АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Февраль 2023, 18:35

БУЛҒАН БИТ ЙӘШ САҠТАР...

--Ҡайтыр саҡта тревога булды. Төн уртаһында ырғып тороп, танкыларҙы тоҡандырып, эшләмәгәнен һөйрәтеп булһа ла, ҡабыҙҙыҡ. Шунда бер гараждың стенаһы ҡойолоп төшмәһенме! Әллә күпме танкыларҙың анауысама дырһылдауына аҡтарылды. Шуны бер төн эсендә киренән эшләп ҡуйҙыҡ...

БУЛҒАН БИТ ЙӘШ САҠТАР...
БУЛҒАН БИТ ЙӘШ САҠТАР...

Йылайыр районы Юлдыбай  ауылында 1957 йылдың 24 февралендә тыуған Рәжәп Ибраһим улы Айытҡолов 1975 йылдың октябрендә армияға алына. Ҡазанда һалдат кейемен кейҙереп, уларҙы Мәскәүгә оҙаталар. 118-се уҡыу танк полкында ярты йыл әҙерлек үткәс, йәш танкистарҙы Германияның Нойруппин тигән ҡалаһына ебәрәләр, шунда,353-сө гвардия танк Вапняр-Берлин Ҡыҙыл байраҡлы Суворов һәм Кутузов орденлы полкта, башҡорт егете өлкән механик булып хеҙмәтен дауам итә. Төрлө милләт кешеләре бер ғаилә булып хеҙмәт йөгөн тарта унда: әрмәндәр, аварҙар, украиндар, грузиндар... Башҡортостандан да кеше күп була. Ярты миллионлап совет граждандары йәшәгән илдә рус мәктәптәре, шифаханалар, магазиндар, хатта заводтар ҙа эшләй. Ғәскәрҙәребеҙ, әлбиттә, иң алдынғы техника һәм ҡорал менән тәьмин ителә. Шуғалыр ҙа, бәлки, немецтар совет һалдаттарының хәрби тормошо менән ҡыҙыҡһынып, йыш ҡына уларға экскурсияларға йөрөгән. Германияла хеҙмәт итеү бик дәрәжәле һаналғас, һалдаттар үҙҙәрен һәр яҡлап өлгөлө тоторға тырыша. 23 февраль уңайынан уларға ике көн ял эләкһә, тыуған көндәренә тәғәйен бер көн тәтегән. Айына 36 марка тирәһе аҡса биргәндәр, шул аҡсаға кафеға, киноға йөрөгәндәр, хатта йыйып, өйгә алып ҡайтырға күстәнәс, бүләктәргә лә еткергәндәр.

—Урамда сейә ағастары күп үҫкәс, тыуған яҡты хәтерләткән танһыҡ еләкте ашарға сыға торғайныҡ,—тип иҫләй Рәжәп ағай.—Ҡайтыр саҡта тревога булды. Төн уртаһында ырғып тороп, танкыларҙы тоҡандырып, эшләмәгәнен һөйрәтеп булһа ла, ҡабыҙҙыҡ. Шунда бер гараждың стенаһы ҡойолоп төшмәһенме! Әллә күпме танкыларҙың анауысама дырһылдауына аҡтарылды. Шуны бер төн эсендә киренән эшләп ҡуйҙыҡ.

—Беҙ бала саҡта һуған ашамай торғайныҡ, һурпала булһынмы, ҡыҙҙырылған аштамы—сүпләй ҙә ултырыр инек,—тип һүҙгә ҡыҙы Айгөл ҡушыла.— Бер ваҡыт әсәй өйҙә юҡ ине, ҡайҙалыр киткән сағы булдымы икән, иҫләмәйем, әммә атай шунда беҙгә табала зәһәр күп итеп һуған ҡыҙҙырҙы. Тоҙлап тороп. Үҙе армияла һуған ҡыҙҙырып ашағанын тәмләп һөйләй-һөйләй, эсте ҡыҙҙырып ашай башланы. Уға ҡарап, ауыҙ һыуы ҡойолдо. Шунан икмәкләп еппәрмәһәкме теге һуғанды. Ул беҙгә шундай тәмле тойолдо! “Әрмейский” һуған бит, ябай түгел. Бынан тыш атай беҙгә майҙа ғына картуф та ҡыҙҙырып ашата торғайны. Картуф та шул “әрмейский” ине: ҡайнап торған майға һалам шикелле генә итеп картуф турап һала ла, ҡыҙарғас, һөҙөп, майын һарҡытып ала. Мытырлаҡ ҡына, ашап туйғыһыҙ тәмле генә була, хәҙерге картуф-фриларың ары торһон. Әсәй өйҙә булмағанда ғына ашарға бешерҙе ул, әммә һәр бешергән аҙығы иҫтә тороп ҡалған, тәме тел осонда кеүек.

