АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Май 2020, 15:30

Шиғри күңелле ветеран

Еңеү байрамын Хәйбулла районында бөтәһе 4 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡаршылай. Улар—Николай Шевченко, Фәтҡулла Юламанов, Иҙрис Түләшев һәм Ғәлиаслан Иҙелбаев. Шуларҙың һуңғыһы менән шәхсән танышмын. Ғәлиаслан Ғәлиәскәр улы хаҡлы ялға сыҡҡас, ижадҡа тотона һәм шиғырҙар яҙа башлай. Үҙенең “Ғүмерем үрҙәре”, “Ҡырлаларҙа артыш тирбәлә” тип аталған шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығара. Бынан ун йыл элек Хәйбулла районы етәкселеге тарафынан ветеранға Аҡъярҙан өр-яңы фатир бирелә һәм әле лә ул шунда йәшәй.

Еңеү байрамын Хәйбулла районында бөтәһе 4 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡаршылай. Улар—Николай Шевченко, Фәтҡулла Юламанов, Иҙрис Түләшев һәм Ғәлиаслан Иҙелбаев. Шуларҙың һуңғыһы менән шәхсән танышмын. Ғәлиаслан Ғәлиәскәр улы хаҡлы ялға сыҡҡас, ижадҡа тотона һәм шиғырҙар яҙа башлай. Үҙенең “Ғүмерем үрҙәре”, “Ҡырлаларҙа артыш тирбәлә” тип аталған шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығара. Бынан ун йыл элек Хәйбулла районы етәкселеге тарафынан ветеранға Аҡъярҙан өр-яңы фатир бирелә һәм әле лә ул шунда йәшәй
Ғәлиаслан Иҙелбаев 1927 йылда Йылайыр районы Һабыр волосы Урыҫбай ауылындағы ғаиләлә 14-се бала булып донъяға килә. Малайға өс ай булғанда атаһы үлеп китә, шунлыҡтан бәләкәйҙән уға етемлектең бөтә михнәттәрен үҙ елкәһендә татырға тура килә. Ишле ғаиләлә донъяға килгән балаларҙан ни бары Әлимә апаһы менән Абдулла ағаһы ғына тере ҡала, башҡалары төрлө сәбәптәр менән вафат була.
1932 йылда Урыҫбайҙа “Ҡыҙыл таң” колхозы ойошторолоп, Иҙелбаевтарҙың 5 баш йылҡыһы менән 2 һыйырын алып сығып киткәс, ҡараусыһы булмаған ғаиләгә ауыр көндәр башлана. 1933 йылдағы аслыҡта Ғәлиасландың ҡартәсәһе Зөләйха инәй аслыҡтан үлеп ҡалғас, әсәһе кескәй Ғәлиасланды Һабырға Әлимә апаһына алып килә һәм үҙе Абдулла улы менән эш эҙләп сығып китә. Үҙенең иҫтәлектәрендә Ғәлиаслан Иҙелбаев түбәндәгеләрҙе яҙа: “Әсәйем менән 14 йәшлек Абдулла ағайым, мине бәләкәй санаға һалып, һөйрәп, Һабырға Әлимә апайым менән Әбйәлил еҙнәйем Бағышаевтарға алып барып ҡалдырып, үҙҙәре Баймаҡ яғына эш эҙләп сығып китте. Минең Һабырҙағы тормошом башланды. Еҙнәйем Бағышаев Әбйәлил Әбделмән улы колхоз председателе ине. Көҙ уны нимәгәлер ғәйепләп, Йылайыр төрмәһенә алып киттеләр. Аҙаҡтан асыҡланыуынса бер ғәйебе лә булмаған, 6 айҙан һуң аҡланып, төрмәнән ҡайтты. Тик “Ҡыҙыл Һабыр” колхозы быҙауларға йөрөгән танабыҙҙы үҙҙәренә алып өлгөргәйне шул. Этеп-төртөп, имән әкәләһе, мысай икмәге менән тамак ялғап ҡараға баҫтыҡ. Яҙ, еҙнәй ҡайтҡас, Йылайыр йылғаһына сплавҡа йөрөнөк, унда һалсыларға әҙләп икмәк бирәләр ине. Уҡыуға төшөүем дә ҡыҙыҡ ҡына булды. Ул саҡта мәктәптә бер тапҡыр ашаталар ине. Шуға ҡыҙығып, йәшем етмәһә лә, бәләкәс кенә булһам да, беренсе синыфҡа барҙым. Уҡытыусы ла (йәлләптер инде) кире ҡайтарып ебәрмәне. Башланғыс синыфтарҙы Урыҫбайҙа уҡыным, 5-се, 6-сы, 7-се синыфтарҙы Һабырҙа тамамланым”.
