов Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен алды. Был күренеш артистың эшенә лайыҡлы баһа ғына түгел, Сибай театрының  иғтибар үҙәгендә булыуына ла ишара.

      "Сулпан" Башҡортостанда берҙән-бер балалар театры. Ошо күренеш кенә лә күп нимә хаҡында һөйләй. Баланың хәтере хәтәр, тиҙәр, ул бала саҡта күргәнен ғүмерлеккә йөрәк түренә һалып ҡуя, һис ҡасан онотмай. Шуға, балалар күңеленә игелек орлоҡтарын сәсеүсе, изгелеккә инандырыусы, әйҙәүсе "Сулпан" театры актерҙарына бары уңыштар ғына теләйһе ҡала.

       Ғөмүмән театр ул – мөғжизәле донъя, ундағы кафедрала изгелек хаҡында һөйләйҙәр, фәҡәт нәфислекте, сафлыҡты күрһәтәләр. Сәхнә бит ул юҡҡа ғына ҡалҡыу итеп эшләнмәгән. Ә ҡалҡыу ерҙә һәр саҡ яҡтыраҡ, йылыраҡ һәм бейегерәк!

Автор:Хайдар Тапаков