—Атайҙың армиянан алып ҡайтҡан альбомдарын беҙ үҫкәнсе әләф-тәләф итеп бөткәнбеҙ,—һүҙҙе өлкән ҡыҙы Земфира дауам итте.—Улар альбомды дембелгә тип, махсус рәүештә күмәкләп әҙерләгәндәр. Кемдеңдер почергы шундай матур булған: семәрләп ҡайҙа, кем менән төшкәндәрен фотолар аҫтына яҙған, теләк һүҙҙәре лә бар. Открыткаларҙан сәскәләр ҡырҡып та йәбештергәндәр ине. Хатта оҫта итеп әрме күренештәренең рәсемдәрен төшөргәйнеләр. Альбом тышын ҡыҙыл, йәшел бәрхәт менән тышлағандар. Атайыбыҙ армияла булғанда йөрөгән ҡыҙы—әсәйебеҙ менән хатлашып торған. Әсәйебеҙ Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылынан. Әсәйемә ул хат менән гел наклейкалар ебәргән, шифоньерға йәбештереп ҡуйғандар уларҙы. Әсәйҙең бер туған һеңлеләре атайҙың адресын йәшереп кенә алып, унан наклейка һорап хат яҙып ебәргәндәр. Атай үтенестәрен кире ҡаҡмаған, уларға ла ебәргән. Бына шундай иҫтәлектәр һаҡлана беҙҙең ғаилә архивында.

Рәжәп Ибраһим улы армиянан ҡайтҡас, 1978 йылда һөйгәне Фәниә Әнүәр ҡыҙы менән өйләнешеп, үҙ аллы тормош ҡора. Водитель дә була, төҙөлөштә лә эшләй, ҙур ауыл хужалығы предприятиеһында мөдир вазифаһын да атҡара. Ҡатыны балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Йорттарын нурға күмеп, бер-бер артлы тыуған ике ҡыҙ, ир бала ғаиләләрен ишәйтә. Үкенескә, донъяларының бер мөйөшөн ғүмерлеккә китеп, йөрәккә уңалмаҫ яра һалып, кинйә малайҙары Нур баҡыйлыҡҡа күсә.Ҡыҙҙары иһә бөгөн башлы-күҙле булып, өлкәне Земфира Өфөлә йәшәһә, кесеһе Айгөл Күгәрсен районында төпләнгән. Эйе-эйе, шағирә, “Ҡымыҙ еҫе” исемле шиғри йыйынтыҡ авторы Айгөл Айытҡолова—Рәжәп ағайҙарҙың ҡыҙы ул.

—Сабыр, баҫалҡы холоҡло атайыбыҙ ҡайҙа ғына эшләһә лә, ғәҙеллеге, эшенә яуаплы ҡарауы, һүҙенә тоғро булыуы менән хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанып, ихтирамлы булды,—ти Айгөл ҡәҙерле кешеһе менән ғорурланып.—Бөгөн атайыбыҙ хаҡлы ялда, әсәйебеҙгә терәк-таяныс, кейәүенә абруйлы ҡайны, ейәне Айнурға һәм ейәнсәре Айнагөлгә хөрмәтле һәм ғәзиз ҡартатай. Атайым менән әсәйем ябай ғына ауыл кешеләре булһа ла, ғәләмәт донъясыл, оҫта кешеләр. Әсәйем беренән-бере матурыраҡ гөлдәр үҫтерә. Атай менән икәүләп ҡышын ҡурмас ҡурып, талҡан тартып алалар. Әсәйем тәмле итеп ҡыҙыл эремсек ҡайната, һөтөн-майын, ҡаймағын йыйып, эш итә. Атайҙың ҡулынан килмәгән һөнәре юҡ—нимә боҙолһа ла йүнәтә ала. Элек, аяҡ кейемдәренә ҡытлыҡ замандарҙа, итек айырылһа, тегә һалып бирә торғайны. Ваҡытында һунарға ла йөрөнө, беҙ ҡуян башлыҡтар кейеп үҫтек. Биш бармағындай белгән урман-ҡырҙарын яратҡан кеше булараҡ, беҙҙә лә тыуған ергә һөйөү тәрбиәләне. Беҙҙең уңыш, еңеүҙәрҙә—ата-әсәйебеҙҙең өлөшө ҙур. Улар менән күңелебеҙ бөтөн, донъябыҙ түңәрәк.

Рәжәп Айытҡоловтың ил алдында бурысын намыҫлы үтәп, май ҡояшындай балҡып ҡыуанып, Германиянан тыуған ауылына ҡайтып төшөүенә дүрт тиҫтәнән ашыу йыл үткән. Әммә барыһы ла кисәге генә булған кеүек, тип, ул әленән-әле Нойруппинды, полкташтарын, учениеларҙы хәтерләп ала: “Булған бит йәш саҡтар”...

            Баныу Ҡаһарманова.

Автор:Резеда Валиева