Бөйөк Раббыбыҙҙың биргән ниғмәттәренә шөкөр бурысы булараҡ, Ҡорбан салыу ғибәҙәте динебеҙҙә зарури ҡылынған. Хәле, мөмкинлеге булған мосолмандар был ғибәҙәтте Аллаһҡа яҡынайыу дәлиле булараҡ атҡара.
Ҡорбан салыу - Аллаһтың әмере. "Кәүсәр" сүрәһенең 2-се аятында: "Раббың ризалығына намаҙ уҡы. Ҡорбан сал",--тип бойорола. Шуға ла был байрамдың асылы ҡорбан салыуҙан, йәғни Аллаһы Тәғәләгә ҡорбан килтереүҙән ғибәрәт.
Ҡорбанға ҡуй, һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә кеүек айырса тояҡлы хайуандар ғына салына. Йылҡы малы, шулай уҡ ҡош-ҡорт, тауыҡ, ҡаҙ, күркә ҡобанлыҡ була алмай. Ҡорбанға тәғәйенләнгән ҡуй, һарыҡ, кәзәнең бер йәше тулған булырға тейеш. Салына торған малдың күҙе һуҡыр булмауы, ағзаларының теүәл булыуы шарт. Ваҡ малды һәр кеше берҙе, ә эре малды бер нисә кеше исеменән салырға була. Ҡырағай хайуандар (мышы, болан, ҡыр кәзәһе) ҡорбан була алмай. Ҡорбанлыҡ итенең өстән бер өлөшөн салыусы үҙе файҙалана, ҡәрҙәш-ырыуына, фәҡир-етемдәргә өләшә. Уның итен һатыу харам. Тиреһен дә фәҡирерәк кешегә бирергә фарыз. Йә булмаһа, Ҡөрьән кеүек изге китапҡа ла алмаштырыу мәғҡүл.
Был көндө етемдәрҙе, үкһеҙҙәрҙе, сирлеләрҙе ҡәҙер итеү--оло сауап. Бындай ғәмәл, әлбиттә, һәр ваҡыт хуплана, ә инде байрам көндө хәйриәселек айырыуса маҡтала, сөнки Ҡорбан байрамы--ҡәрҙәшлек, аралашыу, һыйланыу байрамы. Туғандар, күршеләр, таныштар, барса диндәштәр Аллаһ ризалығы өсөн күберәк яҡшылыҡ ҡылырға, ғаилә эсендә лә, унан ситтә лә һәр кемдең күңелен күрергә ынтыла. Изге, игелекле ғәмәлдәр--бәхет һәм бәрәкәткә ирешеү юлы ул.