Роза һәм Мәжит Рәхмәтовтар Хәйбулла районының Бүребай ауылында иң өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Былтыр улар парлы һәм мөхәббәтле ғүмер итеүҙәренең гәүһәр туйын билдәләгән.
—Бергә оҙаҡ ғүмер кисе-реүҙең сере–бер-береңде ихтирам итеүҙә, сабыр булыуҙа, берең һөйләгәндә икенсең тыңлай белеүҙә, кеше һүҙенә төшмәүҙә, бер-береңә ышаныс белдереүҙә,—ти Рәхмәтовтар.
Ғүмерҙәренең алтын көҙөнә аяҡ баҫыуҙарына ҡарамаҫтан, Роза Хәлил ҡыҙы менән Мәжит Рәхмәтулла улы–әле лә бик матур һәм һоҡланғыс пар. Берсә көләс һәм шаян Роза инәйгә ҡарап, берсә үҙенән сабырлыҡ һәм олпатлыҡ бөркөлгән Мәжит олатайҙы тыңлағандан һуң, береһе—ут, икенсеһе–һыу, тигән уйға килдек. Шуға күрә был ғаиләлә әле лә тулы ҡанлы тормош ҡайнай: ололар бер-береһен тулыландырып, ҡәҙерләп һәм хөрмәт итеп, бәхетле ҡартлыҡтарын кисерә. Ә бит ғүмер юлын байҡағанда, тормоштары еңел булмаған. Аҡъяр ҡыҙы Роза менән өс көн осрашып йөрөгәндән һуң, Бүребай егете шунда уҡ уның ҡулын һоратып, ата-әсәһенә бара. Кәләш әйттергәндә үк: “Атайым менән бергә торасаҡбыҙ”,–тигән Мәжит Рәхмәтовтың һүҙе Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килә, күрәһең. Роза инәй 27 йыл буйы ҡайныһын баға, бейеме менән ун йыл бергә йәшәй.
Өс баһадир ул үҫтерә Рәхмәтовтар. Бөгөн уларҙың барыһы ла–шахтерҙар, данлы таусылар династияһын лайыҡлы дауам итеүселәр. Бәхетле өләсәй һәм олатай ҙа улар. Дүрт ейән һәм өс ейәнсәренең көтөп алған иң ҡәҙерле кешеләр янына хәҙер бүлә-бүләсәләре лә ҡушыла.
Алдан әйтеүебеҙсә, Рәхмәтовтар—Рәхмәт Кинйәғәле улы Тулыбаев династияһын лайыҡлы дауам итеүсе таусылар. Уларҙың дөйөм эш стажы—400 йылдан ашыу.
Рәхмәт Тулыбаев сығышы ме-нән Йылайыр районынан. Йәш егет 1929 йылда яңы асылған Бүребай руднигына эшкә килә, тәүге забойщиктарҙың береһе була. Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу менән хаҡлы ялға сыға.
Таусылар династияһын лайыҡлы дауам итеүселәрҙең икенсе быуыны Мәжит Рәхмәтовтың да хеҙмәт юлы Бүребай тау комбинаты менән тығыҙ бәйле. Билдәле булыуынса, элек ата-бабаларыбыҙ шәжәрәне яңыртыу, араның тармаҡтарын арттырыу, үҙҙәренең исемдәрен мәңгеләш-тереү ниәтендә, балаларына атайҙарының исемен фамилия итеп бирер булған. Шулай итеп, Мәжиттең фамилияһы артабан Рәхмәтов булып китә.
Барлыҡ туғандары таусылар һөнәренә тоғро булған Мәжит Рәхмәт улы ғүмеренең иң матур 38 йылын Бүребай комбинатына бағышлай. Тәүҙә энергия цехында—электр, артабан карьерҙа быраулау ҡорамалы машинисы, аҙаҡ үҙәк ҡаҙанлыҡ цехында бригадир вазифаларын башҡара. 1994 йылдан хаҡлы ялда, хеҙмәт ветераны, шулай уҡ комбинат ветераны исеменә лайыҡ. Әйткәндәй, Роза инәй ҙә комбинаттың байыҡтырыу фабрикаһында эш-ләп, хаҡлы ялға сыға. Атаһынан күргән—уҡ юнған, ти халыҡ әйтеме лә. Вәкил, Нәҡил һәм Дамир Рәхмәтовтарҙың барыһы ла, атай-олатайҙарының һөнәренә тоғро ҡалып, данлы таусылар династияһын дауам итә.
