Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Ғинуар 2021, 20:00

ҮГЕҘ ҠУРҠЫТМАЙ, УЛ ЯҠЛАЙ

АЯҒЫНА НЫҠ БАҪЫП ТИМЕР ҮГЕҘ ЙЫЛЫ КИЛДЕ! ӨЙҘӘРЕБЕҘГӘ БИКЛӘП, КЕШЕЛӘРҘӘН ҠУРҠЫТЫП УЛТЫРТЫП ҠУЙҒАН ҠОМАҠ ЙЫЛЫНЫҢ ҮТЕҮЕН БАР ХАЛЫҠ ТҮҘЕМҺЕҘЛӘНЕП КӨТКӘНДЕР, МОҒАЙЫН. НИ ТИҺӘҢ ДӘ, БЫЙЫЛҒЫ ЙЫЛ УҢЫШТАРҒА МУЛ БУЛҺЫН, ҺАУ-СӘЛӘМӘТ БУЛЫП, ҠЫУАНЫС-ШАТЛЫҠТАРҒА ҒЫНА ТӨРӨНӨП ЙӘШӘЙЕК. ҮГЕҘ ЙЫЛЫНДА ТЫУЫУСЫЛАР ӨСӨН ЙЫЛ ҮТӘ УҢЫШЛЫ БУЛМАҠСЫ, ТИП ФАРАЗ ИТЕҮСЕЛӘР БАР. ЙЫЛ ХУЖАҺЫ ҮҘЕНЕҢ “ТУҒАНДАРЫНА” ЫСЫНЛАП ТА ЯРҘАМ ИТЕРМЕ? ҺЫЙЫР ЙЫЛЫНДА ТЫУҒАНДАР БЫЛ ХАҠТА НИМӘ УЙЛАЙ? НИМӘГӘ ӨМӨТ ИТӘ? ҮҘҘӘРЕНӘ ҺҮҘ БИРӘЙЕК.Сибай телерадиотапшырыуҙар студияһы операторҙары—Радмир Иҫәнғолов һәм Руслан Көмөшҡолов икеһе лә Һыйыр йылында тыуған «үгеҙҙәр».

