Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
5 Октябрь 2020, 16:05

ДИРЕКТОРЫБЫҘҘАН УҢДЫҠ

Уҡытыусылар көнөндә директорыбыҙ тыуған көнөн дә билдәләй...Иштуған Рәйес улы 1984 йылдың 5 октябрендә Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында тыуған.

“Балалар уҡытыу–донъялағы иң сауаплы эштәрҙең береһе”,—тип яҙылған Ҡөръәндә. Уҡытыусы—белем донъяһына әйҙәүсе лә, ижад серҙәренә төшөндөрөүсе лә, тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итеүсе лә.
Һәр кем тормошта үҙ урынын эҙләй һәм һайлаған ғүмер юлы өсөн тик үҙе яуаплы. Уҡытыусы һөнәрен һайлағандар иңендә ҙур яуаплылыҡ—киләсәк быуынды тәрбиәләү һәм белем биреү бурысы ята.
Мәҡәләм мәктәп тормошонда ҡайнап, арыу-талыу белмәй, янып эшләүсе Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры Ноғоманов Иштуған Рәйес улы тураһында.
Иштуған Рәйес улы 1984 йылдың 5 октябрендә Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында тыуған. Беренсе класҡа Йәнйегет урта мәктәбенә уҡырға барған. Бик шуҡ, шаян малай гел яҡшы билдәләргә өлгәшкән, класында уҡыу секторы ла була. Төрлө сараларҙа ҡатнашырға, йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә яратҡан.
6-сы кластан һуң Сибай төрөк лицейына уҡырға инеп, төрөк, башҡорт, инглиз телдәрен ныҡлы өйрәнгән. Уҡыу йылдарының һуңғы 2 йылында Сибай гимназия-интернатында белем ала.
—Инженер булырға хыяллана инем, атайым тәҡдиме буйынса әсәйем кеүек уҡытыусы һөнәрен һайланым. Уҡытыусы һөнәре—ысын мәғәнәһендә һөнәрҙәрҙең һөнәре икәнен йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнәһең икән ул. Һәр баланың ғүмере, киләсәге уның ҡулынан үтә. Инженермы, юристмы, башҡа һөнәр эйәһеме—барыһы ла уҡытыусынан белем ала. Мәктәптә эшләүселәр уҡыусыларға йәшәү серҙәрен өйрәтә, ата-әсәне ихтирам итергә, тыуған илеңде яратырға, уға тоғро хеҙмәт итергә әйҙәй, телебеҙҙе лә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы өйрә-неүҙе һәм һаҡлауҙы бурыс итеп ҡуя,—ти Иштуған Рәйес улы.
Сибай институтында инглиз теле кафедраһын уңышлы тамамлап, тәүге хеҙмәт юлын 10-сы мәктәптә тәрбиәсе ролендә башлай. 2011 йылда Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры булып тәғәйенләнә. Иштуған Рәйес улы тырыш хеҙмәте өсөн бик күп Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
—Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы—Урал аръяғына ғына түгел, тотош республикаға көслө уҡыусылар әҙерләгән белем усағы. Быйылғы берҙәм дәүләт имтихандарының яҡшы һөҙөмтәләре быға дәлил. Мәктәптә абруйлы, шәп, белемле уҡытыусылар эшләүен беләбеҙ. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа ҡала, республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылған олимпиадаларҙан, фәнни-ғәмәли конференцияларҙан, спартакиадаларҙан ситтә ҡалмай. Белем биреү һәм тәрбиә эше йәнәшә алып барыла. Уҡыусыларыбыҙҙы һәр яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ,—ти лицей директоры.
Иштуған Рәйес улы күркәм холҡо менән күптәргә өлгө булырлыҡ ир уҙаманы. Беҙ уны алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, ярҙамсыл етәксе, хәстәрлекле атай, уңған ғаилә башлығы булараҡ беләбеҙ. «Беҙҙең кеүек ябай, эскерһеҙ, ихлас кеше»—тиҙәр уның хаҡында коллегалары.
Ошо көндәрҙә тыуған көнөн билдәләүсе коллегабыҙҙы ысын күңелдән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Йәшлек дәрте, бәхет һәм ырыҫ һеҙҙе бер ваҡытта ла ташламаһын!
Мәктәбебеҙҙә тырыш хеҙмәтегеҙ, ихласлығығыҙ менән кешеләр күңелен яуланығыҙ. Һеҙгә булған хөрмәтебеҙ бер ҡасан да һүрелмәҫ.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын.
Барлыҡ коллектив исеменән—Наҙгөл Танһыҡҡужина,
башланғыс кластар
уҡытыусыһы.