1944 йылдың аҙағында 17 йәшлек егетте хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Элемтәселәр курсында уҡып, 1945 йылдың февралендә фронтҡа ебәрелә. Төрлө ерҙәрҙе үтеп, емерелгән ҡала-ауылдар аша Венгрия еренә аяҡ баҫа. Буласаҡ һалдаттарҙың төп бурысы—Карпат тауҙарындағы элемтә линияһын сафҡа индереү була. Немецтар тарафынан ныҡ зыян күргән элемтә сымдарын тиҙ генә рәтләп тә булмай, етмәһә Румыния, Венгрия сиктәрендә һаман булһа Гитлер армияһына тоғро ҡалған һатлыҡ йәндәр аңғармаҫтан атып, һалдаттарҙы һәләк итә, йә иһә элемтәне юҡҡа сығара. Шундай алыштарҙың береһендә, бағанала тороп, сымдарҙы тотоштырған Ғәлиасланға ла пуля тейә. Изоляторҙың бер ярсығы күҙенә эләгә, госпиталдә генә иҫенә килә. Яугир артабан Чехословакия, Румыния ерҙәрен дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Бөйөк Еңеүҙе Венгрия ерендә ҡаршылай, аҙаҡ ете йыл буйы Румыния ерендә һуғыш емереклектәрен бөтөрөүҙә ҡатнаша, дөрөҫөрәге, элемтә сафын төҙөкләндерә. Ветерандың был илдә булмаған бер ҡалаһы ла ҡалмай, шуға күрә бөгөн уның иң иҫтәлекле әйберҙәре янында Румыния иле картаһының урын алыуы ла юҡҡа түгел. Ғәлиаслан Иҙелбаев күкрәгенә орден һәм миҙалдар тағып, 1951 йылдың май айында Һабырға ҡайтып төшә. Тыуған яғына ҡайтҡас та элемтә полкында хеҙмәт иткән әҙер кадр Һабыр ауылы почтаһына начальник итеп тәғәйенләнә һәм 45 йыл элемтә өлкәһендә эшләй.
Тыныс тормошҡа аяҡ баҫҡас та еңеүсе һалдат Һабыр һылыуы Ғәбиҙәгә өйләнә. Бәхеттәрен тулыландырып бер-бер артлы өс ҡыҙы һәм өс улы донъяға килә. Һәр саҡ белемгә ынтылған Ғәлиаслан олатай төрлө курстарҙа уҡып белемен арттыра, бала саҡтан күңел төбөндә йөрөткән, бер кемгә лә әйтергә баҙнат итмәгән шиғри орлоҡтары яйлап ҡына морон төртә. Тәүге шиғырҙары яҙыла, халыҡҡа уҡыла, яйлап матбуғат биттәрендә донъя күрә. Үҙнәшер юлы менән өс шиғырҙар йыйынтығын сығара.
1982 йылда ғаилә Хәйбулла районының Степной (Ҡараһыу) ауылына күсеп ҡайта, артабан район үҙәгендә төпләнә. Бөгөн ветерандың сәләмәтлеге яҡшынан түгел, әммә уның күңеле һәр саҡ һалдаттарса: йөрәге дәртле тибә, киләсәккә ышанысы ҙур һәм иң мөһиме—Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршылай. Артабан да әллә күпме Еңеү яҙҙарын ҡаршыларға яҙһын, Ғәлиаслан олатай! Байрам менән!

Һүрәттә: ветеран шағир Ҡәҙим Аралбаев менән. 2015 йыл.

Читайте нас: