Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Март 2020, 12:05

Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр…

Тышта оҙаҡлауына аптыранған Эльвира бошоноп тышҡа сыҡһа, улы гөлләмә һәм шоколод тотоп ҡайтып килә икән. Баҡтиһәң, машина багажнигында ятҡан һалмаларҙы алып барып һатҡан да, аҡсаһына әсәһенә бүләк алған.—Әрләрмен тип сыҡҡан инем, сәскәләр тотоп килгәс ни, әрләй алманым. Етмәһә: “Мә, сдачаһы”,—тип миңә ҡалған аҡсаһын һуҙҙы,—тип көлә Эльвира.

Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр яңғыҙ ҡатын,
Илар ерҙә көлөп бағыр яңғыҙ ҡатын.
Йөрәккәйе өҙөлөп тә төшөп барһын,
Бахыр булмаҫ, батыр булыр яңғыҙ ҡатын…
Эльвира менән танышып һөйләшкәс, шунда уҡ Алһыу Бәхтиева башҡарыуындағы ошо йыр иҫемә төштө. Ике улы менән яңғыҙ тороп ҡалһа ла бирешмәгән ул! Нисек кенә ауыр булмаһын, тырышҡан, һулҡылдап ятып илар мәлдәрҙә лә һынмаған, бөгөлмәгән.
Эльвира Солтанғолова—Баймаҡ ҡыҙы. Лицей-интернаттың 9-сы класын тамамлағас, Сибай сауҙа-иҡтисад колледжына уҡырға килә. Баймаҡ баҙарында практика үткән мәлдә, уға һатыу эше оҡшап ҡала һәм аҙаҡ унда буш мәлдәрендә эшләп, тәжрибә тупларға ла өлгөрә. Коллеждан һуң, хореограф булырға теләп, бер йыл институтта уҡый, әммә бейеүсе эше менән әллә ни алға китеш булмаҫын тойомлай. Һәм, ҡарашын ҡырҡҡа үҙгәртеп, Сибай институтының һалым һәм һалым һалыу факультетына ситтән тороп уҡырға күсә. Ата-әсәһенә өндәшмәй генә киоскыларҙа һатыу иткән мәлдәре лә була. Баймаҡ ҡалаһында бер магазинда мәғлүмәттәр базаһы операторы булып та эшләй. Аҙаҡ инде, кейәүгә сығыу сәбәпле, улдары менән декрет ялында була. Тормош булғас, барыһы ла була, тигәндәй, нәҡ ошо осорҙа йәш ҡатынға иренән айырылырға тура килә… Аяҡҡа баҫырға, эш табырға, бирешмәҫкә, ике малайҙы уҡытырға, тәрбиәләргә! Ошо маҡсатты алдына алған Эльвира, нисек кенә ауыр булмаһын, ныҡышмаллығы, тырышлығы менән депрессияны артҡа ҡыуып, үҙен ҡулға ала. Күп тә уйлап тормай, кесе улын ата-әсәһенә ҡалдырып, өлкәнен үҙе менән алып Өфөгә юллана. Август айы. Малайҙы 1-се класҡа урынлаштырырға кәрәк. Прописка юҡ, эш юҡ, йәшәр ер юҡ… Бирешмәй Эльвира. Сослоғо менән улын 1-се класҡа бирә, үҙе ятаҡҡа урынлаша. Ят ерҙә беренсегә барған баланы мәктәптән алырға, алып ҡайтырға кәрәк бит. Нимә эшләргә? Ҡатын көндөҙ баланы ҡарап, төнөн таксиҙа эшләргә ҡарар итә.
—Автомобилем яңынан түгел ине, туҡтап, боҙолоп ултырған саҡтар ҙа, хатта янып киткән сағы ла булды. Ярай әле, дуҫтарым булды, ярҙам иттеләр. Аҡса эшләйем тип бер үрһәләнһәм, төнөн өйҙә яңғыҙ ҡалған улыма бер өҙгөләндем. Бер заман, бөтөнләй аҡсаһыҙ ҡалғас, машинамды һаттым. Быны ишеткән бер дуҫым үҙенең машинаһын өс айға биреп торҙо. Унан “Башҡорт сауҙагәре” магазинына эшкә төшөп, сауҙа буйынса ышаныслы вәкил булып эшләнем, райондарға сыҡтым. Автомобилһеҙ булмаҫын аңлап, ҡулдан үҙемә машина алдым. Уныһы ла боҙолоп йонсотто. Был юлы атайым ярҙамға ашыҡты, миңә машина алып бирҙе. Ике йылдан был эштән дә китергә тура килде,—ти Эльвира.
