Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Май 2021, 17:10

Һәр экспонат ҡәҙерле

Бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларҙы республика музейҙары араһында һирәк осраған экспонаттар һәм уникаль ҡомартҡыларының күплеге менән айырылып торған Хәйбулла районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Тарихһыҙ киләсәк юҡ, тарих—ул беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Һәр кем тыуған яғының тарихын, ата-бабаларының тормош-көнкүрешен, милләтенең мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш. Был йәһәттән музейҙар ифрат ҙур роль уйнай. Музей—тарих төпкөлөнән килгән шаңдау, быуаттарҙы быуат­тарға тоташтырыусы рухи байлыҡ­тарыбыҙҙың үҙәге.
Бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларҙы республика музейҙары араһында һирәк осраған экспонаттар һәм уникаль ҡомартҡыларының күплеге менән айырылып торған Хәйбулла районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Рәзилә Байғусҡарова етәкләгән коллективта бөтәһе дүрт хеҙмәткәр эшләй. Улар—методист Миңзәлә Ғөбәйҙуллина, музей экспонаттарын һаҡлаусы-экскурсоводтар Миңлебикә Моталова менән Эльвира Ҡоҙашева. Әле бында бөтәһе 10 меңгә яҡын экспонат һаҡлана, улар араһында уникаль ҡомартҡылар—беҙҙең эраға тиклем 300 миллион йыл элек эшләнгән баҡыр хәнйәр, XVIII быуаттағы һарауыс һәм башҡорттар араһ­ында иң тәүге дирижер Ғәйнетдин Моталовтың дирижерлыҡ таяғы, мәшһүр ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың үҙе эшләгән ҡурайҙары.
Рәзилә Байғусҡарова белдереүенсә, һәр ҡомартҡы—үҙе бер тарих, халҡыбыҙҙың үткәнен сағылдырған, киләсәк быуынға шул осорҙо күрһәткән атай-олатайҙар аманаты. Ваҡыт үткән һайын һәр экспонат ҡәҙерлерәк була бара, ул төрлө осорҙағы тарихи ваҡиғаның шаһиты булыуы менән дә әһәмиәтле.
—Хәйбулла районының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музыйында, ысынлап та, бик боронғо экспонаттар күп. Ҡасандыр был әйберҙәрҙе туплауға ҙур өлөш индергән Әсмә Усманова, Рафаил Рәхимов, Флүрә Мәжитоваларға ифрат рәхмәтлебеҙ, тап уларҙың башланғысы менән хазиналар йорто барлыҡҡа килә. Музейҙы хазиналар йорто менән сағыштырыуым да юҡҡа түгел. Ысынлап та, һәр экспонат үҙе бер оло хазинаға тиң. Беҙҙең төп бурыс—ҡомартҡыларҙы һаҡлау, яңылары менән тулыландырыу,—тине Рәзилә Фазулла ҡыҙы.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа кешеләр күпселек осраҡта үҙҙәре теләп иҫтәлекле әйберҙәрен музейға тапшыра.
Музейҙың беренсе залында райондың төп фамилияларын йөрөткән араларҙың шәжәрәләре урын алған. Уларҙың күбеһенең Аҡъяр ауылының барлыҡҡа килеүенә туранан-тура йоғонтоһо булған. Мәҫәлән, Торомтаевтар, Үтәшевтәр, Таулыҡаев­арҙың шәжәрәһе төп нөсхәһендә һаҡланған, әллә күпме тамырҙарҙы бергә туплап, күпме быуындарҙы берләштергән.
Артабанғы залдың бер өлөшөндә Хәйбулланың бай тәбиғәте һүрәтләнгән. Бында төбәктең үҙенә генә хас хайуандарын, ҡоштарын, үҫемлектәрен сағылдырған диорамалар эшләнгән.
Һәр музейҙың “йөрәге”н тәшкил иткән, халҡыбыҙҙың боронғо көнкүрешен, шөғөлөн һәм кәсептәрен сағылдырған, милли кейем өлгөләре, биҙәүестәр менән таныштырған, йәшәү рәүешен беҙгә бар тулылығында еткергән экспонаттарҙың күбеһе этнография залында урынлашҡан. Бында нимәләр генә юҡ: Үҫәргән һәм Түңгәүер ырыуына хас булған ҡомартҡылар, малсылыҡ, һунарсылыҡ, игенселеккә бәйле көнкүреш әйберҙәре йә иһә кешеләр үҙҙәре тапшырған бик ҡәҙерле ҡомартҡылар. Мәҫәлән, Әбделнасир ауылынан Фәрзәнә Әлмөхәмәтова өләсәһенең 100 йыл элек һуғылған шәлен тапшырған. Аҡъярҙан Зәүхиә Илембәтованың селтәре, ҡашмауы һәм кәләбәше лә музейҙың ҡиммәтле ҡомартҡыларын тулыландыра.
Вазифа Мәмбәтованың ситеген республиканың башҡа бер музейында ла осратыу мөмкин түгел. Башҡа ырыу ҡатын-ҡыҙ­ҙарынан айырмалы рәүештә, Хәйбулла еренә генә хас кәләбәште (баш кейеме) шулай уҡ музейҙа күрергә мөмкин. Боронғо сулпылар, көмбәҙ, гәрәбә мунсаҡтар, уҡа иҙеү, алмиҙеү, түшелдеректәр—барыһы ла өләсәй-инәйҙәребеҙҙең ҡулы тейгән, бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған бик ҡиммәтле экспонаттар ул.
Артабан тарих биттәрен сағылдырған залға аяҡ баҫабыҙ. Бында райондың тормошон күҙ алдына баҫтырырға ярҙам иткән төрлө осор тарихы менән яҡындан танышырға мөмкин.
“Беҙ йәшәгән район” тип аталған һуңғы залда Хәйбулла районының үткәне менән бөгөнгөһө йәнәш урын алған, күренекле яҡташтарының фотоһүрәттәре эленгән. Тәү ҡарашҡа бәләкәй кеүек күренгән бина тотош дәүерҙәрҙе үҙ эсенә алған хазиналар утрауын хәтерләтә, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Музей хеҙмәткәрҙәре һәр ергә күңел йылыһын һалған, улар һәр ҡомартҡыны шул тиклем ҡәҙерләп һаҡлай, ҙур ғорурлыҡ менән таныштыра. Музейҙың бәләкәй генә бүлмәһендә күргәҙмәләр залы урынлашҡан. Бында һәр саҡ төрлө күргәҙмәләр эшләй.
Хәйбулла районының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының бай экспонаттары менән яҡындан танышырға теләһәгеҙ, рәхим итегеҙ! Һөнәри байрамығыҙ менән, музей хеҙмәткәрҙәре!
Кәримә Усманова.
Хәйбулла районы.