Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Июнь 2022, 15:23

Процедуралар

       Лаҡап ике йыл буйы ауыҙҙан-ауыҙға, телдән-телгә күсеп һөйләнелде, яңынан-яңы күренештәр өҫтәлеп ул халыҡ эпосы кимәленә олғашты һәм миңә “полк улы” ҡушаматын онотоп “доктор Тапаков” тип өндәшә башланылар.  

Процедуралар
Процедуралар

     Медицина хеҙмәткәрҙәре байрамы яҡынлашһа гел генә ике ваҡиға иҫкә килә лә төшә. Яҡшы ла түгелдәр инде, шулай ҙа...

     Беренсеһе. Беҙҙе, “Уход за больными” китабын уҡып бөткәс, ҡала дауаханаһына практика үтергә алып барҙылар. Мин терапия бүлегенең процедура кабинетына эләктем. Шунда эшләгән шәфҡәт туташы, кемеһенең беләгенә, кемеһенең янбашына уколдар ҡаҙарға кәрәклекте ҡушып дарыуҙар исемлеге яҙылған ҡағыҙҙы миңә тотторҙо. Уйымса, иң башта беләктәрҙе ослайым, ары янбаштарға тотонорға иҫәп. Ул саҡта бер тапҡыр ғына ҡулланылған шприцтар ике ятып бер төшөбөҙгә инеп сыҡмай ине әле, шуға бәләкәй уколдарға 2-5 миллилитрлыҡтарҙы, ҙурҙарына 10-20-лектәрҙе ҡуллана инек. Шул быяла шприцтарҙы, төрлө ҙурлыҡтағы энәләрҙе, пинцетты стерилизаторға һалып бер юлы ҡайнатаһың да мәшәҡәтеңә тотонаһың. Тирене эшкәртеү өсөн дә спирт түгел, йод ҡулланыла, көнө буйы бармаҡтар ҡара көрән төҫкә инеп янып бөтә, тәнеңә һәммәһе өсөн ҡулланылған уҡшытҡыс хлор еҫе һеңә. Һөнәренә ярашлы малсыға силос, һауынсыға һөт, табипҡа хлор еҫе тәненә үтәләй үтеп һеңә. Ул ҡәһәрле еҫте мунса ла, йыуыныу ҙа алмай, одеколон да баҫмай,  педучилище ҡыҙҙарының ятағына барһаң, тегеләр танауҙарын йыйыралар ҙа, ана, медик килә ята, тип танып торалар.

     Шулай итеп, мин процедура кабинетында. Бер кем дә юҡ, үҙемә-үҙем хужа, ни ҡылһаң да килешә. Процедура шәфҡәт туташы ла мин эшләгәндән файҙаланып ҡайҙалыр сығып шылған. Газ плитәһенә стерилизаторҙы ҡуйып ҡайнатып, теге теңкәгә тейеп бөткән йод менән бармаҡтарымды эшкәртеп алдым, булғас булһын тип йөҙөмдө битлек эсенә йәшерҙем. Иң башта беләккә уколдар ҡаҙарға кәрәк, шунан янбаштарға. Шулай эшләнем дә. Эш аҙағында ишек ауыҙында практика етәксебеҙ Миңлекамал Әхмәт ҡыҙы күренде.

       - Йә, Хәйҙәр, эштәр нисек бара?

       - Иҫ китмәле шәп, тамамланым!

     Етәксебеҙ стерилизатор яғына күҙ атты ла аптырап китте:

       - Бындағы энәләр ҡулланылмаған да баһа!

     Баҡтиһәң, алыштырып мәшәҡәтләнмәй генә  бер энә менән беләктәргә, икенсеһе менән янбаштарға укол ҡаҙап сыҡҡанмын икән, ҡәһәрең! Был бит бүлек кимәлендәге ғәҙәттән тыш хәл, шау-шыу ҡупты. Сарғаланған пациенттарҙы тынысландырып мине олпат ҡиәфәтле бер ағай яҡлап сыҡты:

       - Фронтта саҡта фельдшерҙар салбарыбыҙҙы һалдырмай, гимнастерка беләген төрҙөрмәй генә укол ҡаҙанылар, сөнки яу яланында шулай кәрәк ине. Бына был егет алабарманлығына барып эште эшләп еткермәгән икән, бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ, значит, полевая хирургия шарттарында хеҙмәтләндергән. Ничего страшного! Әйткәндәй, уның ҡулы йомшаҡ, тимәк, шифалы! – Етәксебеҙ яғына ҡайырылды. – Миңә бында тағы ла бер аҙна ятаһы, берәйһенең беләге шешә ҡалһа хәбәр итермен!

