Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
18 Май 2020, 13:05

Рухи байлыҡтарыбыҙ үҙәге

Беҙҙең музей—төбәктә генә түгел, ә республикала иң яҡшылар рәтендә. Уның фондында 12 мең 700 экспонат тупланған һәм йөкмәткеле, бик бай экспозиция залдары төҙөлгән

Халҡыбыҙ тарихы ҡанлы ла, шанлы ла. Тарих—ул беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Һәр кем тыуған яғының, яратҡан ҡалаһының үткәнен, ата-бабаларының тормош-көнкүрешен, милләтенең мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш. Был йәһәттән музейҙар ифрат ҙур роль уйнай. Музей—тарих төпкөлөнән килгән шаңдау, быуаттарҙы-быуаттарға тоташтырыусы рухи байлыҡтарыбыҙ үҙәге.
Рәсәйҙә музейҙар Петр I заманында барлыҡҡа килә. Петр I тарафынан булдырылып Кунст-камера һуңынан хәҙерге Эрмитаждың нигеҙен тәшкил итә. Шул иҫәптән күп кенә провинциаль музейҙар асыла, 1864 йылда Өфөлә музей төҙөү бурысы ҡуйыла. Бөгөнгө көндә республикала 100-гә яҡын музей иҫәпләнә. Шуларҙың иң ҙурҙарының береһе һәм һирәк осраған экспонаттарҙың күп булыуы менән айырылып торған Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, тарих фәндәре кандидаты Альбина Ярмуллина менән музейҙың тарихы, бөгөнгө хәле, эш барышы, проблемалары һәм пландары хаҡында ҡыҫҡаса әңгәмә ҡорҙоҡ.
—Альбина Зөфәр ҡыҙы, музей эшмәкәрлеге хаҡында ҡыҫҡаса таныштырып үтһәгеҙ ине.
—Беҙҙең музей 1959 йылда мәктәп тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ барлыҡҡа килә. Артабан ул төрлө йылдарҙа төрлө биналарҙа урынлаша, эскпонаттар нисек бар шулай һаҡлана. 1993 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Сибай ҡала музейы хәҙерге бинала үҙ эшен дауам итә һәм халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларын йыйыу, туплау, һаҡлау менән бер рәттән ҙур ғилми-ағартыу һәм уҡытыу-тәрбиәүи эштәр башҡара. Музейҙар аша йәмғиәт тарихи-мәҙәни мираҫҡа булған мөнәсәбәтен белдерә, тигән халыҡ фекере менән килешмәү мөмкин түгел.
Ысынлап та, беҙ, музей хеҙмәткәрҙәре, бар экспонаттарҙы һаҡлап ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙы ғилми яҡтан өйрәнеп, киләһе быуындарға, йәштәргә ҡомартҡы итеп ҡалдырырға тырышабыҙ, экспонаттарҙы тулыландырыуҙы дауам итә-беҙ, фондтарҙы туплайбыҙ. Йылдан-йыл музей фонды байый, үҫә, тулылана килә. Беҙҙең музей—төбәктә генә түгел, ә республикала иң яҡшылар рәтендә. Уның фондында 12 мең 700 экспонат тупланған һәм йөкмәткеле, бик бай экспозиция залдары төҙөлгән.
—Бөгөн мәғлүмәти технологиялар һәм Интернет заманы. Һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауға яуапты тиҙ таба, ҡайҙалыр барыуҙы йәки кемдәндер нимәлер һорауға ихтыяжы юҡ. Ошо заманда музейға килеүселәрҙе нисек йәлеп итергә һәм ҡыҙыҡһындырырға?
