Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Май 2020, 18:15

Өсмөйөшлө хат

Өмөтбай ауылынан Зифа апай Сөләймәнованың Ҡөрьән китабы араһында өсмөйөшлө яугир хаты һаҡлана. Ул уның туғаны Вәлит Вәли улы Сабитовтың 1944 йылда әсәһенә яҙған һуңғы хаты. «Хат башы. Донъяла иң ҡәҙерле күргән әсәй. Һиңә армия сафында хеҙмәт итеүсе улыңдан бик күп һағынышлы сәләмдәремде ебәреп, һеҙҙең көндәлек тормошоғоҙҙа ла уңыштар теләп ҡалам. Литва ерендә фронтта йөрөйөм. Иптәштәремдең ҡайһылары яралы булып сыҡты... Ярай, хуш, һау булығыҙ, немецтәрҙе бөтөрөп ҡайтыуға. Имен-һау ҡайтырға ҡушһын».

2020 йылдың 9 майында беҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын тантаналы билдәләйбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы меңәрләгән емерелгән ҡала һәм ауылдар, миллионлаған имгәнгән яҙмыштар ҡалдырҙы, бик күп кешенең ғүмере өҙөлдө. Илебеҙ халҡы үҙенең Ватанын һаҡлау өсөн батырҙарса көрәште һәм изге яуҙа еңеп сыҡты. Оло ҡаһарманлыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек, яугирҙәрҙең һәм тыл хеҙмәтсәндәренең түҙемлелеге яуыз дошманды тар-мар итергә ярҙам итте.
Илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы ялҡыны ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ. Беҙҙең Өмөтбай һәм Баймырҙа ауылдарынан ғына күпме кеше һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған. Яугир ауылдаштарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереп, Бөйөк Еңеү яулаған яугирҙәргә тере хәтер һәм хөрмәт һәйкәле итеп «Еңеү булып ҡайтты!» исемле китап баҫтырып сығарыуға өлгәштем.
Фронттан килгән, дары еҫе һеңгән, өсмөйөшлө һалдат хаттарын бөгөн бик күптәр ҡәҙерләп һаҡлай. Ошо көндәрҙә уларҙы беҙ ҡайтанан ҡулыбыҙға алабыҙ. Һаҡ ҡына һарғайып бөткән ҡағыҙ биттәрен асам. Тигеҙ булып теҙелешкән хәрефтәрҙе йыйнап һүҙҙәрҙе, юлдарҙы уҡыйым. Фронттан килгән хаттарҙы бит туған-тыумаса, күрше-күлән, бөтә ауыл халҡы уҡып, һуғыштың еңеү менән тамамланыуына өмөтөн нығытҡан.
Өмөтбай ауылынан Зифа апай Сөләймәнованың Ҡөрьән китабы араһында өсмөйөшлө яугир хаты һаҡлана. Ул уның туғаны Вәлит Вәли улы Сабитовтың 1944 йылда әсәһенә яҙған һуңғы хаты. «Хат башы. Донъяла иң ҡәҙерле күргән әсәй. Һиңә армия сафында хеҙмәт итеүсе улыңдан бик күп һағынышлы сәләмдәремде ебәреп, һеҙҙең көндәлек тормошоғоҙҙа ла уңыштар теләп ҡалам. Литва ерендә фронтта йөрөйөм. Иптәштәремдең ҡайһылары яралы булып сыҡты... Ярай, хуш, һау булығыҙ, немецтәрҙе бөтөрөп ҡайтыуға. Имен-һау ҡай-тырға ҡушһын».
1944 йылдың 6 авгусында яҙылған хатында яугир яуҙаш ауылдаштары Хәбибрәсүл Рахманов, Хажғәле Суфийәнов, Сәғит Көмөшбаев ағайҙарҙы ла телгә ала. Берҙән-бер балаһын, улын һуғыштан көтөп ала алмаған әсә Мөғлифә инәй ошо хатты нисә тапҡыр уҡығандыр, күпме күҙ йәшен түккәндер—быныһын Аллаһы Тәғәлә генә белә. Улынан ҡара ҡағыҙ килгәс, ошо ағайҙарҙы яҡын күрә. «Улым менән бергә һуғышта булғандар бит»,—тип уларға күңелен баҫты. Сабитовтар нәҫелен, шәжәрәһен дауам итерлек балалар тыумай ҡала. Улының яратып йөрөгән ҡыҙын да онотмай инәй. Һалдатын көтөп ала алмай кейәүгә сығып, балалар үҫтергән ҡатынға хәленән килгәнсе ярҙам итә.
Һандыҡ төптәрендә һаҡланған туғандарыбыҙҙың өсмөйөшлө хаттарын ҡулдарыбыҙға алайыҡ. Яугирҙәрҙе иҫкә алып, уларҙың рухтарына аяттар бағышлайыҡ.
Тыныс ерҙә йәшәү бәхете бүләк итеүселәр алдында баш эйәбеҙ. Тыуған илебеҙ бойондороҡһоҙлоғо һәм азатлығы өсөн оло ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәргә дан йырлайбыҙ! Донъяны фашизимдан азат итеүсе еңеүселәр тураһында изге иҫтәлек быуаттар буйына һаҡланһын!
Әнүзә Мәжитова.
Баймаҡ районы
Өмөтбай ауылы.