Йәш ҡатындың эшҡыуарлыҡ эшенә килеүе осраҡлы рәүештә була. Бер көн дөйөм ятаҡтағы күршеһе уның бишбармаҡ бешергәнен күрә лә: “Миңә лә һалма кәрәк ине”,—ти. Эльвира күп уйлап тормай һалма йәйеп, ҡырҡып, күршеһенә бишбармаҡ әҙерләп бирә. Уныһы хаҡ түләй һәм: “Ҡорот та булмаҫмы?”—тип һорай. Ошо хәлдән һуң, Эльвира бишбармаҡ, ҡорот һатыуға тотона.
—Тәүҙә һалманы үҙем йәйеп, үҙем киҫә инем. Бер заман клиенттар күбәйеп китте, өлгөрә алмай башланым. Шул саҡ үҙебеҙҙең Баймаҡ тарафтарынан бишбармаҡтар һатып алып, Өфөгә ташый башланым. Ә ҡоротто, эремсекте әсәйем эшләй. Шулай уҡ ҡара һағыҙ ҙа һатам. “Сарафанлы радио” шәп эшләй, клиенттар күбәйҙе. Хәҙер Өфөлә бер үк кешеләр заказ бирә. Сочи, Сорғот, Ҡазан ҡалаларына, Испанияға ла үҙебеҙҙең милли ризыҡтарҙы ебәргәнем булды. Әле Сибайҙан Гөлназ Азатова менән хеҙмәттәшлек булдырҙым, буҙаны сауҙаға сығарҙым. Ҡышын фейерверктар ҙа һаттым. Улдарым ҡайһы саҡ бергә йөрөй,—ти Эльвира.
Әйткәндәй, малайҙар әсәһенән сауҙалашырға ла өйрәнә башлаған. Өлкәне Данисҡа әле 10 йәш. Былтыр Әсә көнөндә (ноябрҙә) ул машина асҡысын ала ла сығып китә. Тышта оҙаҡлауына аптыранған Эльвира бошоноп тышҡа сыҡһа, улы гөлләмә һәм шоколод тотоп ҡайтып килә икән. Баҡтиһәң, машина багажнигында ятҡан һалмаларҙы алып барып һатҡан да, аҡсаһына әсәһенә бүләк алған.
—Әрләрмен тип сыҡҡан инем, сәскәләр тотоп килгәс ни, әрләй алманым. Етмәһә: “Мә, сдачаһы”,—тип миңә ҡалған аҡсаһын һуҙҙы,—тип көлә Эльвира.
5 йәшлек бәләкәй Рамаҙан да бик сос. Ҡышын әсәһенә эйәреп фейерверк, петарда һатып йөрөгән саҡта, ул: “Алығыҙ, алмаһағыҙ—шартлатам”,—тип “ҡурҡытҡан” клиенттарҙы. Тегеләре иһә көлә-көлә ала икән.
—Улдарым—минең таяныстарым. Һатыуға сыҡһам, йыш ҡына уларҙы бергә алам. Ҡыҙыҡ хәлдәргә бик йыш тарыйбыҙ инде. Оҙайлы ялдарҙа, каникулда өләсәй-ҡартатаһында иркәләнеп кенә йөрөгән улдарым Өфөгә китер булһаҡ: “Ярай, беҙ армияға киттек. Әсәй өсөн беҙ һалдат бит”,—тип шаярталар. Уларҙы ҡаты тотам, талаптар ҙа ҙур. Ысын ир-егет итеп үҫтерергә кәрәк бит. Бәләкәй булһалар ҙа, аҡыллылар, күҙ теймәһен! Данисым: “Әсәй, үҙеңде ҡарап йөрө, матурлан. Беҙгә бит атай кәрәк”,—тип тә ебәрә. Әлбиттә, улдарыма атай кәрәктер, әлегә үҙемдең һәм улдарымдың яҙмышын ышанып тапшырырҙай ир-егет осратмағанмын, уйларға ла ваҡыт юҡ. Фатирлы булыу, улдарымды аяҡҡа баҫтырыу, кеше араһында кәм-хур итмәү—төп маҡсатым. Алла бирһә, теләгем тормошҡа ашыр. Ярҙам итеп торған ата-әсәйем бар, шөкөр,—ти Эльвира Солтанғолова.
Беҙ ҙә Эльвираға бары тик уңыштар теләйбеҙ! Киләсәктә улдарыңдың игелеген күреп, ҡыуанып йәшәргә яҙһын!
Резеда Усманова.