Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Декабрь 2019, 14:00

Иҫтә ҡалған Ҡомаҡ йылдары…

Миңзәлә СИРҒӘЛИНАМатур ғәҙәт бар ине әүәл. Оло байрамдар етеүгә почта аша открыткалар һалып яҡындарыбыҙҙы ҡотлай инек. Буранлы, мул ҡарлы ине ул ҡыш. Баҡса мөйөшөнә ҡыҫтырылған гәзит араһынан минең исемгә яҙылған хат килеп сыҡты. Яңылыш ҡуйғанмы икән почтальон апай тип ҡабат-ҡабат конверт тышын ҡарайым, эре генә почерк исем-фамилиямды ап-асыҡ итеп яҙған. Ҡабаланып конвертты асып ебәреүемә, эсенән ике открытка килеп төштө. Береһе--миңә, икенсеһе--һеңлемә. Һоро ғына төҫлө открытканың һүрәте лә иҫтә: ике сысҡан балаһы сәғәт телдәренең ун икегә яҡынлауына ҡыуанып бейей.

Бөтә кеше лә шулайҙыр ул: олоғая барған һайын артына боролоп уҙған йылдарына йышыраҡ күҙ һалырға ғәҙәтләнә. Мин дә шулай. Шөкөр, быйылғы йылды ла йомғаҡҡа урап нығытып, хәтер һандығына һалырға йыйынабыҙ. Көнсығыш календаре буйынса киләсәк 2020 йыл Аҡ ҡомаҡ, йәки беҙҙеңсә Сысҡан йылы тип тә нарыҡланған. Йылдар йылға оҡшаш, һандар менән генә ваҡиғалар иҫтә ҡалмай, ун ике йыл һайын ҡабатланып килгән йыл хужалары шул уҙған йыл ваҡиғаларын ныҡлы онотмаҫҡа билге лә кеүек. "Әәә, сысҡан йылын ҡаршылай инек бит әле ул йылды!"--тип хәтер ебен сысҡан менән нығытып бәйләп тә ҡуябыҙ шунан.

Бынан ун ике йыл элек...
Яңы йыл иртәлегендә кейемдәр конкурсы була тигән хәбәр алып, мәктәптә уҡыған улдарыма төнөн ултырып ике игеҙәк сысҡан костюмын тегә инем. Тышта шул тиклем ҡаты һыуыҡтар ине ул мәл. Ижади эш кеүек күрәм мин яңы йыл костюмы тегеүҙе. Төнөн бар ғаиләм йоҡлағанда ижад иткән сысҡандарым бәләкәй кластар араһында үткәрелгән костюмдар бәйгеһендә гран-при алды. Сысҡан ҡыҙы һәм малайы булған игеҙәк кеүек улдарым хәҙер студенттар инде... Үәй ғүмер, ә бит кисә генә кеүек ине.

Бынан егерме дүрт йыл элек...
Матур ғәҙәт бар ине әүәл. Оло байрамдар етеүгә почта аша открыткалар һалып яҡындарыбыҙҙы ҡотлай инек. Буранлы, мул ҡарлы ине ул ҡыш. Баҡса мөйөшөнә ҡыҫтырылған гәзит араһынан минең исемгә яҙылған хат килеп сыҡты. Яңылыш ҡуйғанмы икән почтальон апай тип ҡабат-ҡабат конверт тышын ҡарайым, эре генә почерк исем-фамилиямды ап-асыҡ итеп яҙған.
Ҡабаланып конвертты асып ебәреүемә, эсенән ике открытка килеп төштө. Береһе--миңә, икенсеһе--һеңлемә. Һоро ғына төҫлө открытканың һүрәте лә иҫтә: ике сысҡан балаһы сәғәт телдәренең ун икегә яҡынлауына ҡыуанып бейей.
Эстәлеге мөһим дә түгел ине шикелле миңә ул мәл, ҡотлау икән ҡотлау. Ә кемдән һуң ул?
Алыҫ Йылайыр районы Һабыр ауылынан Лилиә еңгәмдән булып сыҡты. Ошоғаса бер күрмәгән еңгәмдең яҡын күреп, бикәс тип яҙып, Яңы йыл менән ҡотлауы күңелемдең аҫтын-өҫкә әйләндерҙе.
Ҡыуандым, өләсәйгә-әсәйгә уҡып күрһәттем открыткамды.
Ҡулымдан төшөрмәй тотоп йөрөгән ошо остоҡ ҡағыҙҙарҙы бер мәл күрә алмаҫлыҡ хәлгә еттем. Эх, әгәр атайым иҫән булһа...күпме туғанлы булыр инем...
Күҙ йәштәре түгеп һүрәттәге сысҡандарға текләп ултырам.
—Күҙең шәмәреп илап ней, бир һалып ҡуям иҫтәлек булыр!-- ҡулымдан тартып алып, оло шифоньер өҫтөндәге яҫтыҡтар аҫтына тығып та ҡуйҙы әсәйем.
Тыйылалманым илап, әйтерһең дә һағыныу тултырылған шешәнең бөкөһө тап ошо открыткалар ярҙамында асылып түгелгән.
Икенсе көн әсәй күрмәгәндә ултырғысҡа ултырғыс ялғап, өҫкә үрмәләп барыбер ҙә алдым шифоньер башынан теге открыткаларҙы. Һәм...ваҡ ҡына киҫәктәргә турап утҡа яҡтым.
Ҡағыҙ киҫәге утҡа инде лә янды ла бөттө. Белһәгеҙ икән, ошо ун биш-ун алты йәшлек саҡтағы ошо ҡылығыма нисек ныҡ үкенәм хәҙер. Нишләп яҡтым икән, эх...?
Хәтерҙе юйыр сара юҡ, моғайын, Алла бирһә, тағы ла ун ике йыл уҙғас, ошо көндәремде лә уйлап ултырырмын әле.
Ниндәй генә йыл килһә лә, именселек булһын әле!
Миңзәлә Сирғәлина.