АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Июнь 2020, 12:55

Йәш саҡ—йәшнәр саҡ

Баймаҡ районында әле 10 мең 724 йәш кеше иҫәпләнә, комитет 14-30 йәштәргә тиклемдәр менән эшләүҙе үҙ эсенә ала. Әйткәндәй, йәштәр комитетында бөтәһе 16 йүнәлеш булдырылған. Уларҙың һәр береһенә бүлек белгестәре тәғәйенләнгән һәм эш барышы менән улар яуап бирә.

Бөгөн үҫешкә, уңышҡа, үҙ маҡсатына ынтылған йәштәргә һәр ерҙә мөмкинлектәр булдырылған. Шуныһы ҡыуаныслы: ошо шарттарҙан дөрөҫ файҙалана белгән, заман менән йәнәш атлаған, ҡыйыу, дәртле, белемле ҡыҙҙар һәм егеттәр арабыҙҙа етерлек. Тап шундайҙарҙы береһе—Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты директоры урынбаҫары Әлфиә Йәнбәкова.
Сибай сәнғәт колледжын тамамлап, артабан белемен Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында дауам иткән ҡыҙ йәштәр менән эшләүенә һис кенә лә үкенмәй. Киреһенсә, тап был өлкәлә үҙемде яңынан астым, ойоштороу һәләтемдең барлығына ышандым, йәштәр менән эшләү үҙемә оҡшай, ти.
Әлфиә Йәнбәкова белдереүенсә, Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетында бөтәһе 7 кеше эшләй. Ҡала һәм ауыл биләмәләрендә йәшәүсе йәштәргә бар яҡлап ярҙам һәм терәк булыу, уларҙы оло тормош юлына әҙерләү, рухи яҡтан ярҙам күрһәтеү, һәләттәрен асыу, спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, заман афәттәренән йолоп ҡалыу, һөнәр һайлауҙа, төрлө уҡыу йорттарына кереү, алған белемдәре буйынса эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү—комитеттың төп бурысы. Шулай уҡ улар Башҡортостандың төрлө ҡалаларында белем алған яҡташ студенттар менән генә түгел, ә ситтә, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында, атап әйткәндә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларында уҡыған район йәштәре менән дә бәйләнеш булдырған һәм әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Төп маҡсаттары—төбәк йәштәрен үҙ-ара аралаштырыу, берләштереү. Уйҙары ғына түгел, хыялдары ла, башҡарған ғәмәлдәре лә уртаҡ баймаҡтарҙың. Бер-береһен аңлап, ярҙам итеп, аралашып йәшәй улар.
—Йәштәр менән эшләү шул тиклем күңелле һәм рәхәт. Замана ҡыҙҙары һәм егеттәре үҙҙәренең креатив, маҡсатлы һәм үҫешкә ынтылыусан булыуҙары менән айырылып тора. Ҡасандыр ҡулында—һыра шешәһе, ауыҙында тәмәке булған йәштәр иң “текә”һе тип һаналһа, заман үҙгәрә, әле киреһенсә, сәләмәт тормош алып барған, спорт менән шөғөлләнгән, белемле, рухлы, маҡсатлы йәштәр модала. Киләсәк—йәштәр ҡулында, тигән совет осорондағы лозунг әле булһа үҙенең актуаллеген юғалтмаған. Ысынлап та, беҙҙең быуын йәштәре—киләсәктә республиканың төрлө өлкәһендә етәксе булырлыҡ ҡыҙ һәм егеттәр. Ә бының өсөн бөгөндән үк үҙеңде әҙерләргә кәрәк. Был йәһәттән беҙҙең комитет төрлө яҡлап булышлыҡ итә: бихисап форум, квестар, брифингтар, осрашыуҙар үткәрә, проекттарҙа ҡатнаша. Ошондай сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, йәштәрҙе төрлө яҡлап асыуға булышлыҡ итә, үҙ проекттарын яҡлап, гранттар ота, иң мөһиме—үҙ-ара таныша, аралаша. Миңә үҙемә “Артек” лагерында тәрбиәсе булып эшләү бәхете тейҙе, төрлө илдәрҙән йыйылған балалар менән бер тулҡында булыу ҙур ышаныс өҫтәне, тормошҡа яңыса ҡараш тәрбиәләне. Төрлө илдәр ҙә, телдәр ҙә йәштәр тормошон үҙгәртмәй, улар ҡайҙа ғына булыуҙарына ҡарамаҫтан һәр саҡ дәртле, маҡсатлы һәм креатив,—тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Әлфиә.
Баймаҡ районында әле 10 мең 724 йәш кеше иҫәпләнә, комитет 14-30 йәштәргә тиклемдәр менән эшләүҙе үҙ эсенә ала. Әйткәндәй, йәштәр комитетында бөтәһе 16 йүнәлеш булдырылған. Уларҙың һәр береһенә бүлек белгестәре тәғәйенләнгән һәм эш барышы менән улар яуап бирә.
Әлфиә Йәнбәкова йәштәр менән эш итеүҙең иң ҡатмарлы һәм хәүефле йүнәлештәрҙең бер нисәүһен етәкләй. Мәҫәлән, шуларҙың береһе—«Профилактик эш» йүнәлеше бөгөнгө көндә йәштәр өсөн бигерәк тә мөһим урынды биләй. Йәш быуынды заман афәттәренә ҡаршы тороу, насар ғәҙәттәрҙән көрәшеү өсөн мәктәптәрҙә, колледждарҙа профилактик эштәр киң йәйелдерелгән. Унда наркопост, наркомонияны профилактикалау советтары булдырылған. Хәүефле төркөмгә ингән йәштәр менән эшләү, Баймаҡ ҡалаһындағы ике уҡыу йортонда аҙнаның бер көнөндә Әлфиә Йәнбәкова студенттар менән осрашыу үткәрә, уларҙың һорауҙарына яуап бирә, төрлө социаль-психологик тестар эшләй. Был эш яңы уҡыу йылы башланыу менән дауам ителәсәк.
Бына шундай шәп ҡыҙ йәшәй Баймаҡ районында. Йәшлек—ғүмерҙең иң матур бер мәле. Ҡыҙҙар һәм егеттәр уның ҡәҙерен белеп, дәртле саҡта бар мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға тейеш, тип иҫәпләй Әлфиә. Беҙ уның менән килешәбеҙ.
Мәликә Шөғәйепова.
Баймаҡ ҡалаһы