Һыйыр йылында тыуыусыларҙың береһе—яҙыусы һәм журналист Миләүшә Ҡаһарманова.
Һыйыр (Үгеҙ) ул иң көслөләр рәтенә ингән билге, шунлыҡтан был йылда тыуғандар бер нисек тә йыуаш һәм мәмәй була алмай.
Был йылда тыуған кешеләрҙең рухы ла ныҡлы һәм сәләмәтлектәре лә яҡшы була. Улар бар көстәрен ғаилә өсөн һала, өй шарттарын тыныс һәм уңайлы итмәй тороп, ситкә иғтибарҙарын йүнәлтә алмай.
Миләүшә Ҡаһарманова ла, үгеҙҙәргә хас булғанса, беренсе ҡарашҡа өндәшмәҫ һәм тарҡау зиһенле кеше кеүек. Әммә уның эсендә яҡты аң һәм ҡара тырышлыҡ ята. Үгеҙҙәр үҙ маҡсаттарына яй, әммә ышаныслы барған һымаҡ, ул да тормошта ла, ижадта ла барлыҡ уңыштарын тик баҫалҡы хеҙмәт аша ғына таба белә. Тормоштоң төрлө хәлдәрендә лә уй-теләктәрен йөҙ тапҡыр алмаштыра йәки икеләнә белмәй. Унда ла үгеҙҙәргә хас булған еңмешлек, үҙһүҙлелек өҫтөнлөк итә.
Был йыл төрлө халыҡтарҙа берсә үгеҙ, берсә һыйыр итеп билдәләнә. Әммә нисек кенә булғанда ла, үгеҙ ҙә, һыйыр ҙа—йорттоң төп малдары, уларҙың тотҡан урындары баһалы. Миләүшә лә үҙе эшләгән коллективтарҙа һәр ваҡыт абруй яулап ала белә. Быға уның белемле һәм юғары интеллектлы булыуы булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта “күпме тейәһәләр ҙә һөйрәй” тигән әйтем дә тап уға ҡарап сығарылғандай. Яҙыусылыҡ та, журналис-тика ла, сценарист булараҡ яңы премьералар яҙыу ҙа ҡулынан килә уның. Респуб-лика матбуғатында ай һайын тигәндәй ниндәйҙер баҫмала яҙыусының яңы әҫәре донъя күрә. Төрлө гәзит-журналдарҙа уҡымлы ҡыҙыҡлы мәҡәләләре лә көтөп алына. Концерт-тамашаларын Сибай, Өфө сәхнәләрендә күрергә була. Быларға өҫтәп, һөйләү жанрындағы артистар өсөн монологтар, юмористик сығыштар ҙа яҙа. Интернет селтәрендәге “Хис” төркөмөндә сәсмә әҫәрҙәренән тыш шиғырҙарын да уҡып сығырға була. Журналистика өлкәһендәге хеҙмәте юғары баһаланып, республиканың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы менән баһаланған булһа, ошо көндәрҙә генә сәсмә әҫәрҙәре һәм шиғриәте өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева исемендәге премия лауреаты булды.
Үгеҙҙәргә хас тура һүҙлелек, фекерен әйтә һәм яҡлай белеү Миләүшәгә лә хас. Ул үҙенә лә, эргә-тирәһендәгеләргә лә талапсан. Үҙен тулыһынса эшкә еккән һәм барлыҡ булмышын файҙалыуға бирә алған һымаҡ, шундай уҡты ҡаршы яҡтан да көтә. Балаларын тәрбиәләү, уларҙы киләсәк тормошҡа әҙерләүҙе лә оло яуаплылыҡ менән башҡара. “Беҙ барлыҡ көсөбөҙҙө һәм аҡылыбыҙҙы балаларға һалырға тейешбеҙ” тигән принцип менән йәшәй. Һәм был принцип эшләй ҙә. Бөгөн Миләүшә Ҡаһарманованың өлкән ҡыҙы Лилиә Башҡортостан мәғариф министрлығының мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бүлегендә белгес булып хеҙмәт итә, ә икенсе ҡыҙы Әлиә Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашыусы, халыҡ араһындағы ваҡиғаларҙа ла ҡайнап йәшәүсе йәш граждандар.
Миләүшә өсөн өй, ғаилә именлеге беренсе урында. Ул фатирын таҙа тоторға, нәзәкәтле йыһазларға, унда әленән-әле яңылыҡ индерергә ярата. Ял көндәре шул йәмле ояла балалары менән йыйылып ултырыу, ял итеү иң яратҡан мәле. Шулай уҡ ғаилә менән киноларға, театрҙарға йөрөү, йәйҙәрен сәйәхәткә сығыу, ҡыштарын саңғыға баҫыу ҙа өйрәнгән шөғөлө.
Һыйыр (үгеҙ) малына хас йәшеллек, йәшелсә ярата икән ул да, салат үләндәрен бөтөн төрлө аҙыҡтарҙа ла ҡуллана.
Миләүшә үҙе тураһында шаярыу ҡатыш: “Ысын мәғәнәһендәге үгеҙмен. Мине үсектерергә, сыбыртҡы тотоп ҡыуырға ярамай. Ундайҙарҙы шундуҡ һөҙөп-тапап китәм. Мине бары маҡтап-маҡтап эшләтергә лә эшләтергә, ул ваҡытта файҙамды рәхәтләнеп тотонорға ғына ҡала: ит тә була, һөт тә”,—тип йылмая ул.