Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Июль 2020, 12:55

Мине һәр урында кешеләр көтә

Гүзәл Сыңғыҙова 20 йылдан ашыу Хәйбулла районында хат ташыусы булып эшләй. Район үҙәге Аҡъярҙың бер нисә урамын хеҙмәтләндерә, күберәк оло йәштәгеләр йәшәгән йорттарға йөрөргә тура килә уға. Ололарҙың һорауы буйынса ҡайһы осраҡта гәзит-журналдарҙан тыш, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ та килтерә. Иңенә ауыр сумкаһын аҫҡан, һәр саҡ кешеләргә шатлыҡ өләшеүсе Гүзәл Тәлғәт ҡыҙын һәр урында көтөп алалар.

Ысынлап та, кемгәлер-хат, берәүҙәренә—гәзит-журнал, икенселәренә көндәлек кәрәк-яраҡ ташыусы почтальонды һәр йортта ихлас ҡаршылайҙар. Араларҙы яҡынайтыусы, һәр ауылға рухи күпер һалыусы, халыҡҡа яратҡан баҫмаларын таратыусы почтальон хеҙмәте элек-электән иң абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе һаналған.
Гүзәл Сыңғыҙова 20 йылдан ашыу Хәйбулла районында хат ташыусы булып эшләй. Район үҙәге Аҡъярҙың бер нисә урамын хеҙмәтләндерә, күберәк оло йәштәгеләр йәшәгән йорттарға йөрөргә тура килә уға. Ололарҙың һорауы буйынса ҡайһы осраҡта гәзит-журналдарҙан тыш, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ та килтерә. Иңенә ауыр сумкаһын аҫҡан, һәр саҡ кешеләргә шатлыҡ өләшеүсе Гүзәл Тәлғәт ҡыҙын һәр урында көтөп алалар. Почтальондың көндәлек маршрутының оҙонлоғо әллә күпме саҡрымдарға тиң, уны аныҡ ҡына үлсәп тә булмайҙыр. Сөнки һәр йорттың почта йәшнигенә ваҡытлы матбуғатты һалып ҡына ҡалмай ул, уларҙың хужалары менән иҫәнләшеп, хәл-әхүәлдәрен һорашып алырға ла өлгөрә.
—Кешеләр менән аралашырға яратҡас, эшем дә оҡшай. Халыҡ гәзит-журналдар алдырмай, тип әйтеп булмай, һәр кем үҙ зауығына һәм күңеленә оҡшаған ваҡытлы матбуғатҡа яҙыла, ә беҙҙең төп бурыс—уларҙы ваҡытында таратыу. Һәр кемдең яратҡан гәзит-журналын ҡулына тоттороп, яҡшы хәбәрҙәрҙе алып барып еткерһәм, был—минең өсөн иң ҙур бәхеттәрҙең береһе. Иң мөһиме: мине һәр урында кешеләр көтә,—тип йылмая тәжрибәле хат ташыусы.
Гүзәл Сыңғыҙова менән бергә Аҡьяр урамдары буйлап һәр көн гәзит-журналдар таратыусы Ләйсән Ибраһимова, Гөлзифа Аҫылбаева һәм Гөлназ Ҡаҙнабаеваларҙы ла тик яҡшы яҡтан телгә алалар. Барыһы ла үҙ эшен намыҫлы башҡара: ҡар яуһынмы, ямғырмы, буранмы, йә иһә түҙеп торғоһоҙ эҫе көнмө—бер нигә ҡарамай улар ауылда йәшәүселәр янына ашыға.