Сибай ҡалаһы үҙәк дауаханаһында капиталь ремонт эштәре ғинуар айында уҡ башланғайны. Әлеге көндә лә бында төҙөкләндереү, буяу, стеналарҙы тигеҙләү, ағартыу һәм башҡа ремонт эштәре ҡайнай. Дөйөм алғанда, төп эштәрҙең күбеһе тамамланған да инде.
—Ремонтлау эштәре бер нисә этапҡа бүленеп башҡарылды. Балалар поликлинаһы бөтөнләй икенсе һулыш алһын өсөн күп көс сарыф ителде. Әлеге көндә был бинаны заманса зауыҡландырҙыҡ. Уҙған йыл беренсе ҡатта капиталь ремонт эшләнһә, быйыл тулһынса икенсе ҡатҡа күстек. Балалар соматикаһында ҡабул итеүсе белгестәр тулыһынса поликлиниканың икенсе ҡатына күсәсәк. Шуға күрә, уларға яҡты, уңайлы бүлмәләр булдырыу өсөн тырышабыҙ. Бинаның планы үҙгәртелде, кабинеттар ремонтланды, электр, канализация, һыу биреү системалары тулыһынса яңыртылды. Иҙәнгә плитә түшәлде. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер белгестәргә эләгеү өсөн икенсе бинаға йүгерергә кәрәкмәй, барыһы ла бер урында буласаҡ. УЗИ кабинеты булдырыу ҙа ҡаралды,—ти дауахананың инженер-төҙөүсеһе М.С. Янбаева.
Бынан тыш, наркология бүлегендә тәҙрәләр яңыртылған, махсус медицина ишектәре ҡуйылған. Тиҙ ярҙам күрһәтеү бүлеге бинаһында ла тулыһынса капиталь ремонт уҙғарылған. Район-ара перинаталь үҙәккә килгәндә, бында йылылыҡ системаһы өлөшләтә ремонтланған һәм елләтеү системаһы тулыһынса яңыртылған, тәҙрәләр пластикка алмаштырылған. Ремонт эштәре сентябрь аҙағында тамамланасаҡ.
Инфекцион госпиталдә лә төҙөк-ләндереү эштәре етди бара. Бында 61 нөктәгә кислород үткәреү системаһы монтажланған. Уҙған йыл инеү урынында физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандустар һәм таймай торған ҡапланмалар йәйелгән, энергия һаҡлаусы лампалар ҡуйыған. Ә анализдар йыйыу лабораторияһында, процедура кабинеттарында ремонт тамамланған да инде, ике лаборатория кабинеты поликлиниканың беренсе ҡатына урынлаштырылған.
Дауаханаға “Һаулыҡ һаҡлау” (йөрәк, ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау) милли проекты сиктәрендә ренгент ҡоролмаһы һәм ангиограф комплексы алынасаҡ. Ренгент ҡоролмаһын урынлаштырыу өсөн махсуслаштырылған урын булдырыуға—2 млн 974 мең һум, ангиограф комплексы өсөн операцион блок булдырыуға 15 миллион 266 мең һум аҡса бүленгән. Бынан тыш, стоматология поликлиникаһына ла рентгент ҡоролмаһы алынасаҡ.
—Ремонт эшендә төп көсөбөҙ—төҙөүселәр. Шундай ҙур эште еренә еткереп башҡарыуҙары өсөн бар подрядсыларға, төҙөүселәргә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Был эштәр бер ни тиклем уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа ла, табиптар ҙа ауырыуҙарҙы ҡабул итеүҙәрен дауам итә. Шуға күрә дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр беҙҙең эште аңлап, уңайһыҙлыҡтарға бер аҙ түҙһендәр ине. Сөнки ремонт эштәре ваҡытлыса ғына, ә аҙаҡ яҡты һәм таҙа, уңайлы шарттарҙа дауаланыу мөмкинлеге асыласаҡ бит,—тигән теләктәр белдерҙе Миңзәлә Салауат ҡыҙы Янбаева.