АЯҒЫНА НЫҠ БАҪЫП ТИМЕР ҮГЕҘ ЙЫЛЫ КИЛДЕ! ӨЙҘӘРЕБЕҘГӘ БИКЛӘП, КЕШЕЛӘРҘӘН ҠУРҠЫТЫП УЛТЫРТЫП ҠУЙҒАН ҠОМАҠ ЙЫЛЫНЫҢ ҮТЕҮЕН БАР ХАЛЫҠ ТҮҘЕМҺЕҘЛӘНЕП КӨТКӘНДЕР, МОҒАЙЫН. НИ ТИҺӘҢ ДӘ, БЫЙЫЛҒЫ ЙЫЛ УҢЫШТАРҒА МУЛ БУЛҺЫН, ҺАУ-СӘЛӘМӘТ БУЛЫП, ҠЫУАНЫС-ШАТЛЫҠТАРҒА ҒЫНА ТӨРӨНӨП ЙӘШӘЙЕК. ҮГЕҘ ЙЫЛЫНДА ТЫУЫУСЫЛАР ӨСӨН ЙЫЛ ҮТӘ УҢЫШЛЫ БУЛМАҠСЫ, ТИП ФАРАЗ ИТЕҮСЕЛӘР БАР. ЙЫЛ ХУЖАҺЫ ҮҘЕНЕҢ “ТУҒАНДАРЫНА” ЫСЫНЛАП ТА ЯРҘАМ ИТЕРМЕ? ҺЫЙЫР ЙЫЛЫНДА ТЫУҒАНДАР БЫЛ ХАҠТА НИМӘ УЙЛАЙ? НИМӘГӘ ӨМӨТ ИТӘ? ҮҘҘӘРЕНӘ ҺҮҘ БИРӘЙЕК.
Сибай телерадиотапшырыуҙар студияһы операторҙары—Радмир Иҫәнғолов һәм Руслан Көмөшҡолов икеһе лә Һыйыр йылында тыуған «үгеҙҙәр».
Улар ҡалала булған төп сараларҙы видеояҙмаға төшөрөп кенә ҡалмай, яңылыҡтарҙы, тапшырыуҙарҙы эфирға сығарыу өсөн күп тырышлыҡ һала.
БЫЛ ДОНЪЯҒА БЕҘ КИЛГӘНБЕҘ ИКӘН, ЮҠҠА ТҮГЕЛ
РАДМИР ИҪӘНҒОЛОВты ҡалалаштар оҫта саксофонсы тип тә белә. Ҡулы ипле, шуға ла уға студияны биҙәү, матурлау эштәрен ышанып тапшыралар. Уңған ғаилә башлығы ла ул. Ҡатыны Ләйсән менән ике ул үҫтерәләр. Иҫәнғоловтар Төнъяҡ ҡасабаһында шәхси йорт һала. Радмир беҙҙең һорауҙарға уйынлы-ысынлы яуап бирҙе:
—Йылдың йоғонтоһон артыҡ һиҙмәйем. Ниндәй йылда тыуһаң да матур итеп тормош көтөргә кәрәктер ул. Йырҙа ла бит был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер, тип йырлана. Һөтлө «һыйырмындыр» тием, ғаиләмде аҫрарға, йорт һалырға килемемде еткерергә тырышам, өҫтәмә аҡса эшләү юлдарын эҙләйем. Һыйыр кеүек яй түгелмен, күп көйшәмәйем, йәғни күп ашамайым. Мал тотмағас, һыйырға бәйле ҡыҙыҡтарға юлыҡҡаным юҡ. Яңы йыл табынында ҡатыным нимә әҙерләне, шуны ашаныҡ. Бөтәһе лә телеңде йоторлоҡ, ул бешергән һый донъяла иң тәмле ризыҡ. Гәзит уҡыусыларға именлек-сәләмәтлек, ғаилә бәхете, уңыштар теләйем. Һаулыҡ булһа, ҡалғаны булыр.
ҮГЕҘ ҠУРҠЫТМАЙ, УЛ ЯҠЛАЙ
РУСЛАН КӨМӨШҠОЛОВ өсөн уҙып киткән 2020 йыл уңышлы булған. Көмөшҡоловтар улдары һәм ҡыҙҙары янына иш итеп Асҡар исемле бәпес алып ҡайтҡан. Күп балалы ғаилә башлығының мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, ул бөтә нәмәгә лә өлгөрә. Эште еренә еткереп, яйлап, майлап атҡарырға күнеккән. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ: ул бөтә эште лә ҡатыны менән кәңәшләнеп башҡара. Беҙҙең һорауҙарға ла ул кәләшем менән һөйләшкәс яуап бирермен тип кенә ебәрҙе.
—Йылдар төрлөсә килә. Уңышлыһы, юғалтыуҙар алып килгәне була. Тормошома һыйырҙың йоғонтоһо бармы, юҡмы әйтә алмайым, әммә уның 2020 йылдан яҡшыраҡ булырына ышанам. Мин түлле һыйырҙыр ул. Үҙем ғаиләлә яңғыҙ үҫтем. Шуға ла балаларым күп булыуын теләнем. Аллаға шөкөр, ике улым, бер ҡыҙым бар. Ҡайһы ваҡыт үҙһүҙләнеп, үгеҙ күҙләнеп алып китәм, әлбиттә. Әммә ул торош тиҙ үтә. Кәләшем аш-һыу бешереүгә әүәҫ. Яңы йыл табынында тәмлекәстәр, йәшелсә-емеш янында ит ризыҡтары күп булды.
Йондоҙнамәлә яҙылғанса,Үгеҙ йылында шәхси мөнәсәбәттәр—мөхәббәт, ғаилә, дуҫтар күп көс талап итәсәк.Үгеҙ үҙенең ҡеүәте менән тирә-яҡтағыларҙы ҡурҡыуға һалырға тейеш түгел. Киреһенсә, хәҙер ул үҙенең яҡындарын ысын мәғәнәһендә һаҡлаусы. Һау булайыҡ, бар булайыҡ!