Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Апрель 2020, 13:50

Улар рухын дауам итәбеҙ

Әйткәндәй, Бөйөк Еңеүҙең 71-се яҙын ҡаршылағанда Халис Байегетовтың ейәндәре тарих эҙҙәре һаҡлаған Беларуссияға барып, ҡартаталарының рухына аят уҡытып, ҡәберенә тыуған тупрағын һалып ҡайтты.

Мөмкин түгел һис тә оноторға
Был йөрәктәр ярһып типкәндә.
Беҙ яуаплы изге йәндәр һеҙҙең алда
Беҙ бурыслы һеҙгә үткәндәр.
Тыуған иленең ысын патриоты булған, Еңеү яҙын яҡынайтыу өсөн күп көсөн һалған, бәләкәй генә дүрт малайын ҡалдырып үҙ теләге менән тыуған илен һаҡларға киткән ҡаһарман яугир, атайымдың ҡарт ҡартатаһы, Байегетов Халис Зәйнәғәбдин улы тураһында һүҙем.
Халис Зәйнәғәбдин улы Байегетов 1903 йылда Таулыҡай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде Вәлиулла Шоңҡаров асҡан мәҙрәсәлә ала. 1925 йылдан 1928 йылға тиклем Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Ошо уҡ йылдың ғинуарында «Комсомол» колхозы ойошторола һәм уның тәүге рәйесе итеп ҡартатайымды һайлайҙар. 1931 йыл ул Бәләбәй ҡалаһында өлкә колхоз мәктәбендә уҡый. 1932 йылда Темәскә «Ударник» колхозы рәйесе итеп ебәрелә. Өс йылдан һуң Күсей ауылындағы «Ворошилов» исемендәге колхозға парторг итеп тәғәйенләнә. 1935 йылдың 5 сентябренән икенсе тапҡыр «Комсомол» колхозы рәйесе булып эш башлай.
Халис ҡартатайым яңы ҡарашлы, инициативалы кеше була. Ул эшләгән йылдарҙа ауылда икмәк бешереү йорто, ашхана, балалар баҡсаһы асыла. Колхоз дөйөм мунса төҙөтә, халыҡҡа таҙа һыу булһын өсөн ҡоҙоҡ ҡаҙҙыра. Ауылда төҙөлөш көсәйә. Саман блоктар һуғып, заманы өсөн бейек, иркен һыйыр аҙбары эшләтелә.
Халис Зәйнәғәбдин улын 1937 йылда Өфөгә Башҡортостандың юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Уны тамамлап ҡайтҡас, 1939 йылда Баймаҡ МТС-на политрук итеп тәғәйенләнә. 1940 йылда яңынан «Ворошилов» исемендәге колхозға рәйес итеп ебәрелә. Был йылдарҙа ул ВКП(б)-ның Баймаҡ район комитеты ағзаһы булып тора.
Ҡартатайым өлгөлө ғаилә башлығы ла була. Хәнифә Вәхит ҡыҙы менән бәхетле тормош ҡороп, дүрт ир балаға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1939 йылда һөйөклө ҡатыны һыуыҡ тейҙереп вафат була. Береһенән-береһе бәләкәй дүрт малай: 9 йәшлек Хөрмәт, 7 йәшлек Нурбәк, 4 йәшлек Ирмәк, 6 айлыҡ Ирек әсәйһеҙ ҡала.
Әммә улар ата һөйөүен дә күп татып өлгөрмәй. Уландарын ҡартатаһы һәм ҡартәсәһе ҡарамағына ҡалдырып коммунист Халис Байегетов 1942 йылдың 3 мартында үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Ул—338-се уҡсылар дивизияһының 1136-сы уҡсылар полкында өлкән сержант дәрәжәһендә отделение командиры. Беларусь ерендә, Крюково ауылын азат иткәндә, 1944 йылдың 16 ғинуарында батырҙарса һәләк була...
Ул ватанын һөйҙө ут эсендә
Уның данын, намыҫын яҡланы.
Ул йығылды, ләкин, башҡаларға
Ғүмер бирҙе, юҡҡа ауманы.
Ҡартатайыбыҙ Беларуссияның Лиозно районы Крынки ауылында «Тыуғандар ҡәберлегендә» ерләнгән.
Әйткәндәй, Бөйөк Еңеүҙең 71-се яҙын ҡаршылағанда Халис Байегетовтың ейәндәре тарих эҙҙәре һаҡлаған Беларуссияға барып, ҡартаталарының рухына аят уҡытып, ҡәберенә тыуған тупрағын һалып ҡайтты.
Шулай уҡ аталарының исемен мәңгелләштереү өсөн тырышҡан, ауыр һуғыш йылдарын үҙ иңдәрендә татыған тыл ветерандары—Хөрмәт Халис улы, минең ҡарт ҡартатайым Нурбәк Халис улы, Ирек Халис улы үҙ көстәре менән тыуған ауылдары Таулыҡайҙа Байегетов Халис Зәйнәғәбдин улына таҡтаташ асыуға ла өлгәште.
Бөгөнгө көндә Халис ҡартатайыбыҙҙың йөҙҙән ашыу ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре бар. Тимәк, Байегет тоҡомо йәшәне, йәшәй, йәшәйәсәк әле!
Ата-бабам күптән донъя ҡуйған,
Көл-тупраҡҡа инде әйләнгән...
Әммә йәнем мең-мең быуат аша
Улар рухы менән бәйләнгән.
Күкрәгемдә – ата-бабам көсө,
Ә ҡандары тибә тамырымда.
Мин тыуғанмын ергә ғүмер буйы
Улар рухын дауам итергә!
Нәйлә Байегетова,
Баймаҡ ҡалаһының
5-се мәктәбе уҡыусыһы.