“Бүребайҙыҡыһың, тимәк, шахтерһың!” тигән ҡараш йәшәй Хәйбулла төбәгендә. Ысынлап та, Бүребайҙа “шахтерҙар ҡасабаһы, шахтерҙар төйәге, шахтерҙар династияһы” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Шуғалыр ҙа Рәхмәтовтарҙың улдары алдында мәктәпте тамамлағас: “Ҡайҙа уҡырға барырға?”—тигән һорау тормай. Һәр кис ғаилә табынында комбинаттың эше хаҡындағы һөйләшеүҙәр, таусы һөнәренең баһаһы, шахтерҙарға оло хөрмәт, ихтирамдың булыуы үҫеп килгән егеттәрҙең күңеленә ойотҡо һалмай ҡалмай. Етмәһә, атаһы яғынан барлыҡ туғандары ла Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының төрлө тармағында тир түгә, уның ҡеүәтен арттыра.
Шахтер һөнәре—донъяла иң хәүефлеләрҙең береһе. Улар араһында осраҡлы кешенең бу-
лыуы мөмкин түгел, фәҡәт көслө рухлы, ҡыйыуҙар ғына был шөғөлгә ғүмерлеккә тоғро ҡа-лыусан. Өлкән улдары Вәкил Рәх-мәтов оҙаҡ йылдар Октябрь ер аҫты руднигы начальнигы булып эшләй, “Рәсәй Федерацияһының почетлы таусыһы” һәм “Башҡортостандың атҡаҙанған шахтеры” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Әле лә яратҡан комбинатында хеҙмәт итә.
Вәкил Мәжит улы ҡатыны Миңъямал Лотфулла ҡыҙы менән бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтергән, ҡыҙҙары Зинфира Екатеринбург ҡалаһында йәшәй. Ул да, данлы Рәхмәтовтар династияһын да-уам итеп, Урал тау-металлургия компанияһында эшләй. Ә улдары Фәнис Рәхмәтов сәнғәт юлын һайлаған, бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты ла.
Нәҡил Рәхмәтов 1982 йылда Сибай тау техникумын тамамлағас та, комбинатҡа эшкә килеп, электрик, проходкалаусы, механик, участка начальнигы, слесарь, машинист кеүек барлыҡ таусы һөнәрҙәрен дә үҙләштерә. 2007 йылдан әлеге көнгә тиклем Октябрь ер аҫты руднигы шартлатыусыһы булып эшләй. Ғүмеренең 38 йылы ер аҫтында үтеүенә ҡарамаҫтан, Нәҡил Мәжит улы шахтер булыуына һис тә үкенмәй.
Рәсәйҙең почетлы таусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтеры Нәҡил Мәжит улының бәхетле ғаиләһендә ике ул һәм сәскәләй ҡыҙ тәрбиәләнә. Улы Фидан да, атаһының юлын дауам итеп, таусылар династияһына тоғро ҡалған.
Рәхмәтовтарҙың кинйәләре Дамир Йылайыр ауыл хужалығы техникумының механика бүлеген тамамлағас та ағалары янына эшкә килә. Уларҙан ҡалышмай, уның күкрәген дә “Почетлы таусы” билдәһе биҙәй. Ҡатыны Зилә Айрат ҡыҙы менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй. Улдары Юлай, Мәскәү тау-геология институтын тамамлап, Рәхмәтовтарҙың данлы таусылар династияһын лайыҡлы дауам итеүселәр рәтен тулыландыра.
—Улдарым атайҙары кеүек бәләкәйҙән тырыш булып, хеҙ-мәт һөйөп үҫте,—ти бәхетле әсә.
—Ғаиләлә атай абруйын һәр саҡ юғары ҡуйҙым, һәр саҡ “атайығыҙҙан һорағыҙ”, “атайығыҙ беләме?” тип әйтер инем. Килендәрем дә уңған, балаларын да тәрбиәле, тәүфиҡлы итеп үҫтерҙеләр. “Олатай һәм өләсәй” тип өҙөлөп торалар, хәҙер үҙҙәренең балалары ял һайын беҙгә килә. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр, моғайын,–ти Роза инәй.
Оҙаҡ йылдар татыу һәм матур йәшәүсе был ғаиләнең бәхет сере бер-береһен ҡәҙерләп һәм һаҡлап йәшәүҙәлер, уларҙың күҙҙәрендә бер-береһенә ҡарата мөхәббәт осҡондары әле лә һүнмәгән һәм һүрелмәгән.