  Онотманы мине был кеше, дауахананан сыҡҡас медучилищыға килеп, ҡарап тороп, практиканан “бишле” ҡуйҙырҙы.

       Икенсеһе. Калининград өлкәһе Озерск ҡалаһындағы сержант мәктәбендә санчастә эшләп йөрөйөм. Часть командиры, һуғыш ветераны, полковник Иван Гав-рилович Жирнов балалары булмағанғалыр, күрәһең,  мине үҙ улылай яҡын күрҙе. Йыш ҡына фатирҙарына алып ҡайтыр, ҡунаҡ итер ине. Һыныҡҡа һылтау, тигәндәй, яйын табып, часть командирына барам, тип ҡалаға иркен инеп-сығып та йөрөй торғайным. Шуғалырмы, әсе телдәр миңә “сын полка” ҡушаматын да йәбештерҙеләр.

    Иртә менән санчастә йөрөйөм, эш баштан ашҡан; ауырыуҙарҙы ҡабул итәм, перевязкалар яһайым, уколдар ҡаҙайым, физкабинет та минең ҡарамаҡта. Шулай мәш килә инем, яныма Мәскәүҙән килгән табип, өлкән лейтенант Пыков Михаил Иванович инде:

       - Сейчас подойдет командир части, у него радикулит. Подготовь, пожалуйста, парафин!

       - Щас подготовлю...

    Ҡаңғырып йөрөп, хәтерҙән сығарып, бик һуңлап ҡына парафинды иретергә тип плитәгә ҡуйҙым.

    Бер аҙҙан Жирнов шылтырата:

       - У тебя все готово, Хайдар?

     Армияла, “юҡ”, “белмәйем”, “һуңланым”, “ҡулымдан килмәй” тигән төшөнсәләр юҡ, булырға тейеш тә түгелдәр, шуға шартлатып яуап бирҙем:

       - Так точно, товарищ полковник, все готово!

       - Тогда подойду через 15 минут!

       Пациент килеүгә әҙерләгән парафиным яңы иреп өҫтөн йоҡа шекәрә япҡайны. Полковникты айырым кабинетҡа индереп, кушеткаға урынлаштырып, һыпырылған биле тапҡырына парафинды килтергәнем, “бәлеш”ем һытылып тегенең оса һыҙаты буйлап түбәнгә һарҡты!

   Йөрәгем “жыу” итеп китте, былай булғас бөттө баш, мәйтәм.

    Жирнов башын ҡалҡытып миңә аптыраулы төбәлде:

       - Что у тебя там?

       - Все нормально, товарищ полковник! У Вас радикулит, так?

       - И что дальше?

       - Эту болезнь надо лечить с двух сторон!

       - Как это, говори яснее!

       - Сзади, особенно спереди!

      20 минут самаһы ятҡандан һуң, часть командиры ыштанын буяған малайҙай аяҡтарын тарбайта баҫып атлап сығыу яғына ҡарай йүнәлде. Ә мин артына атылған ҡуяндай начмедтың кабинетына ҡарай йүгерҙем.

       - Разрешите войти, товарищ старший лейтенант?

    Пыков илтифатһыҙ ҡул һелтәне:

       - Не петушись, говори, что случилось?

       - У меня был командир части!

       - Знаю.

       - Лечил его по методике профессора Тапакова!

       - Странно, впервые слышу, интересно...

       - Эффект методики заключается в том, радикулит лечат с двух сторон!

    Пыков шарҡылдап туҡтай алмай көлөргә тотондо, шунан йәшләнгән күҙҙәрен һөртөп һығымта яһаны:

       - Понял! Твой парафин оказался слишком жидким! 

       - Так точно. Объясните товарищу полковнику очень доходчиво мою методику, иначе мне конец!

       - Ладно объясню, по крайней мере попробую. – Рөхсәт алып сығырға йыйынғанда артымдан тауыш ишетелде. – Да не робей, ты же сын полка!

      Полковник парафинға ҡатҡан сатын аҙаҡ нисек кенә таҙартып алғандыр, бер Хоҙай белә...

     Санчастә бәләкәй генә ҡыҙыҡты ла ҙурға олғаштырып, хәрәкәттәр менән күрһәтеп һөйләргә хирес прапорщик Николай Мишин эшләне. Ул ошо ваҡиғаны бәләкәй спектаклгә әүерелдереп частәге офицерҙарға һөйләгән, имеш. Лаҡап ике йыл буйы ауыҙҙан-ауыҙға, телдән-телгә күсеп һөйләнелде, яңынан-яңы күренештәр өҫтәл-еп ул халыҡ эпосы кимәленә олғашты һәм миңә “полк улы” ҡушаматын онотоп “доктор Тапаков” тип өндәшә башланылар.

 

 

        

              

Автор:Хайдар Тапаков