Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
31 Декабрь 2019, 18:23

Айыҡ күңел асайыҡ!

Күптәр хәҙер туйҙарҙы ғына түгел, Яңы йыл байрамын да бер тамсы шарапһыҙ үткәрә. Бәғзеләр быға: "Улай мөмкинме ни?"-тип аптырар. "Мөмкин!"-тип яуап бирәбеҙ беҙ. Теләк кенә булһын. Быны дәллилләү маҡсатында, айыҡ тормош яҡлы булған уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек. Тулыһынса сайтта уҡығыҙ

Яңы йыл тураһында һүҙ сығыу менән күптәрҙең күҙ алдына, мандарин, тәмле-татлынан торған ҡаптар, бүләктәрҙән тыш, шампан шарабы ла килеп баҫа. Рәсәй халҡы өсөн өр-яңы йылды бокалдар сәкәштереп ҡаршы алыу үҙенә күрә бер йолаға әүерелгән. Кемдер бының бер ниндәй ҙә насарлығын күрмәһә, кемдер байрам ваҡытында ла хәмергә урын ҡалдырмай. Нисек кенә булмаһын, халҡыбыҙ айыҡ тормошҡа яйлап булһа ла ҡайта бара. Күптәр хәҙер туйҙарҙы ғына түгел, Яңы йыл байрамын да бер тамсы шарапһыҙ үткәрә. Бәғзеләр быға: "Улай мөмкинме ни?"-тип аптырар. "Мөмкин!"-тип яуап бирәбеҙ беҙ. Теләк кенә булһын. Быны дәллилләү маҡсатында, айыҡ тормош яҡлы булған уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.
Мәрйәм, 37 йәш: “Яңы йыл төнө һәр беребеҙ өсөн тылсымлы бер мәл. Бәләкәй саҡта төнөн түҙмәй йоҡлап китәм дә, иртән тороу менән шыршы аҫтынан бүләк алырға йүгерә инем. Йәш саҡта инде һәр ваҡыт дуҫтар менән йыйылыштыҡ. Кейәүгә сыҡҡас иптәшем менән бергә таныштарға ҡунаҡҡа йөрөй инек, йә үҙебеҙгә саҡырабыҙ. Әлбиттә,ул саҡтарҙа шарапһыҙ күңел асыуҙы күҙ алдына килтермәнек. Унһыҙ йырлап-бейеп тә, күңел асып та булмай кеүек ине. Балалар булғас, хәҙер өйҙә генә ҡалыуҙы хуп күрәбеҙ. Бер ниндәй эскеһеҙ ҙә матур ғына итеп ғаилә менән гөрләшеп ултырабыҙ. Иптәшем дә минең ыңғайға Яңы йыл төнөндә спиртлы эсемлектәргә бөтөнләй ҡағылмай. Байрам кәйефен былай ҙа булдырып була икән. Бының өсөн өҫтәлде мотлаҡ матур итеп биҙәйем. Бенгаль уттары, салют алабыҙ, гирляндалар эләбеҙ”.
Айгөл, 28 йәш: “Бөтөнләй иҫерткес эсемлектәрһеҙ тип әйтә алмайым, әлбиттә. Шампан шарабы алабыҙ. Ул Яңы йыл табыны символына әйләнгән бит инде. Әммә бокалдарҙы сәғәт ун икене һуҡҡанда исем өсөн генә сәкәштерәбеҙ ҙә, шуның менән тамам. Мин байрам төнөндә квест ойошторорға яратам. Уның араһында төрлө уйындар, конкурстар үткәрәм. Фантазияңды эшкә екһәң, бик ҡыҙыҡ килеп сыға. Бөтәһенә лә оҡшай”.
Венер, 33 йәш: “Өсөнсө йыл инде Яңы йылда ғына түгел, бөтөнләй эсмәйем. Ә элек был байрамды иҫерткес эсемлектәрһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Хәҙер бының бер ниндәй ҙә мәғәнәһен күрмәйем. Теләк булһа, унһыҙ ҙа күңел асып була икән. Иң башта корпоратив ваҡытында “нишләп?”, “ауырыйһыңмы ни?” тигән тоҙһоҙ һорауҙары менән әҙерәк йәнгә тейеп алдылар ҙа, хәҙер коллегалар ҙа өйрәнде”.
Хәбир, 46 йәш: “Эсмәнем түгел, эстем үҙ заманында алкаш булып йөрөгән тип уйлап ҡуймағыҙ. Ҡунаҡ-мунаҡ, байрамдар ваҡытында юҡ тимәнем. Унһыҙ күңел дә аса белмәнем. Беҙҙең тәрбиә лә шулайыраҡ булды бит. Беҙҙе эскеһеҙ күңел асырға өйрәтмәнеләр тип әйтәйемме. Айыҡ башҡа нисек итеп уйнап-көлөүҙе белмәнек тә ул. Әллә белмәнек, әллә оноттоҡ... Һәр хәлдә лә, йәштәрҙе шуға өйрәтергә ине. Хәҙерге ҡыҙҙар һәм егеттәр маладис былай. Сәләмәт тормош яҡлы булғандары арыу уҡ ҡына, шикелле. Мин дә хәҙер корпоратив-фәлән булһа ла эсмәйем. Коллегалар менән барып һөйләшеп-көлөшөп ултырам да, арый башлаһам ҡайтыу яғын ҡарайым. Ғаилә менән Яңы йыл ҡаршы алғанда шарап алмайбыҙ. Уның кәрәге юҡ беҙгә. Дуҫтар, туғандар менән йыйыла ҡалһаҡ, була инде ул нәмә. Әммә эсмәйем тигән кешенең берәү ҙә ауыҙына көсләп ҡоймай. Шулай ҙа инде?”
Айыҡ тормош өсөн көрәшеүҙе һәр кем үҙенән башларға тейештер. Яңы йылыбыҙ ғына түгел, бөтә тормошобоҙ айыҡ булһын. Барығыҙға ла бәрәкәтле тормош, киләһе йыл да һау булайыҡ, бар булайыҡ.
Н. Сәйғәфәрова
Читайте нас: