Ғаиләһендә бәхетле булған кеше эшендә лә уңыштарға өлгәшә, тырыша, эҙләнә. яңы үрҙәр яулай. Шундай бәхетле гүзәл заттарыбыҙҙың береһе—Гөлсәсәк Нурғәле ҡыҙы Әминева. Ул оҙаҡ йылдар “Сибай икмәге” йәмғиәтенең ҡеүәтен арттырыуға көс һала. Тырыш хеҙмәткәр 2018 йылда аргосәнәғәт комплексы системаһын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнһә, былтыр “СИТНО-ның иң яҡшы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә лайыҡ булған.
--Бик яуаплы, тәртипле, әҙәпле,--ти уның хаҡында йәмғиәттең тауар һатыу бүлеге начальнигы Йәмил Ҡолоев. –Эштең рәтен белә, шуға ла коллективта ҙур абруй менән ҡаҙана.
Гөлсәсәк Сибай ҡалаһы ҡыҙы. Татыу ғаиләләрендә икенсе бала булып донъяға килгән. 8-се мәктәптә уҡыған. Бәләкәйҙән әсәһе янында аш-һыу әҙерләшергә яратҡан ҡыҙ ашнаҡсы булырға хыяллана. Шуға ла 1997 йылда Сибай икмәк бешереү комбинатына эшкә бара. Кешеләргә иң кәрәкле аҙыҡ—икмәк, тәмлекәстәр бешереүгә бөтә ғүмерен бағышлауына бер ҙә үкенмәй ул. Коллективынан, етәкселәренән уңыуына сикһеҙ һөйөнә.
Ире Артур Рәшит улы менән 28 йыл бергә йәшәйҙәр. Ике ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бүләк иткән улар.
--Ирем менән танышып, дуҫлашып йөрөй башлағас, әсәйҙәребеҙ Сибай педагогия училищеһында бер курсат уҡыуҙары асыҡланды. Уларҙың ғаиләһендә ике ул үҫһә, беҙҙә ике ҡыҙ, атайҙарыбыҙ ҙа бер-береһен белгән булып сыҡты. Шуғалырмы татыу булдыҡ, һинеке-минекегә айырмай, донъя йөгөн бергә тартабыҙ,--тип ҡыуана бәхетле ҡатын.
Өфөлә эшләгән һәм йәшәгән ҡыҙҙары Алина яңыраҡ ҡына кейәүгә сыҡҡан. Ул иҡтисадсы, юрист һөнәрҙәрен үҙләштергән. Нәйләләре әлеге ваҡытта “Ирәндек” лицейында 9-сы класта уҡый. Бейеү менән етди шөғөлләнә, Балалар сәнғәт мәктәбен тамамлаған.
Әминевтар нәҫелен дауам иттереүсе берҙән-бер улдары Данилдары ла Нәйлә апайы белем алған лицейҙа 2-се класта уҡый. Бергә йыйылғанда тәбиғәт ҡосағында ял итергә яраталар. Балаларын бәләкәстән эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәтәләр. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр,--ти халыҡ мәҡәле. Әсәһе, атаһы кеүек хеҙмәтте яратһалар, улар хур булмаҫ.