—Ниндәй генә осорҙа йәшәһәк тә, халҡыбыҙҙың тарихына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә ҡыҙыҡһыныусылар кәмемәй. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн йәш ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын бар яҡлап үҫтерергә тырыша. Ниндәй генә күргәҙмәләр ойошторһаҡ та, иң беренселәрҙән булып йәш ғаиләләр балалары менән килә, музей менән таныша, төрлө һорауҙар бирә.
Заман башҡа—заң башҡа, тигәндәй, иҫке талаптарға таянып ҡына йәшәп булмай бөгөн. Шуға күрә музей хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылып, төрлө өлкәлә үҙен камиллаштырып, заман менән йәнәш атларға тырыша. Һуңғы ваҡытта тыуған яҡты өйрәнеү, этнографияға һөйөү тәрбиәләү, бигерәк тә йәш быуында халҡыбыҙҙың, ҡаланың, ошонда йәшәүселәрҙең тарихына ҡарата ҡыҙыҡһындырыу уятыу, ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү маҡсатында “Сибай музейының крайҙы өйрәнеү яҙмалары” тип аталған йыйынтыҡ сығарыуҙы яйға һалдыҡ. Йыл һайын уны тулыландырыу өҫтөндә эш алып барыла. Әйткәндәй, был эшебеҙ менән беҙ 2015 йылда халыҡ-ара музейҙар фестивалендә ҡатнаштыҡ.
Тотош донъяла барған киҫкен хәлгә бәйле, музейға теләүселәр килә алмай. Был ваҡытта тап Интернет ярҙамға килә: улар өйҙә ултырған килеш виртуаль рәүештә беҙҙең музей менән таныша ала, хеҙмәткәрҙәр үткәргән төрлө акцияларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.
—Альбина Зөфәр ҡыҙы, һәр музейҙың бренды булырлыҡ ҡомартҡылары була. Сибай музейының төп үҙенсәлеге ниҙә?
—Беҙҙең музейҙа башҡорт халҡының тормош-көнкүреш әйбер-ҙәренән бик уникаль экспонаттар һаҡлана, уларҙың ҡайһы берҙәре башҡа музейҙарҙа юҡ. Шулай уҡ беҙҙә генә Башҡортостанда, шул иҫәптән беҙҙең төбәктә йәшәүсе ҡоштарҙың ҡарасҡылары бар. Беҙ уларҙы даими рәүештә республиканың төрлө музейҙарына күсмә күргәҙмәләр рәүешендә алып йөрөтәбеҙ, халыҡ яратып ҡабул итә, ҡыҙыҡһынып ҡоштар менән таныша.
—Уй-ниәттәрегеҙгә, пландарығыҙға килгәндә...
—Бөгөнгө заманда музейға йөрөүҙең, уның менән танышыу юлдарының бөтә төрҙәрен өйрәнәбеҙ. Халыҡты күберәк йәлеп итеү, музейға йөрөүселәрҙе ҡыҙыҡһындырыу юлдарын бергәләшеп эҙләйбеҙ. Тиҙҙән Халыҡ-ара музей-ҙар көнө була, шуның сиктәрендә беҙ ҙә “Халыҡ-ара музейҙар төнө” акцияһына ҡушылабыҙ һәм бөтәгеҙҙе лә иртәгә, йәғни 16 май сараға ҡушылырға саҡырабыҙ.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған бик ҙур эш башҡарҙыҡ, әле яратҡан ҡалабыҙҙың 65 йыллыҡ юбилейына ҡарата күргәҙмә әҙерләнә. Форсаттан файҙаланып, музей хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, ижади уңыштар теләйем. Беҙҙең коллективта барлығы 10 кеше эшләй. Шулай уҡ үҙ эшенә яуаплы ҡараған музей хеҙмәткәрҙәрен дә телгә алыр инем. Улар—Рәзилә Ишбулатова, Миңнур Шәһиева, Нәйлә Йәрмөхәмәтова, Финзиә Апсаптарова, Венера Тү-ләкова, Миләүшә Әминева, Артур Әбдрәхимов.
—Киләсәктә лә музейҙар бо-ронғо ҡомартҡыларҙың, билдәле шәхестәрҙең әйберҙәренең саңланып, туҙып ятҡан урыны түгел, ә киреһенсә, ғорурлыҡ, милли рухи байлыҡ бирерлек мәҙәни һәм тарихи үҙәк булһын!
Һөнәри байрамығыҙ менән! Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.