АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Март 2021, 17:00

Яҙмышына рәхмәтле

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Ишбикә Ғәлимйән ҡыҙы Абдуллина 90 йәше тулыу уңайынан Рәсәй Президенты В.В.Путиндан ҡотлау асылмаһы һәм ҡиммәтле бүләк алып ҡыуанған. Сәләмәтлек һәм әүҙем ғүмерлелек йылында оло юбилейын билдәләгән тыл хеҙмәткәре оҙаҡ йәшәүҙең серҙәре менән бүлеште.--Мин бит башҡорт ҡатын-ҡыҙы. Беҙ бер ниндәй һынау алдында ла бирешмәйбеҙ, ебеп төшмәйбеҙ. Тормош ауырлығын күп күрҙек. Шулай ҙа яҙмышыма рәхмәтлемен, әсе-сөсөһөн татытып, татлыһын биргән өсөн, --тине Ишбикә Ғәлимйән ҡыҙы.

Сибай ҡалаһында йәшәүсе Ишбикә Ғәлимйән ҡыҙы Абдуллина 90 йәше тулыу уңайынан Рәсәй Президенты В.В.Путиндан ҡотлау асылмаһы һәм ҡиммәтле бүләк алып ҡыуанған. Сәләмәтлек һәм әүҙем ғүмерлелек йылында оло юбилейын билдәләгән тыл хеҙмәткәре оҙаҡ йәшәүҙең серҙәре менән бүлеште.
--Мин бит башҡорт ҡатын-ҡыҙы. Беҙ бер ниндәй һынау алдында ла бирешмәйбеҙ, ебеп төшмәйбеҙ. Тормош ауырлығын күп күрҙек. Шулай ҙа яҙмышыма рәхмәтлемен, әсе-сөсөһөн татытып, татлыһын биргән өсөн, --тине Ишбикә Ғәлимйән ҡыҙы.
И.Ғ.Абдуллина Баймаҡ районының Манһыр ауылында тыуған. Ата-әсәһенә иркәләнеп кенә буй еткереү форсаты теймәй уға: 1933 йылда яла яғып атаһын репрессия ҡорбаны итәләр. Ике ҡыҙы менән әсәһе яңғыҙ тороп ҡала. Ҡанифа өләсәһе яндарында булғанға етемлекте артыҡ тоймайҙар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда әсәйҙәре Йолалы руднигында эшләп йөрөгән була. Хәлдәр ауырлашҡас, Баймаҡҡа күсеп китәләр. Аслыҡ, яланғаслыҡты күп күрәләр. Бер мәл һеңлеһе менән өләсәһе аслыҡтан шешенеп түшәккә ята. Ишбикә бала ғына булһа ла хәлде аңлап райкомға йүгерә. Уларға ашханала туҡланыу өсөн өҫтәмә талон бирәләр. Кәбеҫтә һурпаһы эсеп, яҡындары саҡ терелеп китә. Ишбикә 13 кенә йәшендә икмәк бешереү цехында хеҙмәт юлын башлай. Эштән ҡурҡмаған ҡыҙ фронт өсөн, Еңеү өсөн йәнен-тәнен йәлләмәй эшләй.
Һуғыштан һуң Ишбикә Мазһар Әминевҡа кейәүгә сыға. Бер-бер артлы 4 балалары тыуа. Әммә ире ауырыуҙан мандый алмай, йәшләй генә донъя ҡуя. Шулай итеп 28 генә йәшендә тол ҡала. Ит комбинатында эшләп бәләкәстәрен аҫрай. 1975 йылда Сибайҙа ит комбинаты асылғас Ишбикә Ғәлимйән ҡыҙын шунда эшкә саҡырылар. Өс бүлмәле фатир алып, матур йәшәп китәләр. Ул ваҡытта Айрат Лотфулла улы Абдуллинға тормошҡа сыҡҡан була. Уларҙың тағы ике ҡыҙҙары тыуа.
Хеҙмәт алдынғыһы булып танылған Ишбикә Ғәлимйән ҡыҙының 40 йылдан ашыу эш стажы бар. Гел алдынғылар рәтендә булып, фотоһүрәте почет таҡтаһынан төшмәй. Эше “Намыҫлы хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән баһаланған. Ул шулай уҡ 6 бала әсәһе булараҡ “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланған. Әле уның тиҫтәнән ашыу ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәләре бар. Һуғыш осоронда тылда эшләгәнгә Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына тиңләштерелгән.
Йәмәғәт эшендә лә әүҙем була, Баймаҡта ла, Сибай ҙа ҡала Советына бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлана.
Зарлы кеше моңло була тиҙәр, күпте күргәнгәмелер ул башҡорт халыҡ йырҙарын үҙәккә үтерлек итеп йырлай. Ул шулай уҡ рус йырҙарын да яратып башҡара. Аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫталығы уға әсәһенән, өләсәһенән күскән. Ишбикә ғәлимйән ҡыҙы балаларын да: “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел”, “Күрше хаҡы—Тәңре хаҡы”, “Килгән кеше һине убып китмәй, ысын күңелдән хөрмәт ит”,-- тип мәҡәлдәр, әйтемдәр өлгөһөндә тәрбиәләй. Шуғалыр ҙа балалары тормошта үҙ урынын тапҡан, һәр береһе гөрләтеп донъя көтә, әсәйҙәренә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Әсә кешегә ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡ.