Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Июнь 2020, 12:00

"ИЗГЕЛЕК"тең изгелеге

Сибай ҡалаһының коммерцияға ҡарамаған автономиялы “Изгелек” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре мөмкинлектәре сикләнгән, һаулығы ҡаҡшаған, йә иһә балалары ситтә булып, ата-әсәләрен баға алмаған оло йәштәге инәй-олатайҙарға көндәлек донъяуи мәшәҡәттәрен теүәлләргә ярҙам итә. Магазиндарҙан аҙыҡ-түлек һатып алһындармы, поликлиниканан дарыу өсөн рецепт яҙҙырып, уны дауахананан килтерһендәрме, йә булмаһа фатирҙарында тәртип урынлаштырып, иҙәндәрен йыйып алыу, ашарға бешереү, улар менән саф һауаға сығыу—был эштәрҙең барыһы ла социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә һалынған.

8 июндә Рәсәйҙә Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Был сағыштырмаса “йәш” байрам, сөнки ул Рәсәй Президенты Указы менән 2000 йылда булдырылған.
Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөн 8 июндә уҙғарыу осраҡлы түгел, ул илебеҙ тарихына бәйле. Тап ошо көндә, 1701 йылда, Петр I социаль яҡлауҙың дәүләт системаһын булдырыуға Указ ҡабул иткән.
Сибай ҡалаһының коммерцияға ҡарамаған автономиялы “Изгелек” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре мөмкинлектәре сикләнгән, һаулығы ҡаҡшаған, йә иһә балалары ситтә булып, ата-әсәләрен баға алмаған оло йәштәге инәй-олатайҙарға көндәлек донъяуи мәшәҡәттәрен теүәлләргә ярҙам итә. Магазиндарҙан аҙыҡ-түлек һатып алһындармы, поликлиниканан дарыу өсөн рецепт яҙҙырып, уны дауахананан килтерһендәрме, йә булмаһа фатирҙарында тәртип урынлаштырып, иҙәндәрен йыйып алыу, ашарға бешереү, улар менән саф һауаға сығыу—был эштәрҙең барыһы ла социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә һалынған. Шулай ҙа иң мөһим бурыстарының береһе—оло йәштәгеләргә иғтибарлы һәм ихти-рамлы булыу. Күп осраҡта барлыҡ башҡарылған эштән дә бигерәк бер йылы һүҙҙең әйтелеүе лә мөһим. Шуға күрә был һөнәрҙе үҙ итеүселәрҙең барыһы ла был өлкәлә эшләп китә алмай, фәҡәт изге күңеллелек, миһырбанлылыҡ, кешелеклелек кеүек күркәм сифаттарға эйә булыусылар ғына социаль хеҙмәткәр исенә тоғро ҡала.
Тәү ҡарашҡа ябай күренгән һөнәр эйәләре—Гөлфиә Рәсүлева менән Рәзилә Рыҫҡужинаның (һүрәттә) был өлкәлә 20 йылға яҡын хеҙмәт стажы бар. Уларҙың икеһе лә бөгөн оло йәштәгеләрҙе ҡарай, көн һайын уларҙың йортона барып, улар ҡушҡан йомоштарҙы атҡара.
—Эш еңелдән түгел, әммә үҙемә оҡшай. Кешеләр менән тиҙ аралаша алыуым, ололар менән уртаҡ тел таба белеүем дә һөнәремә булышлыҡ итмәй ҡалмайҙыр. Инәйҙәрем мине көтөп ала алмай, хатта шылтыратып ҡасан килеүемде һораша. Холоҡ-фиғелдәре лә, кәйефтәре лә тиҙ үҙгәреп тороусан, ундай ваҡытта мин киреһенсә, уларға йылы һүҙ әйтеп, күңелдәрен күтәрергә тырышам. Кешегә бер йылы һүҙ етә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Төрлөһө була, шулай ҙа һөнәремдең кешеләргә изгелек килтерә алыуы һәм кәрәкле булыуы менән ғорурланам,—ти Гөлфиә Юныс ҡыҙы.
Хеҙмәттәшенең һүҙҙәрен Рәзилә Ғарифулла ҡыҙы ла хуплай. “Минең ҡараған кешеләрем араһында иң олоһона—96 йәш. Ысынлап та, пенсионерҙар араһында төрлөһө бар, әммә беҙ күп осраҡта ҡайһылары өсөн йәмғиәт менән генә түгел, хатта балалары араһын тоташтырыусы берҙән-бер күпер булып та торабыҙ. Иң мөһиме—оло йәштәгеләрҙе яңғыҙлыҡтан ҡурсалайбыҙ, уларға терәк була алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ”.
Әйткәндәй, пандемияға бәйле көсөргәнешле осор-ҙа ла ҡаланың социаль хеҙмәткәрҙәре ситтә ҡалмаған. Улар үҙҙәренә ҡараған оло йәштәгеләрҙе генә ҡурсалап ҡалмайынса, ҡалала йәшәүсе 65 йәштән уҙыусы пенсионерҙарға аҙыҡ-түлек таратыу буйынса ирекмән булырға ла өлгөргән. Изге күңелле, оло йөрәкле ханымдарға “афарин”дан башҡа тағы ни әйтәһең!
Байрамығыҙ менән, изгелекле һөнәр эйәләре! Тормошта үҙегеҙгә лә изге күңелле кешеләр йыш осраһын, ҡылған яҡшы ғәмәлдәрегеҙ икеләтә әйләнеп ҡайтһын.